Баш ҡорт ҡатын-ҡыҙының матурлығына һоҡланырға теләһәң – Сараға күҙ һал!.. Ҡатын-ҡыҙҙың саялығын белергә теләһәң – Әбйәлил ҡыҙына ҡара!.. Һылыу ҡатын-ҡыҙҙың зауығын, нурлы булмышын күрергә теләһәң – Сараға ҡарашыңды йүнәлт әле, үҙеңә рухташ, күңел тыныслығы эҙләһәң дә уның менән бер-ике кәлимә һүҙ менән бүлеш…
Һылыу, нәзәҡәтле, уңған ҡатын-ҡыҙ һәм тетрәндерерлек көскә, тәрән хискә эйә булған актриса, тиҙәр уның хаҡында. Һүҙем – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева тураһында. Сығышы менән ул Ә бй ә лил районыны ң Ә лм ө х ә м ә т ауылынан, был ауылдың элекке исеме - Ҡолбаҡты . Ялан яҡтары, ҡылғанлы дала араһында ятҡан был бәләкәй генә ауылдан бар халыҡҡа танылған, ҙур шәхестәр сыҡҡан – Рәмил Ҡолдәүләт, Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов һәм Сара Буранбаева ла улар араһында. “Бала сағымды иҫкә төшөрһәм, әле булһа танауыма ҡылған еҫе килеп бәрелгәндәй, ә күҙ алдыма ауылды уратып алған икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары баҫа”, - ти Сара үҙенең бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашып.
Әбделхәй Ғөбәйт улы менән Венера Фадил ҡыҙы ғаиләләрендә биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, Сара – икенсе бала булып донъяға килгән. Сараның атаһының ауылдаштары араһында абруйы бик ныҡ ҙур була, холоҡ-фиғеле буйынса - тура һүҙле кеше, намыҫсан ир-егет тә тип беләләр уны. Йәш ғаиләлә тәүгеһе булып ҡыҙ бала –Рәмилә - донъяға килгәс, икенсе бала мотлаҡ малай булырға тейеш, тип фекер йөрөтә атай кеше. Хатта ул шулай булырға тейеш тип ҡабул итә һәм бала табыу йортона ҡатынын оҙатып ҡуйғас, үҙенсә бер түҙемһеҙлек менән малайын ҡаршы алырға әҙерләнә башлай. Ҡатыны бала тапҡан, тигән хәбәрҙе алыу менән, бөтә эшен ташлап, “Урал” мотоциклына ултырып, бала табыу йортона барып етә.
- Кем? – тип һорай ҡатынынан Әбделхәй ағай.
- Ҡыҙ. –ҡатынынан был һүҙҙе ишеткәс, йылмайып торған йөҙө һүрелеп, өмөт иткән малай тыумағас, ҡатынының артабанғы хәбәрен тыңлап та тормайынса, ҡырт боролоп ауылына ҡайтып китә. Уның ҡатынына үпкәһе шул тиклем ҙур була - өмөтөнөң аҡланмауын күреп, хатта бала табыу йортонан да барып алырға баш тарта ул. Уның ҡарауы – йәш әсә менән яңы тыуған бала тыуған ауылына –Әлмөхәмәткә - егеүле атта өләсәһе менән ҡайта. Тағы ла бер ҡыҙ тапҡан ҡатынына ла, йәш сабыйға ла оҙаҡ ҡына иғтибар булмай атай тарафынан – әсәй кеше балаға Розалия тигән исемде ҡуштыра. “Ай үҫәһен көн үҫә, матур бала булып үҫеп етә” – тигәндәре, моғайын, тура киләлер был осраҡта. Сәңгелдәктәге бала бишкә төрләнә, тиҙәр. Йәш сабый ҙа, туп-тумалаҡ, теремек, матурҡас ҡына булып күҙгә күренә башлай – өләсәй менән әсәй уның янынан китмәй, “ҡара турғайым”, “алтыным”, “бәпкәм“ тиеп, тупылдатып һөйөп, әленән-әле ҡлударына алып “һәтес-һәтес һәтестә, бигерәк матур бәпес тә” тип, яратып ҡына торалар үҙен. Әбделхәй ағайҙың да күңеле йомшара – сабыйҙы ҡулына ала, уға һүҙ ҡуша башлай, ә бер көндө хатта “ҡыҙыбыҙға исеме тура килмәй, икенсе исем ҡуштырам” – тип, мулла саҡыртып, яңынан исем ҡысҡырта – шул ваҡыттан алып Розалия Сара булып китә. Яңы исем менән бергә ғаиләгә йәнә татыулыҡ килә, Сара иһә атаһының яратҡан ҡыҙына әйләнә.
Атаһының да күптән көткәне, теләгәне алдына килә - Саранан һуң тыуған малайҙар – Юлай менән Ишдәүләтте аталары ул ваҡыттағы иң абруйлы еңел машина - аҡ “Волга”ла ғына ауылдарына елдертеп алып ҡайта. Иң күп “почет” Юлайға эләгә – уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ иң матур уйынсыҡтары, хатта “Юлай” тип яҙылған ҡышҡы санаһы ла була.
Тәрбиә башы – ғаиләлә, тиҙәр. Сара үҫкән ғаиләлә лә шулай: бәләкәй ваҡыттан эш һөйөп, ата-әсәләренә ярҙамсы булып үҫә балалар, яҡшы уҡырға ла, йорт эштәрендә лә өлгөрәләр. Буш ваҡыттарында китапҡа мөкиббән китәләр, уларҙың баш күтәрмәй китап уҡып ултырғандарын күреп: “Ана, фәләндең ҡыҙҙары күптән инде эштәрен бөткән, ә һеҙ китапҡа сумғанһығыҙ” – тип тә ара-тирә әйтеп ҡуйыр булалар. Йәһәт кенә ҡашығаяҡтарҙы, иҙәндәрҙе йыуып сығалар ҙа, йорт эштәрен теүәлләгәс, йәнә китаптарын ҡулға алыр булалар. Сараның әле булһа эште йәһәт кенә урын-еренә еткереп эшләп ҡуйыуы ла шул бала саҡтан ҡалған күркәм ғәҙәтелер, моғайын.
Әсәһе, үҙе етем үҫкәнгәме, балаларына ҡарата бик ныҡ наҙлы була, йоҡоларынан тупылдатып һөйөп, яратып уята. Мәктәпкә оҙатҡанда ҡапҡа төбөндә ҡосаҡлап, биттәренән үбеп ҡалыр була. Ауылдаштары: “Беҙҙә, башҡорттарҙа, улай балаларҙы үпкесләп тороу юҡ” – тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетеүгә ҡарамаҫтан, әсәй кеше ғүмер буйы балаларына мөнәсәбәтен үҙгәртмәй. Биш бала ла – Рәмилә, Сара, Юлай, Ишдәүләт, Эльвира – барыһы ла әсәйҙең сикһеҙ һөйөүен, мөхәббәтен тойоп, уның наҙына, иркәләүенә ҡойоноп үҫәләр. Һәм бөгөн үҙҙәре лә матур ғаилә ҡороп, атай-әсәй өйрәткәнсә тәрбиәле балалар үҫтерәләр.
Атаһы, киреһенсә, иркәләү-наҙлауға бигүк иғтибар итмәй, балаларына берәй төрлө иҫкәртеүҙәрен дә ҡатыны аша әйтер булған: “Әсәһе, ҡыҙҙарыңа әйт, шулай итһендәр” – тигән формала аралашыу ғәҙәти күренеш була улар өйөндә. Әбделхәй ағай саҡматаштай ҡаты холоҡло, бигүк иркәләп-сөсөләнеп бармаған булһа ла, әммә балаларын кеше араһында кәм-хур булмаҫлыҡ итеп үҫтереүгә бар көсөн һала, һәр бер балаһына юғары белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Хатта уларға буласаҡ һөнәрҙәрен дә үҙе алдан билдәләп ҡуя. Баш бала Рәмиләне уҡытыусы итеп күрә атай кеше, ғаиләлә уҡытыусы булғас, икенсе бала – Сара мотлаҡ медицина юлын һайлап, табип булырға тейеш, тигән ҡараш тыуа һәм шул юҫыҡта әҙерлек башлана.
Иҫендә Сараның - йәйге оҙон кис һайын улар Рәмилә апаһы менән быҙау эҙләргә сығалар. Рәмилә апаһы Сараны бергә йөрөтәһе килмәй: “Оялам мин Сараң менән йөрөргә, ул бара-бара ла ҡысҡырып шиғыр һөйләй, йә йыр йырлай башлай” – тип әсәһенә зарлана икән. Театр тигән ғәжәйеп тылсымлы донъяның ене тәүге тапҡыр уға ауылдарына килеп Сибай башҡорт театры күрһәткән спектаклдән һуң “ҡағыла” – Рәмилә Сәлимгәрәева шул тиклем килештереп уйнай, хатта ки Сара бер-нисә көн был уйын тәъҫиренән арына алмай йөрөй, үҙе лә актриса булырға хыяллана.
Мәктәпте тамамлағас, атаһы “беҙҙең Сара врач буласаҡ” тип, уны Өфөгә медицина университетына алып килә. Әммә Сара, әсәһе ҡаты ауырып киткәс, һис тә ике уйлап тормаҫтан ата-әсәһе янына ҡайтып, уларға ярҙамлашырға ҡарар итә. Әммә өйҙә эшһеҙ ятырға ғына риза булмай – үҙҙәренең ауылындағы фермаға быҙау ҡараусы булып эшкә инә. Шул ваҡыт Р әү ил ә Хажиева мен ә н Роберт За һ ретдинов совхоз ансамблен республика ким ә ленд ә ге смотр ғ а ә ҙ ерл әр өсөн ауылдарына килә . Рәүилә Хажиева Сараны бейергә өйрәтеп кенә ҡалмай, йәш ҡыҙҙың һығылмалы буй-һынына, тотошона һоҡланып, уға театр б ү легенә уҡырға барырға к әңә ш итә. Сара әле булһа аптырап иҫкә ала – нисек итеп Рәүилә апай уның атаһын күндерә алған икән? Сәнғәт институтына имтихандар июль айында, ә башҡа юғары уҡыу йорттарына августа үткәрелгән булған, бәлки “Сәнғәт институтына Сара барып ҡараһын, унда үтмәһә – мединститутҡа барыр” –тигән хәйләгә ҡапҡандыр Әбделхәй ағай?!.. Ҡыҙы бер ынтылышта сәнғәт институтына үтер, тигән фекер уның башына ла инеп сыҡмай. Ә Рәүилә апай Сараны ярты юлда ҡалдырмай – Өфөгә ҡайтҡас, ул атаһына шылтыратып: “Ебәрегеҙ баланы, Өфөгә килһен, бында уны Мәхмүт Уразовтың ҡыҙы Зөлфиә менән таныштырам, дуҫ булырҙар” –тип саҡырып ала. “Минең һымаҡ, сәнғәт институтына инергә йыйынған тиҫтерҙәшем Зөлфиә менән таныштырҙы. Шулай итеп, мин июнь айында Өфөгә килеп төштөм, Зөлфиә менән дуҫлашып киттем, уларҙа бер-нисә көн торҙом, улар миңә шиғырҙар, әҙәби әҫәрҙәр биреп ҡайтарҙылар, Зөлфиә ул ваҡытта Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала эшләп йөрөй ине. Беҙ Зөлфиә менән бергә имтихандарға әҙерләндек” –тип иҫләй ул ваҡыттарҙы Сара.
Шулай итеп, яҙмыш үҙе уны ҡанат аҫтына алып, үҙ ҡулдары менән этәреп сәнғәт юлына алып килә. “1985-се йылдарҙа бер урынға 6-7 кеше дәғүә итә ине. Тәү күреүҙән уҡ минең яныма Тамара Шаһитовна килде. Минең ҡайҙан, кем икәнемде белеште, беҙҙең һығылмалыҡты тикшерә ине ул. Беҙгә ҡара купальниктар бирҙеләр, беҙ уларҙы кейеп комиссия алдына баҫырға тейешбеҙ. Ул купальник шул тиклем ҡыҫҡа, тәнде һығып торған һымаҡ, мин тегенән-бынан купальникты һуҙып тәнемдең асыҡ ерҙәрен ҡапларға тырышам. Быны күреп ҡалған уҡытыусы: “Ни эшләп улай итәһең, бында бит нәҡ һинең аяғыңды, кәүҙәңде ҡарайбыҙ. Матур һын-ҡиәфәтеңде күрһәтәһе урынға, һин киреһенсә ҡыланаһың” – тип шелтә бирә. Минең оялсанлыҡтан, баҙнатһыҙлыҡтан шулай иткәнемде, моғайын, ул аңлағандыр инде”.
Бергә имтихан тапшырып йөрөгән абитуриенттар Сараның үҙен тотошона, осанкаһына иғтибар итеп, был ҡыҙ, моғайын, берәй ҡаланан килгәндер, билдәле берәй кешенең балаһылыр, тип ҡабул итә. “Төпкөл бер ауылдан, ябай ғаиләнән икәнемде белгәс, аптырап китәләр ине” – тип көлөп иҫләй Сара. А.Лощенков һәм В.Корякин етәкселегендәге Эксперименталь курсҡа уҡырға алалар уны – Башҡортостандан ғына түгел, Ижау, Мәскәү өлкәһе ҡалаларынан килгән рус һәм башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары уҡыған төркөмгә эләгә ул.
Сараның Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инеүенә атаһы бигүк шатланмай – “Һин төшкө ашты ашарға мединститутҡа йөрө” –тип ҡайтҡан һайын әйтер булған. Күңеленән генә шуға ышанғандыр – етди һөнәр һайламаған ҡыҙы бәлки берәй табиплыҡҡа уҡыған егет менән танышып, уға кейәүгә сығыр, тигән уйы булғандыр...
Курсташтарына, Өфөгә өйрәнеп китеүе ҡыйын була – әммә үҙенең тырышлығы арҡаһында бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға. Арыҫлан йондоҙлоғо аҫтында тыуғандарға хас булған сифаттары унда ярылып ята. Оялсанлығын еңә, ошоға тиклем русса иркен аралашмаған ҡыҙ рус ҡыҙҙары менән дуҫлашып, әхирәттәр булып китә. Әммә күңел төбөндә һаман да ауылын, әсәһенең йылы ашын һағына... Башында бер уй – беренсе сиректе уҡып бөтөргәме, әллә уҡып тормайынса ғына ҡайтып китергәме. Шулай икеләнеп көн артынан көн үтә.
Сараның иҫендә тәүге тапҡыр институтҡа килеүе. Әхирәттәренең фатирына барып ҡуна, автобус менән килеп еткәнсе дәрестәр башлана. Ул институттың ишектәрен таба алмай ҡаңғыра. Бер ишек асылып китә лә унан бөтә ишекте кәүҙәһе менән ҡаплап торған ағай сығып баҫа.
- Нимә эшләйһең бында?
- Мин бында уҡырға индем... – тип яуап бирә Сара.
- Ниңә һуңлап йөрөйһөң? Әйҙә, минең арттан... –тип эйәртеп алып инә. Ҙур кәүҙәле, яңғырап торған тауышлы ағай артынан ҡурҡа-ҡурҡа ғына эйәрә. Был ағай – ул ваҡытта ректор булып эшләгән Заһир Исмәғилев булып сыға. Аҙаҡтан тағы күрешкәндә, Сараны иҫендә ҡалдырып: “Шунан, башҡаса һуңламайһыңмы?” – тип һүҙ ҡушып китә.
Беренсе курс студенткаһы булыуға ҡарамаҫтан бик үҙһүҙле һәм ҡыйыу ҙа була үҙе – Етенсе ноябрь байрамына ойошторолған демонстарцияға мотлаҡ барырға тейеш икәнлеген белгәс, ул декан ярҙамсыһы Суфия Ғилман ҡыҙы Кусимоваға барып: “Мин демонстрацияға бармайым, ауылыма ҡайтып киләм” – тип әйтә. Әммә уҡытыусы ҡаты тора: “Это не обсуждается. Беренсе курстарҙың бөтәһе лә демонстрацияла ҡатнашырға тейеш!” – тип баҫҡыстан өҫкә ҡарай менеп китә. Аҫта тороп ҡалған Сара: “Я билет купила уже. Я все равно уеду!..”- тип ҡысҡыра ла йүгереп сығып йүгерә. Ошондай тәүәкәллек тормошонда күп тапҡыр ҡабатлана – һәр ваҡыт булмаһа ла, әммә күп осраҡта еңеп сыға ул.
Студент йылдарының тағы бер хәтирәһе. Сәхнә теле буйынса уларҙы күренекле актер, драматург һәм педагог Илшат Хәлил улы Йомағолов уҡыта. Тәүге дәрес бара. Уҡытыусы студенттар менән таныша. Уҡытыусының уҫал икәнен тәүҙә үк шәйләй уҡыусылар.
- Исемең кем?
- Са ра! – тип яуап бирә ҡыҙ, исеменең тәүге ижегенә баҫым яһап.
- Бәлки Са ра түгел, ә Сара лыр? – тип уға ҡараштары менән һөҙөп ҡарай ҙә, ҡаты ғына уны төҙәтеп ҡуя уҡытыусы, Сараның исеменең икенсе ижегенә баҫып яһап.
- Бәлки шулайҙыр… - тип ҡаушап төшә ҡыҙ. Студенттар менән танышып бөткәс, уларҙан шиғыр-әҫәрҙәрҙе һөйләтеп ҡарай Илшат Хәлил улы һәм… бөтәһен дә дәрестән ҡыуып сығара: “Кем һеҙҙе, булдыҡһыҙҙарҙы, уҡырға алды? Барығыҙ ана, асыҡ ишекте күрәһегеҙме? Һеҙҙе яңылыш бында уҡырға алғандар! Күҙемә күренмәгеҙ!.. Һеҙҙе институттан ҡыуам...” – тип ҡысҡырып тороп ҡала. Курсташтары менән өйкөлөшөп, ҡурҡышып ул ваҡытта кафедра етәксеһе булып эшләгән Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжевҡа барып инәләр. Студенттарҙың алдында торған “проблема”ны тыңлағас, Ғабдулла ағай көлөп ебәрә лә: “Барығыҙ, бөгөнгә ҡайтығыҙ! Һеҙҙе бер кем дә уҡыуҙан ҡыумаясаҡ” – тип тынысландырып сығарып ебәрә. Һуңынан Сара Буранбаева Илшат ағайҙың яратҡан уҡыусыһына әйләнә, ҡаратырыш, намыҫсан, сәмле студентканы башҡа уҡытыусылар ҙа ярата.
Уҡығанда бик оялсан булған Сара яйлап сәнғәт серҙәренә төшөнә башлай, тәүге тапҡыр дөйөм ятаҡтағы вахтер апайҙы үҙенең уйынына ышандырғаны әле һаман иҫендә. Был хәл шулай була. Институтта имтиханға әҙерләнгән ваҡытта ҡайҙандыр кейемдәр, күлдәктәр алып торалар, ул күлдәктәрҙе йыуып, ситтәрен тегеп алып килергә кәрәк була. Пакет, сумка табылмағас, ул үҙенең күлдәктәрен футболкаһы аҫтынан эсенә урап ҡайтып китә. Дөйөм ятаҡтағы вахтаға барып еткәс, уны вахтер апай баштан-аяҡ ҡарап сыға ла, аптыраған ҡиәфәттә: “Проходи...те...”- тип мығырҙап ултырып ҡала, ә үҙенең ҡарашында “Был студентка йөклө булырға ҡасан өлгөргән икән” тигән һымаҡ аптырау ярылып ята. Вахтаны үтеп бүлмәһенә ингәс, Сара вахтер апайҙы үҙенең ауырлы икәненә шул тиклем ышандыра алыуына рәхәтләнеп көлә, тимәк, минән актриса сығасаҡ, тип ғорурланып та ҡуя үҙенең ҡыланышына.
Студент йылдарында ул тулыһынса ижади мөхиткә сума, үҙе лә белмәйенсә сәнғәткә ынтылған бала саҡ шаңдауы ысынбарлыҡ булып алдына баҫа: курстарында төрлө этюдтар ҡуялар, театрҙарға спектаклдәргә йөрөйҙәр, хатта студент саҡтарында уға Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов саҡырыуы буйынса М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән илле-алтмыш көнлөк йәйге гастролдәргә лә сығырға тура килә. Билдәле шәхестәр –Анатолий Лощенков, Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағолов, Ғабдулла Ғиләжев, Тамара Хоҙайбирҙина һәм башҡалар менән аралашып йәшәү, уларҙың ҡул аҫтында уҡыу Сара өсөн әле булһа бик тә бәхетле миҙгелдәр булып хәтерендә ҡала.
Табип һөнәрен һайлаһа – бик яҡшы табип сығыр ине Саранан, әммә сәнғәт күгендә уның Һомай, Аҡйондоҙ, Гөлнәзирә, Тәңкәбикәһе тыумай ҡалған булыр ине. Шөкөр, ул образдар башҡорт театры сәхнәһендә тыуҙы һәм меңләгән тамашасының күңеленә барып етте.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ай тотолған төндә” спектакле һәм Сараның Тәңкәбикә роле хаҡында фекерҙәрҙе теркәп китәм. “Б ө г ө н Мостай а ғ ай ҙ ы ң тыу ғ ан к ө н ө нд ә уны ң мен ә н осрашыу тел ә ге мине театр ғ а са ҡ ыр ҙ ы... М ә жит Ғ афури исеменд ә ге Баш ҡ орт д әү л ә т академия драма театрында Айрат Абушахманов ҡ уйыуында "Ай тотол ғ ан т ө нд ә " спектаклен ҡ арап ҡ айттым. Шул тикл ем шатланып, ҡ ыуанып был спектаклдең гениаль ик ә нен ә та ғ ы ла бер инандым. Был с ә хн ә ә ҫә рен мин ике тап ҡ ыр барып ҡ ара ғ ан инем инде. Ә мм ә уны ң ҡ уйылыуына нис ә м ә йылдар ү те ү ен ә ҡ арамай, тамашасы к үң еленд ә шулай у ҡ , премьерала ғ ы ке ү ек, к ө сл ө тъ ә ҫ ораттар ҡ алд ырыуына һ о ҡ ландым мин б ө г ө н. Т әң к ә бик ә - Сара Буранбаева тетр ә ндер ә !.. Афарин!!! Мин уны ң һә р һ улышын, һә р тын алышын, һә р ә йтк ә н һү ҙ ен, һә р х ә р ә к ә тен йотоп, бирелеп китеп ҡ арап ултыр ҙ ым. Уны ң хист ә р мен ә н тулы к ү ҙҙә рен ә н к ү ҙҙә ремде ала алманым. " Һ ай, ҡ ай һ ылай к ө сл ө л ә актриса һ ин, Сара,"- тиеп я ңғ ыратып ҡ ыс ҡ ыра һ ы килде мине ң спектакль а ҙ а ғ ында. "Браво, Браво, Сара!" - тиеп ал ҡ ышлау ҙ ан устарым янып, тама ғ ым ҡ арлы ғ ып, бар донъямды онотоп килеп сы ҡ тым театр ҙ ан… ” –тип үҙенең уй-фекерҙәрен менән бүлешә танылған режиссер Нәйлә Сәфәрғолова интернет селтәрендәге үҙ сәхифәһендә.
Сара Әбделхәй ҡыҙының ошо уҡ образы тураһында заманында үҙе лә Тәңкәбикәне башҡарған СССР- ҙ ың халы ҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова былай ти: « Кем генә хыялланмай Тәңкәбикәне баш ҡ арырға! Мин шул бәхеткә ирештем. Шәфә ҡ те лә әсәйемдән һуң мин баш ҡ ар ҙ ым. Ошондай героинялар и ҫ киткес бит ул. Тәңкәбикәлә - Клеопатра ла, Медея ла, Каренина ла йәшәй, әммә милли колоритта. Әйтеп аңлатып бөткөһө ҙ тәрән образ ул! Сара Тәңкәбикә ролен бик матур уйнаны, ҡ абатлама ны, ү ҙ героиня һын та пты. Сара Буранбаева ғ а мин т әү ҙә ү к ҙ ур ө м ө т ба ғ ла ным. Ул б ө г ө н баш ҡ орт театрыны ң и ң о ҫ та, а ҫ ыл ҡ атын - ҡ ы ҙ баш ҡ арыу сылар ҙ ы ң ила һ и с ә н ғә тен, театрыбы ҙҙ ы ң и ң к ү рк ә м традицияларын лайы ҡ лы дауам ите ү се актриса. Уны ң тыумыштан ү ҙ мо ң о – уйландыр ғ ыс, һ о ҡ ландыр ғ ыс, әү р ә ткес , ә рне ү ле. Сараны ң б ө г ө н ижади ш ә хес булара ҡ ү ҙ фекере, халы ҡҡ а ә йтер һү ҙ е бар. С ә н ғә тт ә был и ң м өһ име» .
Башҡорт халыҡ эпосы буйынса театрыбыҙҙа ҡуйылған “Урал батыр” спектаклендә Сара Һомай ролен башҡарҙы. Уның был роле хаҡында ш ағир, драматург, публицист, эпостың сәхнәләге инсценировка авторы Ғ. Шафи ҡ ов шулай тип яҙҙы: “Һомай, мин көткән Һомай - Сара - и ҫ киткес гүзәл, сихри, нур бөркөлә унан».
Әле яҙған ролдәрем Сара Буранбаеваның М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уйнаған ролдәре булһа, уның ижад биографияһы Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрынан башлана (элекке Йәш Тамашасы театры). Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлеген тамамлаған бер-нисә студентты яңы ғына асылған Йәш тамашасы театрына эшкә ебәрәләр. Театрға нигеҙ һалыусы Ғәбдулла Ғабдрахман улы труппа туплауға, репертуар булдырыуға көс һала. Театр асылып бер йыл үткәс, театрҙың художество етәксеһе итеп Олег Ханов тәғәйенләнә, театрға танылған сәхнә оҫталары - Әхтәм Абушахманов, Анфиса Ханова, Сәүиә Сираева, Роза Кәримова килә. Ул танылған артистар менән бергә Йәштәр театрына көс-ҡеүәт өҫтәлә, тулыһынса ижади тормош башлана, аяҡҡа баҫып килгән театрҙы Театр итеү өсөн – уны танытыу, репертуарҙы билдәләү, спектаклдәр сығарыу өсөн бөтә көстәрен һалалар.
Йәштәр театрындағы тәүге роле «Иҙеүкәй менән Мораҙым» (М.Буранғолов) спектаклендәге Кинйә булды (1991). Төрки халыҡтарының боронғо тормошон һәм көрәшен сағылдырған был эпик әҫәрҙе сәхнәләштереү яңы ғына ишектәрен асҡан йәш ижади коллективтың да тәүге эше. Спектаклде Йәмилә Әбсәләмова ҡуя. Кинйә - тамашалағы төп роль, ул Туҡтамыш хандың ҡыҙы, трагик образ.
Артабанғы роле йәнә трагик характерҙағы - «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосынан Маянһылыу. Режиссеры – Ҡаҙағстандан Рәйембәк Сәйембәтов. Маянһылыуҙы уйнағанда «мин үҙемде тәү тапҡыр актриса итеп тойҙом. Маянһылыу миңә иртәгәгә ышаныслы аҙымдар менән атларға ярҙам итте», - ти актриса. Артабан - «Розамы мин, әллә...» (Ә.Дилмөхәмәтова), Т.Миңнуллиндың «Ауыл эте Аҡбай», А.Островскийҙың «Төшөмлө урын» спектаклдәрендә ролдәр.
Шулай итеп, Башҡорт дәүләт академия драма театрына саҡырылғанға тиклем Сара Буранбаева ярайһы тәжрибә туплай һәм үҙен берҙәй иркенелек менән эпоста ла, лирикала ла, героик пьесаларҙа ла, комедияла ла, психологик драма ла ла уйна й алыр актриса тип таныта. “Образдары бер-береһенә оҡшама ған, көтөлмәгәнлек менән шаҡ ҡатырмай, һәр жанрҙа үҙ героиняһының тормош логикаһы на ярашлы бара” (Һ.Сәйетов).
Тора-бара Милли Йәштәр театрында Сара Буранбаева төп көстәрҙең береһенә әйләнә. Уның уйнаған ролдәре тураһында матбуғат биттәрендә яҙып сыға башлайҙар. Мәҫәлән, бик күп артистарҙың ижадын күҙәтеп барыусы журналист Камил Хажиәхмәтов: «Ш.Бабичтың тетрәткес, әммә я ҡ ты образын драматургтар ҙ а урап үтмәй. Ғәзим Шафи ҡ овтың пьесаһы « Ҡ орбан килтереү» тип атала. Спектаклдә Шәйехте ярат ҡ ан Нәфисә ролен Сара Буранбаева баш ҡ ар ҙ ы. Был образ спектаклде моң, йәм, зар һәм фажиғә менән байытты, уның ышандырыу көсөн күтәр ҙ е. Актриса баш ҡ арыуындағы Нәфисә теүәл образ булып кү ҙ алдына ба ҫ а: унда барыһы ла бар- тауыш та, ҡ араш та, тойғо ла, сәхнәлә ү ҙ ен тотошо-йөрөшө лә – ү ҙ урынында, арты ҡ та, кәм дә түгел» - тип яҙып сыға “Баш ҡ ортостан” гәзитендә (1992 й., 23 декабрь). Актрисаның ошо роле тураһында “Ватандаш” журналы ла яҙып сыға: «Ғәзим Шафи ҡ ов был ә ҫ әрендә шиғриәтебе ҙ шоң ҡ ары Ш.Бабич шәхесен һүрәтләй. Төп героинялар ҙ ың береһе – Нәфисә. Сара Буранбаева героиняһын ү ҫ ештә биреүгә өлгәште. Тәүге сәхнә менән финал араһында Нәфисәнең тотош ғүмере үткәндәй булды. Талант ҡ иммәте бына ошондалыр».
Әнғәм Атнабаев пьесаһы буйынса “Мөхәббәт тураһында йыр” спектаклендәге Дилбәр роле тураһында “Театр яҙы” республика фестивале сиктәрендә Илүсә Капкаева бына ниҙәр яҙа: «Песнь о любви» по пьесе Ангама Атнабаева (реж.А.Надыргулов) - у Сары Буранбаевой в этом спектакле задача была чрезвычайно сложной. Эпицентр нравственной нагрузки спектакля, на мой взгляд, выпадает именно на образ Дильбар в исполнении Буранбаевой. Именно она вызывает в зрителе тоску по настоящей любви, заставляя преклоняться перед величием большого чувства. Свет его коснулся всех участников этой драмы – Ильгама, Гульнар, Талгата (актер Расуль Карабулатов)».
Шулай итеп, сәнғәттәге тәүге аҙымдарынан уҡ Сараны сәхнә өсөн яралған актриса итеп ҡабул итәләр – был уның тәбиғи һәләтенән, тырышлығынан һәм дә күңел байлығынан киләлер.
Сара менән аралашҡандар уны бик ябай тип беләләр. Ә таныш булмай, ситтән күҙәткәндәр өсөн ул “текә, эре” ханымдарҙың береһе булып күренә. Был – тәүҡарашҡа ғына шулай. Хәйер, ошо урында Илдар ағайҙың тәүге тәьҫораттарын яҙып үтәйем – тәүге тапҡыр Сара Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров менән партнер булараҡ Сөләймән Латипов һәм Хәмдиә Фәтихова яҙған “Көнләш, Америка, көнләш!..” комедияһында уйнанылар. “ Й ә шт ә р театрынан бе ҙ г ә эшк ә са ҡ ырыл ғ ан Сара Буранбаева - т ө ҫ к ә баш ҡ а ү т ә сиб ә р, һ ом ғ ол һ ынлы был һ ылыу - "бе ҙҙ е ң ке ү ект ә р" мен ә н "тек ә " ген ә һө йл ә шер инде тип уйла ғ айным, ба ҡһ а ң , ул кире һ енс ә , алса ҡ к үң елле, кешел ә р мен ә н ти ҙ аралашыусан, егетт ә рс ә т әүә к к ә л шул у ҡ ва ҡ ытта, ҡ атын - ҡ ы ҙҙ ар ғ а хас на ҙ лы ла булып сы ҡ ты. Х ә теремд ә С.Латыповты ң "К ө нл ә ш , Америка , к ө нл ә ш !.. " спектакленд ә уны ң мен ә н т әү ге тап ҡ ыр партнер ҙ ар булара ҡ эш башла ғ айны ҡ . Нинд ә й ҙ ер ят һ ыныу, у ң ай һ ы ҙ лы ҡ тар кисер ҙ ем тип ә йт ә алмайым. Уны ң кешел ә рг ә бул ғ ан асы ҡ лы ғ ы, с ә хн ә л ә ге ихласлы ғ ы һә м ә лбитт ә т ә би ғ и на ҙ лылы ғ ы мине шунда у ҡ ү ҙ ен ә й ә леп итте. Ә ле алда бихисап тамашалар ҙ ы, концерт, кис ә л ә р ҙ е ошо "тек ә " һ ылыу мен ә н берг ә алып барырбы ҙ тип уйлама ғ айным да ул са ҡ та. Артабан бер с ә хн ә л ә эшл әү спектакль һ айын берг ә уйна ғ ан рольд ә ребе ҙ г ә к ө т ө лм ә г ә нд ә я ң ы буяу ҙ ар ө ҫ т ә рг ә , бер-беребе ҙҙ е һү ҙһ е ҙ а ң лап, с ә хн ә л ә ше ң де тойор ғ а, к үң ел мен ә н я ҡ ынайыр ғ а яр ҙ ам итте ” – тип иҫләй Илдар ағай Сара менән тәү күрешкән ваҡыттарын.
Милли Йәштәр театрында төп ролдәрҙе башҡарған Сара Буранбаева ошо театрҙың героиняһы, тамашасыларҙың яратҡан актрисаһының тормошондағы киләһе осор ҡайҙан башланған? Үҙгәрештәрҙең, ижади йәһәттән икенсе юҫыҡҡа төшөүҙең башы режиссер Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғоловҡа бәйле. Ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына художество етәксе итеп тәғәйенләнгәс, бер-нисә артисҡа төп театрға күсергә тәҡдим итә. “Бында һеҙ төп ролдәрҙе башҡараһығыҙ, әммә Башдрамтеатрға барғас авторитет яулап алыу өсөн ваҡыт кәрәк буласаҡ, унда һеҙҙе төп ролдәргә “көтөп тормайҙар”, унда үҙҙәренең герой-героинялары бар. Һеҙгә тырышып эшләргә, үҙегеҙҙең шул труппала эшләргә лайыҡ икәнегеҙҙе иҫбат итергә кәрәк буласаҡ” – Азат Әхмәҙулла улының ошо өгөт-нәсихәттәрен әле булһа иҫкә ала Сара. Ысынлап та, ҡайһылай урынлы кәңәштәрен биргән ул, әҙерлек үткәргән. Икенсенән Сара бер үҙе генә түгел, Гөлфиә Рафиҡова һәм Азат Йыһаншин да Башдрамға күсәләр. Һәм төп башҡорт театры труппаһында ла үҙ урынын таба ул – труппа уны ҡабул итә, үҙ урынын таба, төп ролдәрҙә уйнай башлай.
Илдар ағайҙың Сара тураһындағы хәтирәләренең дауамына күҙ һалайыҡ. “ Сәхнәлә йыш осрашһа ҡ та спектаклдәр ҙ ә бергә эшләргә, бик йыш тура килмәне бе ҙ гә, әммә тура килгәндәре күңелемдә уйылып ҡ алды. Ф.Бүләковтың "Һөйөү сәғәте һу ҡҡ анда" спектаклендә, ситтәге балаларының тормоштарын ү ҙҙ әренсә фаразлап тимер юл янында яңғы ҙ лы ҡ та улар ҙ ы көткән ҡ арт менән ҡ арсы ҡ ты уйнаған са ҡ ине. Ана шул партнерлы ҡ тойғоһо герой ҙ арыбы ҙҙ ың иң нескә ҡ ылдарына сиртергә, ү ҙ -ара һү ҙ менән аңлатып булмай торған бәйләнеш урынлаштырып, тамашасының йөрәк түр ҙ әренә тиклем үтеп инергә мөмкинселек бирә. А ҙ а ҡ ҡ ә ҙ ерле бер моң шикелле мәңгелеккә күңелдә сыңлап ҡ ала. Тамашасыларыбы ҙҙ а бе ҙҙ ән тап ошо моңдар ҙ ы э ҙ ләп килә кеүек. Кемгә нисектер инде миңә шулай. Әммә осорашыу ҙ ар алда булған әле. Байта ҡ йылдар ҙ ан һуң А.Абушахманов М.Кәримдең мәшһүр"Ай тотолған төндә" ә ҫ әрен яңыса сәхнәләштерә башланы. Сара - Тәңкәбикә. Бер са ҡ көтмәгәндә миңә Дәрүиш роле тә ҡ дим ителде. Мин килгәндә эш "гөрләп" бара ине инде. Ниһаят бына ул, Тәңкәбикә менән Дәрүиштең бәрелеш сәхнәһе. Ике шәхес, ике гиганттың фекер, инаныу, донъяуи һәм фәлсәфәүи ҡ араштар бәрелешеүе. Был юлы алдымда инде на ҙ лы һылыу Сания, йә булмаһа төртмә телле ҡ арсы ҡ түгел, кү ҙҙ әренән ял ҡ ын сәсеп торған ҡ аты ҡ уллы Тәңкәбикә тора. Тын да алмай ҡ арап ултырған тамашасы алдында мин беренсе тап ҡ ыр ярат ҡ ан сәхнәләшемде, тимер ҙ е утта ҡ ы ҙҙ ырғандай ҡ ы ҙҙ ырам да, ҡ апыл һал ҡ ын һыуға ташлайым, ул да мине ял ҡ ынға төрөп ала ла һуңғы тамсы ҡ анымды ла киптереп бөтөрөгә теләгәндәй, утлы ел өрә тө ҫ лө. Кү ҙҙ әребе ҙҙ ә әрнеү ҡ атыш нәфрәт, йәш ҡ атыш асыу,өмөт һәм сараһы ҙ лы ҡ . Тетрәндергес ошо сәхнә үтеп спектакль а ҙ ағынара ҡ Тәңкәбикә байбисә сәхнәләге ысын ат ҡ а менеп атлана. Ҡ асандыр һанаулы ғына ҡ араш ташлап ҡ ыйыуһы ҙ ғына йөрөгән сәхнәләшем, ниндә й ҙ ер монумент һынды хәтерләтте миңә был юлы. Ирекһе ҙҙ ән: "Ир ҙ әре менән йәнәш яу сап ҡ ан боронғо сая баш ҡ орт ҡ атын - ҡ ы ҙҙ ары тап шулай булғандар ҙ ыр ахыры",- тигән уй килде башыма. Афарин Сара, афарин , сәхнәләшем ! - тинем эстән генә ” – тип Сараға арналған хәтер йомғаҡтарын һүтте Илдар Ибраһим улы.
Ошо урында Сара Әбделхай ҡыҙының үҙенә һүҙ бирәйек. Театр тәнҡитселәре һәм журналистар бер һүҙҙән “актрисаның ижади уңышы” тип нарыҡлаған, актрисаның үҙенең иң яратҡан ролдәренең береһе - Тәңкәбикә тураһында һөйләгәне: “ Зәйтүнә апай Бикбулатова, Гөлли Мөбәрәковалар – бе ҙҙ ең театр өсөн ҙ ур исемдәр. Улар Тәңкәбикә ролен бик матур итеп уйнанылар. Әммә миңә улар ҙ ы ҡ абатлама ҫҡ а, ү ҙ героинямды табырға кәрәк ине. Ү ҙ емдең Тәңкәбикәмде э ҙ ләргә тырыштым. Мин Тәңкәбикәнең ҡ атын- ҡ ы ҙ булара ҡ яңғы ҙ лығын асырға тырыштым. Ул ү ҙ енең эске донъяһын берәүгә лә аса алмай, гонаһы бар, күптән яңғы ҙ ҡ алған, әммә ҡ атын- ҡ ы ҙ булара ҡ , уның да ярат ҡ ыһы, яратылғыһы килә. Әммә ул ү ҙ ен тыйып й әшәй, сөнки артында – ырыу, балалар я ҙ мышы. Бер ер ҙ ә генә асыла ул. Дәрүиш менән һөйләшкәндә ул бар асылын күрһәтә. Шул тиклем матур образ. Уның хол ҡ он э ҙ ләү, деталдәр табыу миңә ҙ ур ҡ ыуаныс килтер ҙ е. Тормошта һин бөтөнләй баш ҡ аһың, әммә ошо образда йәшәү ниндәй шатлы ҡ тар килтерә. Актрисаның бар бәхете шунда – бер ғүмерендә әллә нисәмә я ҙ мыш менән йәшәп ҡ арай алыу мөмкинлеге.
Әбйәлилдән Айһылыу Йәғәфәрова яҙған “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” пьесаһын режиссер Рөстәм Хәкимов сәхнәләштерҙе. Нәзирә ролен Сара башҡарҙы. Тәбиғәт ҡосағында үҫкән саф башҡорт ҡыҙы, ысыҡ тамсыһылай пак күңелле, мөләйем, ышаныусан йәш ҡыҙҙы уйнай ул - ышандыра, һоҡландыра, яраттыра. “Йәшлек” гәзите уның ошо роле тураһында яҙып сыға: « Ҡ ыпса ҡ ҡ ы ҙ ы» драмаһының төп героиняһы - Нәзирә образын кәү ҙ әләндереүсе Сара Буранбаева 19-сы быуат башында иректә, тәбиғәт ҡ осағында йәшәгән баш ҡ орт ҡ ы ҙ ы характерындағы сифаттар ҙ ы о ҫ та асыуға өлгәшкән. Уның уйыны аша шул замандар ҙ а йәшәгән гүзәл заттарыбы ҙҙ ың тәбиғи булмышы кү ҙ адына килә». Әйткәндәй, Нәзирә роле өсөн Сара Буранбаева Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһына лайыҡ була һәм актрисаның иң ҡәҙерле ролдәренең береһе булып ижади биографияһында һаҡлана.
“Мин сәхнәлә меҫкен, туҡмалған, иҙелгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы уйнарға яратмайым. Комик ролдәр ҡыйын бирелә. Мин көслө ҡатын-ҡыҙҙарҙы яратам – тормошта ла, сәхнәлә лә. Тәңкәбикә - ул үҫтереү, байытыу өсөн бик ныҡ тәрән роль, күпме тапҡыр уйнаһаң, ул роль шул тиклем үҫә, байый бара, яңы пластары асыла. Үҙ-үҙемде көсләп уйнатҡан ролем ул “Һөйәм, һағынам” спектаклендәге роль, шул тиклем ауыр бирелде ул миңә” –тип хәтер йомғаҡтарын һүтә актриса.
Ғөмүмән, ниндәй генә ролде башҡармаһын – һәр ваҡыт тамашасының йөрәген әсир итер актриса ул Сара Әбделхәй ҡыҙы. М.Кәримдең “Салауат” драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Гөлнәзирә, С.Айытматовтың “Ал яулыҡлы тирәккәйем” әҫәре буйынса ҡуйылған “Юлдарым-һағышлы моңдарым” спектаклендә Хәҙисә, Әнғәм Атнабаев пьесаһы буйынса “Хушығыҙ, хыялдарым!” драмаһында Тамара, У.Ғәлиев повесы буйынса ҡуйылған “Ғүмер алда әле” спектаклендә Ғәйниса, Ф.Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” спектаклендәге Нурия һәм башҡа ролдәре актрисаның ижади балҡыштары булараҡ ҡабул ителде. «Гөлдәр Ильясованың спектакль (« Ҡ атын- ҡ ы ҙҙ ың ҡ ыр ҡ сырағы» Ф.Бүләков) өсөн һайлаған актер ҙ ары бик уңышлы. Сара Буранбаева Нурияны еренә еткереп баш ҡ ара. Сара кеүек артистар ҙ ы йышыра ҡ сәхнәгә сығарырға кәрәк» - тип яҙҙы шағирә Тамара Ғәниева «Баш ҡ ортостан» гәзитендә.
Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған спектаклдә Сара Буранбаева Аҡйондоҙ ролен башҡарҙы. Автор үҙе лә яратып һәм һоҡланып яҙған ҡатын-ҡыҙ образы - Аҡйондоҙ - милли әҙәбиәттә һәм сәнғәттә илаһи мөхәббәт, матурлыҡ, тоғролоҡ символына әүрелеп инде нисәмә быуын тамашасыһын әсир итә, ә Сара Буранбаеваның Аҡйондоҙо - исеме есеменә тап килгән, зауыҡ һәм сәнғәт юғарылығында башҡарылыуы менән арбай.
“Әхмәтзәки Вәлиди Туған” (Н.Асанбаев,А.Абушахманов) спектаклендә Әхмәтзәкиҙең әсәһе Өммөлхаят ты, “Шәүрәкәй” (М.Буранғолов, реж.А.Абушахманов) музыкаль комедияһында Фәғилә , Ә.Ғаязовтың “ Я ңғыҙҙар ташы”нда Сабира, “Ғәфү ит мине!” драмаһында Таңһылыу (И.Герман) һ.б. ролдәрҙе уйнаны. Комедия жанрында уйнарға яратмайым тиһә лә, әммә был йәһәттән дә уның уйынын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. « Ҡ атынымды исеме Морис» комедияһында француженка Марьон Одфей ролен Сара Буранбаева баш ҡ ара. «Психикаһы һәм нервыһы ҡ а ҡ шаған, кескәй сағында у ҡ бәләкәй генә диңге ҙ сус ҡ аларының кү ҙҙ әрен со ҡ оп алған һәм улар ҙ ан муйынса ҡ эшләгән. Шәхси галереяһы бар. Уның тирәһендә һәр ва ҡ ыт рәссамдар, скульптор ҙ ар , «таггер ҙ ар», «раппер ҙ ар» урала. Берәй картинаһын һатһа унан да бәхетле кеше ю ҡ ». Ошо заманса комедияла актриса бөтөнләй икенсе амплуала, тәбиғәтен дә танырлы ҡ түгел (бирһә бирә икән Хо ҙ ай о ҫ талы ҡ ты!) Образын - эш ҡ ыуар, көйә ҙ , ете ҙ тийеү генә а ҙ , Марьон - был тормошта зыр әйләнгән, нисек йәшәргә белгән, оптимист, эгоист бер тип» - тип яҙып сыҡты Рәмилә Үҙәнбаева «Тамаша» журналында.
Театр сәхнәһенән тыш кино сәнғәтендә лә Сара ролдәр сығарҙы. Кинорежиссер Әнүәр Нурмөхәмәтов төшөргән “Һарығолаҡ” һәм “Миҙал” фильмдарында һәм “Ай ҡыҙы” телесериалында, Әмир Абдразаҡовтың Зәки Вәлиди тураһындағы фильмында ҡатнаша, Булат Йосоповтың “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” фильмында Кесе инәй ролендә тамашасылар алдына баҫты. “Кинола уйнау ҙа миңә оҡшай, бер–нисә минут эсендә бөтә һәләтеңде, эске донъяңды, кисерештәреңде асып бирергә мөмкин” – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Сара Әбделхәй ҡыҙы.
Кино сәнғәтенең аҙашы булған телевидениела ла Сара үҙ урынын тапты – тура эфирҙар алып барҙы, бөтәһе лә яратып өлгөргән “Башҡорт йыры” йыр-фестиваленең алып барыусыһы булараҡ тә тамашасы күңелен яуланы. Хөкүмәт кимәлендә уҙғарылған сараларҙы, театрҙа үткән концерт, кисәләрҙе алып барыуға ла ул маһир. “Ҡайҙа ҡуйһаң –шунда биҙәк ул Сара” тип әйтеүселәр мең тапҡыр хаҡлы!.. Ул – кисәнең йәме, рухы, ҡото…
Уңыш-ҡаҙаныштарына килгәндә, 1994 йылда Баш ҡ ортостан театр эшм ә к ә р ҙә ре союзыны ң Б ә ҙә р Йоспова исеменд ә ге премия һ ына лайы ҡ булды. Ошо у ҡ йылда «Театр я ҙ ы» Республика фестиваленд ә Ф.Б ү л ә ков пьеса һ ы буйынса «М ө х ә бб ә т исемлеге» спектакленд ә Зой к а-З ә йн ә б роле ө с ө н фестивалде ң «И ң я ҡ шы ҡ атын- ҡ ы ҙ роле», ә 2009 йылда «Урал батыр» ( Ғ .Шафи ҡ ов, реж.Р.Х ә кимов») драма һ ында Һ омай роле ө с ө н ошо у ҡ фестивалде ң «Икенсе планда ғ ы и ң я ҡ шы ҡ атын- ҡ ы ҙ роле ө с ө н» номинацияларында е ң е ү се булды, “Башҡортостандың халыҡ артисткаһы” тигән маҡтаулы исеме бар.
Бөтә уңыш-ҡаҙаныштарынан бигерәк ҡәҙерлеһе – ул яратҡан ғаиләһе, әлбиттә. Мин уҡыусыларҙы Сараның ғүмер миҙгелдәре буйлап артабан әйҙәйем. Ҡыҙыҡтырғаны – уның ғаиләһе –“ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ” һылыуҡай менән “терегемөштәй” теремек, аҫыл ир заты – Сара Буранбаева менән Филүс Ҡаҙаҡбаев – һоҡланырлыҡ матур, өлгөлө ғаилә ҡорғандар.
“Беҙҙең режиссер Айрат Абушахманов көслө, ирҙәрҙе меҫкен итеп ҡуйған, уларға күрһәтмәләр биргән ҡатын-ҡыҙҙарҙы яратмай, мәҫәлән, уның уйынса мин Филүсте баҫып алғанмын, уның менән идара итәм... – был тулыһынса улай түгел!.. Ғаиләмдә мин –йомшаҡ күңелле ҡатын-ҡыҙ, наҙлы әсәй, иремә терәкмен... Әгәр ҙә улыма, йә иремә берәйһе насарлыҡ эшләһә, мин шунда уҡ һикереп тороп уларҙы яҡланырға әҙермен, әлбиттә - был минең Арыҫлан йондоҙлоғом үҙен шулай һиҙҙертә. Ғаиләлә минең девизым – “әйҙәгеҙ, алға!”. “Әйҙәгеҙ, шулай итәйек”, “Әйҙәгеҙ, былай итәйек”, тип йыш ҡына әйтеп торам. Мәҫәлән, ҡояшлы матур көн икән, мин үҙемдең ике ир-егеттәремде тышҡа саңғы шыуырға әйҙүкләй башлайым, ғөмүмән, мин булмышым менән оптимист“ –тип ғаиләһе тураһында һөйләй Сара Буранбаева-Ҡаҙаҡбаева.
Уларҙың егерме биш йыл дауам иткән мөхәббәт тарихына ла күҙ һалайыҡ. “Мин Филүсте тәүге тапҡыр Йәштәр театры янында күрҙем. Беҙ Нәғим Нурғәлин менән китеп бара инек, ҡаршыға ул осраны. “Кем ул?”- тип һорағайным, “Филүс. Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленә эшкә килгән” – тип яуап бирҙе. Ҡыйғас ҡара ҡашлы, төҫкә-башҡа сибәр егет минең күңелемә уйылып ҡалды. Тәүге осрашыуҙы Филүс башҡасараҡа һөйләй: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙған хөкүмәт концертында ул миңә иғтибар иткән. “Сәхнә артында матур күлдәктә килеп сығыуың булды, беҙҙең бейеү ансамбленең егеттәренең баштары һинең яғыңа боролдо” – тип һөйләне һуңынан Филүс. - Оҙон буйлы, матур башҡорт ҡыҙына сәхнә артындағы бөтә егеттәр ҙә иғтибар итте, мин дә һиңә күҙ һалдым. Һин текст уҡып тора инең, яғымлы ҡарашың, баҫалҡы ғына итеп йылмайып ҡуйыуыңа иғтибар иттем, мин шунда уҡ аңланым һинең минең иң яҡын кешем икәнеңде”. Шул осрашыуҙан һуң минең турала дуҫтарынан һорай башлаған, “Сара Буранбаева, Йәш тамашасылар театрында эшләй” – тигәндәр. Ул һөйләгәндә маһайып та ҡуя: “Мин шул уҡ ваҡытта был ҡыҙ минеке буласаҡ, тип әйттем!” –тип ебәрә. Киләһе осрашыуҙы Филүс үҙе ойошторҙо. Хәтеремдә, көҙ көнө, дөйөм ятаҡта, бүлмәмдә бер үҙем ултыра инем, дуҫ егете менән Филүс килеп инде. Улар Төркиәнән гастролдән ҡайтҡандар икән, фырт итеп кейенеп алған, өҫтөндә ул ваҡытта модаға ингән күн куртка. Икәүләшеп бер-береһе алдында ярыша-ярыша минең иғтибарымды йәлеп итергә тырыша. Өфө егете русса ғына һөйләшлә, бик эшлекле, хатта өй телефонын яҙып бирҙе… Мин күңелемдә Филүсте оҡшатып ҡалдым. Шул осрашыуҙан һуң байтаҡ ваҡыт күрешмәнек, әммә киләһе осрашыуҙан һуң беҙ бүтән айырылманыҡ. Аллаға шөкөр, егерме биш йыл инде бергәбеҙ. Рамаҙан исемле улыбыҙ бар” – тип һөйләй Сара ғаиләһе тураһында.
Сара – ғаилә йәнле ҡатын-ҡыҙ. “Филүс ҡайтыуына өҫтәлдә йылы ашым булмаһа, мин үҙемде ныҡ ғәйепле тоям” – ти ул, һәм ысынлап та, аш-һыу әҙерләүҙе, ғаиләһен төрлөләп һәм тәмле итеп ашатыуҙы ул тәү сиратҡа ҡуя. Хатта ҡәйнәһе лә уның шулай йәһәт кенә, көттөрмәй генә аш-һыуын әҙерләп өҫтәлгә ҡуйыуына һоҡланыуын йәшермәй ине, ти актриса. Филүс әйткәне, теләгәне – ғаилә ағзалары өсөн мотлаҡ үтәлергә тейешле, тип тә ҡабул ителә, әммә Филүс йомшаҡ, изге күңелле тормош иптәше һәм атай. Сара әйтеүенсә, хатта улдары Рамаҙанды ла ул нығыраҡ иркәләй икән.
“Урта йәшемә еткәнгә тиклем мин холҡом буйынса атайыма оҡшаған булғанмындыр, хәҙер иһә әсәйемдең булмышын үҙемдә тоям” - ти ул. Ысынлап та, берҙән-бер улы улы Рамаҙан өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер ул. “Рамаҙан тыуғас донъяма шул тиклем йәм керҙе, йәшәү мәғәнәһен аңланым. Һәм улым – беҙҙең, бигерәк әсәйемдең, Хоҙайҙан һорап алған бала ул. Ул әйткәнсә, иртән-кисен, һыйыр һауамы, икмәк һаламы, йорт эштәрен башҡарамы – һәр ваҡыт Сара ҡыҙым менән Филүс кейәүемә бер бөртөк булһа ла бала бир инде, тип һәр ваҡыт һорай торғайны” – тип әсәһен иҫкә ала Сара бөгөн. – Эх, әсәй, ни эшләп ике -өс бала тип һораманың инде, тип тә әйтеп алам әсәйемә. – ти ул һәм - Рамаҙан өсөн Хоҙайға рәхмәтлемен”, - ти. Хәстәрлекле әсәй ул, шул уҡ ваҡытта бик талапсан да – хәтеремдә, Ҡара диңгеҙгә юлға сығыр алдынан беҙҙең әҙәбиәт бүлегенә инеп, “Урал батыр” эпосын ҡағыҙға баҫтырып алды – юлда барғанда Рамаҙанға ятлатып барам, тип.
Ниндәй генә матур ерҙәргә сәйәхәткә сыҡһалар ҙа, әммә тыуған ауылдарына ҡайтып урау – уларҙың ғаиләһе өсөн мотлаҡ һанала, йәй һайын улар Яҡтыкүл, Талҡаҫта ял итеп, тыуған еренән көс, илһам алып киләләр. “Әгәр үҙ ерең, үҙ халҡың өсөн күңелеңдә ғорурлыҡ тойғоһо йөрөтмәһәң, бер ниндәй ҙә уңыштарға өлгәшеп булмай” – тип иҫәпләй Сара Әбделхәй ҡыҙы.
Сара Буранбаеваның бөгөнгө уй-кисерештәрен дә белгем килде: “Ҡатын-ҡыҙҙың был донъялағы төп бурысы - әсә булыуҙа. Ҡырҡҡа тиклем ул ана шул бурысын үтәйҙер. Ҡырҡҡа тиклем балалар өсөн генә йәшәһә, ҡырҡтан һуң башҡа төрлө уйҙар, маҡсаттар барлыҡҡа килә. Илле йәшлек матур ҡатын-ҡыҙ булмай, тигән ти бер ир-егет. Минеңсә, иллелә лә, алтмыш-етмештә лә күркәм булып ҡалырға була һәм кәрәк тә; был гүзәл заттың үҙенең ҡулынан килә. Йәшемде йәшермәйем дә, ҡысҡырып та йөрөмәйем. Бөгөнгө үҙемде, күңел торошомдо шул тиклем яратам, хатта үҙ-үҙем менән камиллыҡта йәшәйем, тип әйтер инем. Сөнки был тормоштан нимә теләгәнемде, кешеләр менән нисек һөйләшергә, сәхнәлә нисек уйнарға икәнен беләм. Ошо аҡылым менән йәшәһәм, илле бишемде лә, алтмышымды ла яратасаҡмын. Матурлыҡ йәшлектә генә түгел ул, һәр йәштең үҙ матурлығы бар”.
Сара Буранбаева матурлыҡ, тормош, ижад хаҡында һөйләй, ә минең уйыма шағирә Лариса Абдуллинаның шиғыр юлдары килә:
Баш ҡ орт ҡ ы ҙ ы ҡ ото һ ине ң й ө ҙҙә !
Һинең һү ҙҙ ә – сәнғәт бал ҡ ышы!
Ҡ ул сабыу ҙ ар араһында ишет
Милләтеңдең йөрәк алғышын!
Динара Ҡәйүмова
(мәҡәлә "Ватандаш" журналында баҫылды)