* Егеттең һүҙе – тимерҙең үҙе.
* Егетмен тигән егет еңенән йылан сығарыр.
* Егет булһа, мут булһын, ике күҙе ут булһын.
* Егет кеше – бер кеше, арыҫланға тиң кеше.
* Егет үҙ һүҙенә үҙе хужа.
* Егеттең төҫөн әйтмә, эшен әйт.
* Ир арыҫланы – ата балаһы, ҡайҙа барһа ла, сер бирмәҫ.
* Ирмен тигән ир – ирекле.
* Ир аҫылы - һиммәтле, ҡыҙ аҫылы – ҡиммәтле.
* Ирмен тигән ир егерме биштә баш булыр, ир була алмаған ир иллелә лә йәш булыр.
* Ир йөрәгенә таяныр.
* Ир ирлеген итер, моратына етер.
* Ирҙә ҡыйыулыҡ булһа, эштә ҡыйынлыҡ булмаҫ.
* Ир-егеттең юлдашы – тәүәккәллек.
(“Ғаилә усағы” төркөмөнән).
Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .