Февраль аҙағында уңған баҡсасылар үрсетмәләр ултыртыу эштәрен башлай, тупраҡ әҙерләй, орлоҡтарын барлай. Әммә барыһы ла көҙҙән үк сәсер өсөн тупраҡ йүнләп ҡалмай, шуға күрә һатыуҙағыға өҫтөнлөк бирә. Тик магазиндан алынған тупраҡтың барыһа ла уңдырышлы булмай шул. Был осраҡта нимә эшләргә?
Һатыуҙағы тупраҡ күпселек торфтан тора, ул тиҙ генә ҡорой, уҡмаша. Йыш ҡына үҫентеләр бындай тупраҡта үҫә алмай. Шулай уҡ ҡайһы бер намыҫһыҙ етештереүселәр теплицаларҙан ҡулланылған, ташлай торған насар тупраҡты тултырып һата. Билдәле, унда зарарлы микроорганизмдар, ҡоротҡостар туп-тулы. Был тупраҡҡа орлоҡ сәсеү менән ул яҡшылап үҫеп китә алмай: себенләй йәиһә ҡорой. Шуға ла үҫентеләр өсөн ерҙе үҙ ҡулдарыбыҙ менән әҙерләү – яҡшы уңыштың нигеҙе.
Тупраҡты баҡсағыҙҙан, бигерәк тә борсаҡлылар йәки фасоль үҫкән түтәлдән алып, ағас аҫтынан, япраҡтар серетмәһе булған урындан алынғанына ҡушырға кәрәк. Шуныһы мөһим: шыршы, ҡарағай, имән үҫкән урындан алмағыҙ, унда тупраҡ самаһыҙ әсе була. Артабан йылға ҡомо ҡушып, 1:1:1 иҫәбенән болғатырға ла бер стакан ағас көлө өҫтәргә кәрәк. Ул ерҙе зарарһыҙландыра, туҡландыра ла.
Тупраҡта төрлө ҡорттарҙың күп булыуы билдәле. Уларҙан ҡотолоу өсөн әҙер ерегеҙҙе балконға, тышҡа сығарып туңдырып алырға була. Был ваҡытта күпселек ҡоротҡостар үлә, әммә барыһы ла түгел. Шуға ла индереп иретеп алып, яңынан һалҡынға сығарып туңдырыр кәрәк. Шулай ике-өс тапҡыр ҡабатлау зарур.
Икенсе ысул - духовкала йәки мейестә ҡыҙҙырып-яндырып алыу. Был осраҡта табаға биш сантиметр ҡалынлыҡта тупраҡты йәйеп һалып, 70-80 градус эҫелектәге мейескә ҡуйып тораһың.
Өсөнсө ысул - парландырыу. Былай эшләһәң, ер дымланып, яҡшырып та китә. Тишекле сүмескә әҙер тупраҡты һалып, ҡайнап торған кәстрүл өҫтөндә тотаһың. Был ысулды орлоҡто сәсер алдынан ғына эшләү кәңәш ителә.
Шулай уҡ ҡоротҡостарға ҡаршы марганцовка иретмәһе ҡушылған һыу ҙа ярҙам итә, әммә ул сүп үләндәре орлоғон үлтермәй. Бар ысулдар ҙа яҡшы, әммә шуныһы: зарарлылары менән бергә файҙалы микроорганизмдар ҙа үлә. Шуға ла зарарһыҙландырғандан һуң тупраҡты файҙалы матдәләр менән байытыу кәрәк. Тәғәйен органик ашламалар һатыуҙа күп, шуларҙы ҡушыу - үрсетмәләрҙең көслө, ныҡ булыуының нигеҙе. Күп баҡсасылар "Гуми"ҙы ҡуллана, ул сәскәләр өсөн дә, йәшелсәләргә лә берҙәй файҙалы.
Әгәр ҙә көҙҙән әҙерләп ҡуйған тупраҡ булһа, әле үк йылыға индереп, йылытҡандан һуң уны бешәкләп (парландырып) алһағыҙ, бигерәк тә яҡшы. Бер нисә көндән һуң тәүге үрсетмәләрҙе ултыртырға ла ваҡыт етә. Боростарҙы уңған баҡсасылар әле үк сәсеп ҡуйҙы. Ә һеҙ нимәләр сәстегеҙ әле?
Автор: Карима Усманова