Киң таралған хикәйәтте иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Малай мәктәптән ҡайта ла әсәһенә хат тоттора. Ғәзиз кешеһе яҙманы асып ҡарағас, ниңәлер күҙҙәре йәшләнә. Унан улына ҡысҡырып уҡып бирә: “Һеҙҙең малайығыҙ – даһи. Мәктәбебеҙ бәләкәй булғанлыҡтан, ундай аҡыллы балаға белем бирерлек уҡытыусы юҡ. Шуға улығыҙҙы өйҙә генә уҡытһағыҙ ине...”.
Әсә балаһы менән үҙе шөғөлләнә башлай. Һөҙөмтәлә бер нисә йылдан улы өйҙөң баҙында үҙ лабораторияһын асып ебәрә. Артабан үҫешә барып, ҙур ғалимға әүерелә. Бер мәл ҡәҙерле әсәһе баҡыйлыҡҡа күсә. Улы йорттағы элекке әйберҙәрҙе ҡарап, бала сағын иҫкә төшөрөп ултырғанда һарғайған ҡағыҙ бите килеп сыға. Ә унда – шундай һүҙҙәр: “Һеҙҙең улығыҙ аҡыл яғынан үҫешмәгән. Уны башҡа балалар менән бергә уҡыта алмайбыҙ. Мәктәпкә башҡаса килмәһен...”
“Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында”, “Әсәйҙәрҙең беҙҙе донъяға килтергән ваҡытта тотҡан бер тулғағының да хаҡын үтәү мөмкин түгел” - ошо һүҙҙәрҙе бер ҡасан да онотмайыҡ, әсәйҙәребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, ихтирам-хөрмәт күрһәтеп йәшәйек, дуҫтар. Ҡәҙерлеләребеҙҙең изге фатихаһы көндәребеҙҙе, киләсәгебеҙҙе яҡтыраҡ итер. Хәйерле төн!
Д. Ишморатова.
Сайтта сыҡҡан бар яҙмаларҙы ошо һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ: https://bash.rbsmi.ru/