Билдәле булыуынса, “Башҡортостан” гәзите Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан "Бәйләнештә"ге төркөмөндә шәп конкурс иғлан итте. Ул 1 мартта башланды һәм 7 мартҡа тиклем дауам итәсәк.
Шулай итеп, әле уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле гүзәл заттар “БУЛДЫҠЛЫ ҠАТЫН-ҠЫҘ” исеме өсөн көрәшә. Улар менән яҡындан танышайыҡ:
1. Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы Солтанова Баймаҡ районының Татлыбай ауылында тыуып үҫкән. Әле Ҡариҙелдең күркәм Абыҙ ауылында йәшәй, башҡорт теле уҡытыусыһы. Ике бала әсәһе. Төньяҡ башҡорттарының кейемен, тарихын, ырыуҙарын өйрәнә, бер нисә ғаилә өсөн шәжәрә төҙөгән. Район һабантуйҙарында 15 йылға яҡын алып барыусы була, милли байрамдар уҙғарыуҙа ҡатнаша. Терминологик хеҙмәттең секретары булған, тәржемә эше менән шөғөлләнә.
2. Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы Үтәбаева Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында тыуған, Өфө ҡалаһында йәшәй. Юғары белемле, әле хаҡлы ялда. Морат һәм Әбйәлил исемле һәләтле улдар үҫтергән. Оло йөрәкле әсә ҡул эштәре оҫтаһы ла: төрлө әйберҙәр бәйләй, ҡорама эшләй, кейеҙҙән төрлө кейем баҫа, аш-һыуға маһир, милли кейемдәр тегә. Республика кимәлендә уҙғарылған мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, үҙен кино төшөрөүҙә лә һынап ҡараған.
3. Мөнирә Мөрит ҡыҙы Яхина 1962 йылда Баймаҡтың Ҡолсора ауылында тыуған. Әле ошо райондың Темәс мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Ике бала әсәһе. Бәләкәй сағынан төрлө әйберҙәр бәйләй. Әле, күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, балаҫ һуға торған ҡорамал һатып алған һәм ошо эшкә тотонған. Был шөғөлгә остазы Рауза Ғафарова өйрәткән. Халыҡ уның балаҫтарын яратып ала.
4. Рәйлә Рәшит ҡыҙы Латипова 1958 йылда Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуған. БДУ-ны тамамлағас, үҙ районының комсомол ойошмаһында 3-сө секретарь, мәғариф бүлегендә телдәр буйынса методист, Малаяҙ башҡорт гимназияһы директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 2007 – 2015 йылдарҙа “Йүрүҙән” гәзите баш мөхәррире булып эшләй. Әле хаҡлы ялда, әммә әүҙем тормош алып бара, китап сығарыу менән шөғөлләнә, тыуған яғы тарихын өйрәнә, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар, ҡоролтай ойошмалары ағзаһы булып тора. Өс бала тәрбиәләп үҫтергән, әле дүрт ейән-ейәнсәре бар.
5. Айгөл (Фәимә) Батыр ҡыҙы Ниғәмәтуллина сығышы менән Әбйәлил районының Шәрип ауылынан. Юғары белемле, өс бала әсәһе, өләсәй. Белорет ҡалаһының лицей-интернатында оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләй. “Хеҙмәттәштәрем, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр матур бер ғаилә булып йәшәйбеҙ”, – ти ул. Айгөл (Фәимә) – республикала “Аулаҡ өй” сараһын башлап ебәреүселәрҙең береһе. Әле лә эштән буш ваҡытын ошо сараға бағышлай – ойоштороусы ла, алып барыусы ла.
6. Регина Камалова – Әлшәй ҡыҙы. Ул – Милли әҙәбиәт музейында өлкән ғилми хеҙмәткәр. Регина илебеҙҙәге, республикабыҙҙағы иҫтәлекле урындар буйлап сәйәхәт итергә, иҫке төрки телендәге боронғо китаптарҙы уҡырға ярата. Шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен кейеп, уларҙың матурлығын фотолар аша башҡаларға күрһәтеү буйынса ла эш алып бара.
7. Зөлфирә Фәрит ҡыҙы Моратшина-Ҡарағужина Әбйәлилдең Күсем ауылында тыуған. Ошо райондағы мәҙәни-ял үҙәгенең Ташбулат филиалы мөдире булып эшләй. Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Әбйәлилдәге ойошмаһы, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы. Ул етәкселек иткән филиал ике йыл рәттән "Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы" исеменә лайыҡ була. "Донъясығым" тигән шиғырҙар китабы авторы. Район, республика конкурстары еңеүсеһе. Әүҙем йәмәғәтсе. Ике ул үҫтерә.
8. Әлиә Рамазан ҡыҙы Әмирова (Булатова) Мәләүез районының "Көнгәк" гәзите редакцияһы баш мөхәррире булып эшләй. Ижадҡа ғашиҡ кеше. Йыр-моңға, бейеүгә маһир, төрлө жанрҙа яҙыша, оҫта һүрәт төшөрә, юморға бай. Ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө, асыҡ, эскерһеҙ күңелле кешеләрҙе ярата. Өс бала әсәһе. Тамьян ауылында йәшәй, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, аш-һыуға оҫта.
9. Фәимә Сәлих ҡыҙы Бүләкова Баҡалы районының Мостафа ауылында тыуған. Урындағы район хакимиәтендә оҙаҡ йылдар яуаплы вазифаларҙа эшләй. Бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, әүҙем тормош алып бара. 1982 йылдан Баҡалы районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып тора. Үҙе ике ҡыҙ әсәһе. Ире менән эшҡыуарлыҡ алып баралар. Йыл да илле төр петуния сәскәһе үҫентеләре үҫтереп һата. Баҡалы ауылы республикала иң яҡшы район үҙәге булһын өсөн, иҡтисадты үҫтереүгә тос өлөш индерә.
10. Гөлнара Гәрәй ҡыҙы Сәлихова 1965 йылда Архангел районының Аҙау ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән, әле Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында башланғыс кластарҙы уҡыта. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн 2017 йылда “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем алған. Алдынғы ҡарашлы педагог белем биреүҙә мобиль программаны ҡуллана. Уны уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә. Ике ҡыҙ үҫтергән, дүрт ейән-ейәнсәре бар.
11. Нурзилә Хәйбуллина – Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылы ҡыҙы. Ире Илгиз менән Тимур һәм Данис исемле улдар үҫтерәләр. Нурзилә Көйөргәҙе районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә баш белгес булып эшләй. Район тормошонда ҡайнап йәшәй. Эштән тыш ваҡытында ғаиләһе менән Таймаҫҡа ата-әсәһе янына ҡайтып, көс, дәрт туплап киләләр. Тәбиғәт матурлығынан илһам алып, һәр миҙгелдең ҡәҙерен белеп, булғанына шөкөр итеп, яңы маҡсаттарға ынтылып йәшәй.
12. Азалия Вәлиева – танылған йырсы, бер үк ваҡытта уңышлы эшҡыуар. Бөгөн ул ире Артур Кәримов менән үҙҙәре тыуып үҫкән Бөрйән халҡын ғына түгел, күрше-тирә райондарҙы ла сифатлы йорт йыһаздары менән тәьмин итә. Иҫке Собханғолда “Хазина” тип аталған кафелары бар. Азалияның ҡыҙы Гүзәл дә ошо өлкәне һайлаған, бөгөн ул - аяғында ныҡлы баҫып торған йәш эшҡыуар.
Бәйгелә ҡатнашҡан гүзәл заттарға уңыштар теләйбеҙ!
Автор: Рәмилә Мусина
Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .