Найти в Дзене
АСМАН

Фидан Ғафаровтың бала сағы

Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 14 октябрендә Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуа. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының маҡтаулы гражданы.

Фидан Ғафаровтың йәш сағы
Фидан Ғафаровтың йәш сағы

Эштән ҡайтып, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр менән мәшғүл булған әсәһе эңер төшөүен һиҙмәй ҙә ҡалған икән. Өйҙәгеләр киске табынға йыйылышҡан. Шул ваҡыт Рәйсә апайҙың ҡолағына ҡыҙҙарҙың сырҡылдашып көлгәне ишетелде. “Тағы тегеләр!.. Фидан, улым, бар әле, йәшенеп тор!”
Ҡыҙҙар араһындағы иң ҡыйыуы һыҙғырып ебәрә. Уға яуап итеп эт өрөп ҡуя. Рәйсә апай ҡапҡа яғына ыңғайлай:
– Кемдәр йөрөй унда, төн еткәс?!
– Беҙ инек, апай…
– Беҙ, беҙ, беҙ инек, беҙ ун ике ҡыҙ инек… Миндә өй тулы егеттәр, әллә заман үҙгәрҙеме, ҡыҙҙар үҙҙәре килеп тәҙрә сиртә?!
– Рәйсә апай, беҙгә һеҙҙең егеттәрегеҙ араһынан берәүһе генә кәрәк!
– Ә, күптән шулай тимәй уны! Әйҙә, Рәйефте, йә булмаһа Рафаэлды саҡырайым… – Ҡыҙҙарҙың кемгә төбәп килгәнен белеп торһа ла, шулай инәлтеп алған була ул.
Ҡыҙҙар уны йәһәт кенә туҡтатырға ашыға:
– Рәйсә апай, беләһең бит, беҙгә кем кәрәк икәнлеген…
– Фидан өйҙә юҡ. Ҡайҙалыр йөрөй, ҡайтмаған әле!.. Ҡыҙҙар артынан киткән!..
– Рәйсә апай, эх, шаяртаһығыҙ! Ул бәләкәй бит әле ҡыҙҙар артынан йөрөргә!.. Рәйсә апай, зинһар, беҙҙең менән барырға рөхсәт итегеҙ инде! – Ҡыҙҙар кемуҙарҙан инәлеп-ялбара башлай…
– Өйҙә юҡ ул!.. Юҡты бушҡа ауҙарып йөрөмәгеҙ!.. Барығыҙ, әтеү клубығыҙ ябыла… Ул бәләкәй бит әле ҡыҙҙар артынан йөрөргә, тип үҙегеҙ әйтеп тораһығыҙ бит!
– Унда барыуҙан беҙгә ни мәғәнә, гармунсыбыҙ булмағас…
Рәйсә апай ҙа ҡаты тора:
– Юҡ, өйҙә юҡ, тинем бит!..
Шул ваҡыт мунса яғынан гармун тауышы ишетелә, моңло көй ағыла башлай. Рәйсә апай асыуланырға ла, көлөргә лә белмәйенсә:
- Уффф, ошо баланы, ни эшләтәһең инде бына?!... Фидан, Фидан, тим!.. Кил әле!.. Шым ғына ултырып торорға бойорҙом бит мин һиңә… Шул гармуныңды утҡа яғырмын инде бер заман!.. – тип, йоҙроҡтарын һауала уйнатып ала.

Малай, ғәйепле ҡиәфәттә башын эйеп торған арала, ҡыҙҙар Рәйсә апайҙы йән-яҡтан уратып ала:

– Апай, берүк улай итә күрмә инде. Ауылда былай ҙа бер генә бөртөк гармун!..
– Апай, беҙ һиңә иртәгә үҙебеҙ ярҙам итербеҙ. Һыуыңды ла ташып бирербеҙ, иҙәнеңде лә йыуып сығырбыҙ, Фиданды клубҡа ғына ебәр инде!..
Әсәһе, ахырҙа, күнә. Береһе туғыҙ йәшлек Фиданды етәкләп, икенсеһе гармунын тотоп, сыр-сыу көлөшкән ҡыҙҙар клуб яғына табан ыңғайлай. Рәйсә апай уларҙың артынан: “Баланы өйгә киренән оҙатып ҡуйығыҙ, ыштубы, килеп алдығыҙ – килтереп тә ҡуйығыҙ! Атаһын да әйтер инем инде, улын йүнле һөнәргә өйрәтһә яҡшыраҡ булыр ине, ул гармун менән тамаҡ туйҙырып буламы?!” – тип ҡысҡырып, ирен – Сафа ағайҙы ла бер юлы телгә “эләктереп” тороп ҡала.
Төн уртаһы етә, клуб яғынан ағылған гармун тауышы ла баҫыла, ә бала һаман юҡ… “Был еүеш танау әллә егеттәргә ҡушылып, сығып киттеме, мыйыҡ ебәргән малайҙар менән буталып йөрөһә, хәйерлегә булмаҫ…” – тип һөйләнә-һөйләнә, ишек башында эленеп торған аҡыл сыбығын ҡулына тотоп, клуб яғына ыңғайлай.
Клубтың тышында тып-тыныс, эскә үтеп ҡарай – дөм-ҡараңғы… Шул ваҡыт бер мөйөштә кемдеңдер танауын мыш-мыш тартып, илағаны ҡолағына салына. Ауыл йәштәре Фидандың гармунына рәхәтләнеп йырлап-бейеп, күңел асҡан да, уйын бөткәс, “бәләкәй гармунсы” тураһында онотҡан. Һәр кем үҙенең Хәлиле-Ғәлиәбаныуы менән айлы төндөң ҡараңғылығына инеп сумған…

“Бүтән ике аяғыңдың береһен атлатмаясаҡмын ошо клубҡа, имеш тә, уларға гармунсы кәрәк!.. Йөрө инде төн уртаһында балаңды эҙләп!..” – Шулай һөйләнә-һөйләнә өйҙәренә ҡайтып етәләр. Киске уйындың төп геройы булып киткән гармунсы малай юрған аҫтына сума, ә Рәйсә апай йорт-ҡура мәшәҡәттәренә тотона – иртә менән эшкә китергә, шуға тиклем балаларға ашарға хәстәрләргә кәрәк. Икмәк һалырға тип ҡамыр әсетә, һәр балаһына икешәрҙән иҫәпләп, ун йомортҡа бешерергә ҡуя.
Төнө буйы гармун уйнап, асыҡҡан малайҙың танауын тәмле еҫтәр ҡытыҡлай – ул йоҡо аралаш тороп, тамағын туйҙырып алғас, тағы ла йомшаҡ түшәккә барып ята. Тамаҡ туҡ, эш ҡушҡан кеше юҡ – тәмле төштәр күреп ятҡан малайҙың янында туп менән атһаң да –ишетмәйәсәк, уянмаясаҡ. Хатта “йомортҡаларҙы кем ашаған?” – тип, бер-береһен ғәйепләп, сыр-сыу килгән туғандарының тауышын да ишетмәй. Бәлки ишетәлер ҙә, тик “мин ашаным” тип әйтергә генә баҙнат итмәй… “Мин бит йоҡлайым, иң һуңғыһы булып йоҡонан торам – тимәк, мин ғәйепле түгел…” – Уйҙар сылбыры малайҙың башынан үтә. Икенсе яҡтан уйлаһаң, был йомортҡаларҙы ашап ҡуйырға хаҡы барҙыр: ауыл йәштәре, ана бит, уны күтәреп кенә йөрөтә?! Ағайҙарына ундай ҡәҙер-хөрмәт тәтемәй әле… Оло ағай-апайҙарҙы йырлатып-бейетергә клубҡа йөрөп ҡараһындар!.. Тик бына бөгөн әсәһе ныҡ асыуланды булһа кәрәк – ана бит, ике аяғыңдың береһен атламаясаҡһың, тине…
Яҙмыштан уҙып буламы инде? ! Ауылдарында ойошторолған концерттарҙа, йәштәрҙең киске уйындарында, кисәләрҙә бәләкәй гармунсы әртис булып йөрөй торғас, етенсе синыф ты ла тамамлап ҡуя. Оло ағаһы Рәифкә эйәреп баш ҡалаға килә. “Раушаниям, бәғерем…” йырын йырлап, Өфө сәнғәт училищеһына ла уҡырға инеп китә…

Профессиональ театр сәнғәтенә илле йыл хеҙмәт иткән Фидан Сафа улының уйнаған ролдәре күптән инде йөҙҙән ашҡан. Йылдар үткән һайын сәхнә һәм тормош тәжрибәһе, һәләтенә баш эйеүсе рәхмәтле тамашасыһы ла арта ғына бара. Ошо популярлыҡтың сере, моғайын, артистың күңел байлығында, тормошто яратыуында һәм сәхнәгә мәңге тоғро ҡалыуындалыр.

Фидан Ғафаровты яҙмыш әгәр сәхнә артисы яһамаһа, ул һис шикһеҙ кино актеры булыр ине. Башҡорт әкиәттәре буйынса 1980 йылда “Мосфильм” төшөргән “Алтын атлы һыбайлы” (режиссеры - В.Журавлев) музыкаль әкиәтендә ул Алтын дуға ролен башҡарҙы, был фильмды интернет киңлектәренән табып, ҡарарға була.

Мөхәббәт геройҙарын ижад итеп, һөйөү тураһында йырҙар йырлаған, ихлас йылмайып ҡыҙҙар йөрәгенә ут һалған, уларҙың кумирына әйләнгән Фидан ағайҙың үҙе мөхәббәт тойғоһон ҡасан кисергән икән?
Икенсе курста уҡығанда була ул хәл. Ул көндө Фидан ағай бүлмәлә дежур, йәғни, егеттәр ҡайтыуға иҙәнде йыуып, ашарға бешереп ҡуйырға тейеш. Студенттың иң яратҡан ризығы – ҡурылған бәрәңге. Бүлмәлә ун бер кеше торғас, бер генә таба етмәй, шуға күрә ятаҡ буйлап, икенсе табаны эҙләп, сығып китә. Уны иҙән йыуып йөрөгән бер ҡыҙҙан алып тора. Егеттәр менән ашап алғас, теге ҡыҙға табаны кире илтеп бирә. Икенсе күргәндә уға иғтибар итә ҡала: ә күҙҙәре һуң ҡыҙҙың! Оҙон керпектәр аша төбәлгән ҙур ҡара күҙҙәр! Шундай саф һәм төпһөҙ!.. Ҡыҙ: “Фәриҙә Ягафарова” – тип таныштыра үҙен. “Фамилияңдағы “я” хәрефен һыҙып ташлайбыҙ ҙа Гафарова итәбеҙ,” – тип шаярта Фидан. Ошо шаярыу – мөхәббәттенең нигеҙе булып сыға: һылыу ҡыҙ Фәриҙә тиҙҙән, ысынлап та, “Ғафарова” булып китә. “Сәнғәт кешеһенең тормошо ҡатмарлы, ҡәҙимге кешеләрҙекенән айырылып тора, башҡасараҡ. Ана шул донъямды ҡабул иткән, күктең етенсе ҡатында булғанда ла, алдымда төпһөҙ упҡын хасил булғанда ла Фәриҙәм һәр саҡ янымда. Нисек бармын – шулай ҡабул иткәне һәм яратҡаны, ғаиләбеҙҙе ҡурсалағаны, үҙенең сикһеҙ мөхәббәте менән миңә көс биреп торғаны өсөн ҡатыныма сикһеҙ рәхмәтлемен…” – ти артист.

Миллиондарса тамашасыларҙың йөрәген әсир иткән Фидан Сафа улы Ғафаровтың ярты быуатлыҡ ижади ғүмере Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән бәйле.

Һеҙҙең өсөн театр нимә ул, тигән һорауға: “Театр – ул минең тормошом!” – тип яуап бирә Фидан Ғафаров. (Динара ҠӘЙҮМОВА)