“Асылыҡай буйы, ай, аҫыл таш,
Юрмый буйҡайҙары ҡырсын таш” халыҡ йырынан
Кемдәр бында элек көн иткәндер?
Кемдәр йырлағандыр был ярҙа?
Боронғонан ҡалған һағыштарҙы
Насип булды микән табырға?
Бөгөн бында Мең ҡәүеме йәшәй,
Ә күл аша – Ҡаңны ырыуы.
Туған яғын һағынып моңланғандыр
Ерһерәгән Юрмый йырауы.
“Асылыҡай буйы, ай, аҫыл таш” –
Кем һуң ғашиҡ булмаҫ был күлгә?
“Эскәйҙәрең бошһа, күңел ас” тип
Кемдер ерен иҫләп тилмергән.
Ҡайҙа йәшәй икән хәҙер улар?
Ил йөҙөндә кем һеҙ, юрмыйҙар?
Һеҙҙән ҡалған бөртөк ҡан мин тиһәм,
Кемдәр икән бөгөн танырҙар?
Әлмәтмулла төбәгенән килеп,
Ырыҫ тапҡанһығыҙ был яҡта.
Аҫабалар үҙ башҡортон таный –
Балҡыған бит һеҙҙең усаҡ та.
Иман таратам тип килгән бабам
Уртланымы икән Зәй һыуын?
Бында килеп Шаҡа буйҙарында
Баҫҡандыр ул йөрәк ярһыуын.
Ауылымда тәүге намаҙҙы ла
Уҡығандыр минең олатам.
Нисә быуат аша зекерҙәре
Йөрәгемә ҡаға йыраҡтан.
Нисәмә быуат аша сәләмдәре
Китап булып ҡайта илемә.
Шәжәрәнең рухлы ауаздары
Ҡеүәт өҫтәр ҡәүем түленә.
“Юрмый буйҡайҙары ҡырсын таш” ти,
Иҫтәлеккә алам бер ташын.
Бәлки, танып ҡалыр шул тамғанан –
Йөрәк хәбәремдән ҡәрҙәшем.
Эскәйҙәрҙең бошҡан саҡтары бар,
Шатлыҡ тулды бөгөн эсемә.
Умартаға ҡорттар йыйылғандай,
Юрмыйҙарым ҡайта күсенә.
Бер ус тупраҡ илтеп һалайымсы –
Рухы тыныс булыр бабамдың.
Ул уҡыған доға ҡеүәтенән
Тамырымды барлап табалдым.
Лариса Абдуллина.
2017