Актерҙың бурысы – театрға хеҙмәт итеү…
Башҡортостандың халыҡ артисы Ирек Булатовтың М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлауына ун йылдан ашыу ваҡыт үткән, ошо арауыҡ эсендә ул коллективта үҙ урынын тапты, ең һыҙғанып сәхнәлә уйнап, репертуарҙа барған спектаклдәрҙә төп көс булып йөрөүсе актерҙар иҫәбенә инеп китте. Һүҙҙе уға бирәйек.
- Мин Күгәрсен районы Үрге Мөрсәләй ауылында Әлмир Ғәли улы һәм Әнисә Абдулла ҡыҙы Булатовтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килгәнмен. Минең тыуған ауылым Оло Эйек буйында, бөйөк яҙыусы Зәйнәб апай Биишеваның ауылына яҡын ғына, кеше күҙенән бер яҡ ситтә, йәшенеп кенә урынлашҡан. Тәбиғәт ҡосағында ултырған матур ауылымды, асыҡ йөҙлө, ихлас күңелле ауылдаштарымды ныҡ яратам. Баласаҡ, үҫмер йылдар, йәшлек хәтирәләре тап шул ер менән бәйле. Бөгөн дә мин тыуған ауылыма мөмкин тиклем йышыраҡ ҡайтырға тырышам –сөнки тыуған йортта әсәйем йәшәй.
- Быйыл да йәйге ялың тыуған яғыңда үттеме?
- Эйе, тыуған яғымда булдым. Күкрәк киреп тын алып, тәбиғәт ҡосағына сумып үткәрҙем йәйҙе, дөрөҫөн әйткәндә, мин эҫе һауа торошон яратмайым. Мин сентябрь башында тыуғанмын, шуға күрә лә ҡояштың август-сентябрь айындағы торошо күңелемә яҡын – сағыу, әммә ҡайнар түгел, йылыта, әммә ныҡ ҡыҙҙырмай. Шул 25 градусҡа тиклемге температура һәйбәт миңә.
- Спектакль уйнап сыҡҡас, бигерәк тә премьера сығарғандан һуң, артистар “күңел бушап ҡалған һымаҡ була”, тиҙәр. Бына шул бушлыҡты һин нисек тултыраһың?
- Минең өсөн был ваҡытта иң мөһиме – күңелде тынысландырыу, йоҡоно туйҙырыу һәм “перезагрузка”, йәғни уй-фекерҙәрҙе тәртипкә килтереп, мейеләге компьютерҙы таҙартып алыу. Яңы спектаклде сығарған ваҡытта башкөллө шул сәхнә әҫәренә сумып кителә, шул әҫәргә ҡағылышлы нәмәләр генә күҙ уңында тороп ҡала, ә башҡаһы – бөтөнләй томан кеүек таралып бөтә, хатта яңылыҡтарҙан да ситтә йәшәйбеҙ ҡайһы ваҡытта (көлә) Ә премьеранан һуң тирә-яҡ донъяны, ниһайәт, күрә башлайым – “әәә, бында яңы өй төҙөй башлағандар икән”, “ә-әә, бында асфальт түшәгәндәр”, “бында магазин асылған икән” тип тирә-яҡ мөхиткә иғтибар бирәм.
- Һин бит китап уҡырға яратаһың, хатта китап та уҡымайһыңмы?
- Китаптан баш тартып булмай, ул бит минең көндәлек ғәҙәтемә ингән. Һәр көн йоҡлар алдынан уҡыйым.
- Әле ниндәй китап уҡыйһың?
- Ааа. Ғөмүмән, мин кәйефкә ҡарап һайлайым – һәр ваҡыт өҫтәлемдә ике-өс китап ята. Әлеге ваҡытта И.Шмелевтың әҫәрҙәре йыйынтығы, А.Чеховтың хикәйәләре һәм В.Шаламовтың “Колыма хикәйәләре” менән үтә кистәрем.
- Сәнғәт юлынан киткәнһең. Ҡайҙан бындай ынтылыш һиндә?
- Минең атайым Әлмир Ғәли улы – нефтсе, әсәйем Әнисә Абдулла ҡыҙы һатыусы булып эшләнеләр. Сәнғәткә ынтылыуымдың сере – атай менән әсәйҙең минең бала саҡтан уҡ күңелемә һалған тәрбиәләрендәлер, моғайын. Атайым сәнғәтте фанаттарса яратҡан кеше булды, теле һәм радиопостановкаларҙың береһен дә ҡалдырмай, шулай уҡ районға килгән артистарҙың спектакль-концерттарын да һәр ваҡыт ҡарап бара, хатта ки ул һәр бер артистың тиерлек биографияһын һәм ижад юлын тәфсирләп белә торғайны. Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Мостай Кәримдең “Сәнғәтте яратҡан кешеләр Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй” – тигән һүҙҙәре бар мәғәнәһендә атай-әсәйемә ҡағыла. Сөнки улар йыр-моңға ғашиҡ булып, береһе гармун-баянда уйнап, икенсеһе йырлап, кистәрен, өй эштәренән бушаған ваҡытта үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашып, ауылдаштарыбыҙ алдында спектаклдәр ҡуйып йөрөгән сәнғәтсә матур күңелле кешеләр булды. Минең артист булып китеүемдең дә төп сәбәбе шулдыр, моғайын.
- Ә туғандарың уҡытыусы һөнәрен һайлағандар, шулай бит?..
- Беҙ ғаиләлә өс бала, мин сәнғәт юлын һайлаһам, һеңлем менән ҡустым - уҡытыусылар. Хәҙерге көндә улар мәктәп директорҙары: Айгөл һеңлем Новохвалынск тигән ауылда, Илшат ҡустым - күрше Сирбай ауылында. Улар һәр береһе үҙ ғаиләһен ҡорғандар, Айгөлдөң тормош иптәше Илдар - ауыл хакимиәте башлығы, уларҙың ғаиләһендә бер ҡыҙ, бер малай үҫә. Фидалия киленебеҙ ҙә – уҡытыусы, Илшат ҡустым менән өс малай үҫтерәләр.
- Ә артист булам тип шул ваҡытта уйлап ҡуйҙыңмы?
- Һө н ә р һайлағанда атай-әсәйем миңә БДУ-ға уҡырға инергә өгөтләне. Унда бер йыл уҡығандан һуң, үҙем теләгән, күптән хыялланып йөрөгән Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының театр бүлегенә уҡырға индем. Бәхеткә күрә, ул йылда Олег Закир улы Ханов (ул ваҡытта Милли Йәштәр театрының художество етәксеһе) театр өсөн махсус курс йыя ине һәм мин дә шул курсҡа эләктем. Минең курсташтарым – Рөстәм Ғиззәтуллин, Эльмира Саматова, Николай Рихтер Өфөлә эшләйҙәр, ә башҡа һабаҡташтарым донъя буйлап таралышҡан, сит илдәрҙә лә эшләүселәр бар.
- 2019 йыл – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан Театр йылы тип иғлан ителде. Ошо йылға ҡарата ниндәй теләктәрең бар?
- Теләктәр бик күп инде. Иң тәү сиратта шул: илебеҙҙә Театр йылы иғлан ителгән, тимәк, ошо йыл тураһында күберәк реклама булырға тейештер – урамдағы баннерҙарҙа театрҙар, театр артистары, репертуарҙа барған спектаклдәр тураһында мәғлүмәт күп булһын ине. Мәҫәлән, Ленин урамы буйлап китеп барам икән, уң яҡтан да, һул яҡтан театрҙың афишалары, мәғлүмәттәр, әйтәйек ҡала буйлап эленгән ҙур экрандарҙа спектаклдәрҙән өҙөктәр булһа, ҡалалағы радионөктәләрҙән радиопостановкалар яңғырап торһа – бына шул ваҡытта театр сәнғәте халыҡ араһында тағы ла нығыраҡ популяр булыр ине. Ҡыҫҡаһы - мөмкин тиклем киңерәк яҡтыртылһын ине ил кимәлендә иғлан ителгән ҙур акц ия. Кеше күрергә, ҡолағы менән ишетергә тейеш, шулай булғанда театрҙарға ҡарата иғтибар ҙа артыр ине. Шәхсән миңә килгәндә – беҙ артистар шундай халыҡ бит инде, яңы йылда мөғжизә көткән кеүек ҡабул итәм – нимәлер үҙгәрер кеүек, нимәлер яҡшырыр кеүек…Көтәйек, күп ҡалманы инде…
- Эйе, артист булараҡ үҙеңә ниндәй талаптар ҡуяһың?
- Минең өсөн актер – ул спектакль тигән ҙур бер машинаның детале, механизмы. Тотош механизм эшләһен өсөн ана шул деталдең һәр ваҡыт сафта булыуы кәрәк. Йәғни – һәр ваҡыт физик һәм ижади яҡтан формала булыу.
- Ниндәй роль уйнарға хыяллана инең?
- Йәшерәк саҡта уйнарға теләгән ролдәр күп ине, хыялдар булды, әлбиттә. Хәҙер иһә ижадҡа, тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе: актер – ул режиссерҙың инструменты, ул нисек, ниндәй ролдә беҙҙе күрә – беҙ шуға тап килергә тейешбеҙ, беҙ уның ҡулында рәссам ҡулындағы буяуҙар кеүек. Әллә ниндәй бөйөк ролдәр тураһында хыялланып, үҙеңә йөкмәтелгән ролде насар башҡарыуың ихтимал. Мин бары менән ҡәнәғәтмен.
- Тимәк, һиңә режиссер биргән ролдәр менән һәр саҡ ҡәнәғәт ҡалаһың инде?
- Улай уҡ тимәҫ инем. Актерҙың маҡсаты – бирелгән ролде үҙеңдеке итергә, бөтә тәбиғәтең ҡаршы булһа ла, ролде яратырға, “төбөнә төшөргә”. Актерҙың бурысы – тапшырылған ролде сифатлы сығарыу, режиссер ҡуйған талаптарға яуап биреү.
- Ролең менән нисек танышаһың?
- Мин “читка” ваҡытында әҫәрҙе уҡығанда ҡабул итеп бөтә алмайым, миңә үҙемә ул пьесаны алып уҡырға кәрәк, хатта бер-нисә тапҡыр уҡып сығам. Бына Айрат Әхтәм улы ”Зөләйха күҙҙәрен аса” романы буйынса спектакль сығарғанда мин ул романды өс-дүрт тапҡыр уҡып сыҡтым.
- Тотош романды дүрт тапҡыр уҡыныңмы?
- Ике тапҡыр тулайым уҡыным, һуңынан ҡайһы бер урындарын төшөрөп ҡалдырып та уҡыным, әммә минең персонаж булған урындарын ҡабат-ҡабат, ентекләп уҡыным. Геройымдың ҡылыҡтары, эске донъя тураһындаға һүрәтләүҙәр, үҙ-үҙен тотошо булһынмы – ошоларҙы иғтибарымдан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырыштым.
- Театр репертуарында бик уңышлы барған сәхнә әҫәрҙәренең береһе – “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклендә һин Сумлинский ролен башҡараһың. Кем ул һинең геройың?
- Премьераға яҡынлашҡас ҡына ул ролемдең асылын аңланым. Роман буйынса Сумлинский – оло йәштәрҙәге ир-уҙаман. Сумлинский – агроном, уның интеллигенттар ҡатламына ҡарауы ғына ла уның булмышын асып һала, ул уҡымышлы, изге күңелле, ғәҙел, үҙе инанған идеяларға тоғро.
- Театр ҙ ы ң 98-се ижад ми ҙ геле һө ҙө мт ә л ә ре буйынса ошо спектаклдә уйнаусы бер төркөм артистар – һин, Гөлнара Әмирова, Илдар Ғүмәров, Илдар Сәйетов “Ролдәр ансамбле|| Ансамблдәге ролдәр” номинацияһында бүләкләндегеҙ. Ансамбль тыуҙырыу күп көс талап иттеме?
- Спектаклдә беҙ Гөлнара Әмирова менән ирле-ҡатынлы булып уйнайбыҙ, ул Сумлинскийҙың ҡатыны Изабелла ролендә, тәүҙә уның менән уртаҡ фекерҙәр, ҡараштар барлыҡҡа килде. Аҙаҡтан беҙ рәссамды уйнаған Илдар Ғүмәров менән ижади мөхиткә инеп киттек. Һуңынан Илдар Сәйетов беҙҙең ошо “түңәрәк”кә килеп ҡушылды. Репетиция барышында беҙҙе “интеллигенттар” тип йөрөттөләр, әле лә репетицияға интеллигенттар килә тиһәләр, ул беҙҙең ошо дүрт кешенән торған төркөм икәнен барыһы ла аңлап тора. Көндәлек аралашыу, фекер алышыуҙар, партнерҙы тойоп уйнау ошо ансамбль тыуҙырыуға булышлыҡ иткәндер инде.
- Әлеге ваҡытта уйнаған ролдәрең араһынан ҡайһы ролең күп көс талап итә?
- “Йүгер, Харис, йүгер” спектакле күп физик көс талап итә, спектакль дауамында ошо әҫәрҙең исеме үк әйтеп торған һымаҡ, күп хәрәкәтләнергә кәрәк. Тормошта илле, хатта алтмыш йәшлек тә “харистар” бар, шулай булғас- “йүгерәбеҙ әле”!..
- “Йырлап йөрөп уйнаған”ролдәрең бармы?
- Мин бөтә ролдәремде лә йырлап, рәхәтләнеп уйнайым. Реперутарҙа барған спектаклдәрҙә ролдәрем күп, яңы спектаклдәр һайын өҫтәлеп тора – артист өсөн “востребованный” (кәрәкле?) булыу мөһим. Мин ҡәнәғәтмен.
- Бер ижади ғаиләнән икенсегә күсеүе ҡыйын булдымы? Беҙҙең театр коллективы һине нисек ҡабул итте?
- Минең М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры труппаһында үҙ урыным, үҙемдең тамашасыларым, дуҫтарым күп ине. Мин унда төп көстәрҙең береһе булдым. Ә бында килгәс, миңә тәғәйенләнгән “ниша”ны алыр өсөн яңынан “үҙемде күрһәтергә”, көс һалырға, авторитет яуларға кәрәк ине. Аллаға шөкөр, коллектив мине ҡабул итте. Беҙҙең коллектив үҙ-ара татыу, берҙәм, кәрәк икән – шәхси ваҡытын да спектакль өсөн йәлләмәй, көнө-төнө эшләй ала.
- Ниндәй режиссерҙар менән эшләргә яратаһың?
- Артистың ижади ғүмере режиссерға бәйле, беҙ “уларҙың күҙҙәренә генә ҡарап торабыҙ”. Режиссерҙар спектакль эшләгәндә артистарҙы әҫәргә эҫендерә белергә, күңелдәренә осҡон һалып, тоҡандырырға һәм үҙ артынан эйәртеп алып китергә тейеш. Бына шундай режиссерҙарҙың береһе- Айрат Абушахманов.
- Репертуарҙа гөрләп барған Хәлисә Мөҙәрисова пьесаһы буйынса “Бәхет хаҡы”нда уйнауың менән бәхетлеһеңме?
- Тәүҙә бәхетле инем. Сөнки сәнғәт мэтрҙары – Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Илсөйәр Ғәзетдинова, Әхәт Хөсәйенов һ.б. менән бер спектаклдә уйнау, һәр спектаклдең аншлаг менән үтеүе, тамашасыларҙың спектаклде яратыуы күңелде йылыта ине…
- Ниңә “ине” тиһең, бөгөн нимә үҙгәрҙе?
- Үҙгәрҙе. Был спектакль 2012 йылдың апрель айында донъя күрҙе. Ошо ваҡыттан алып ул аншлаг менән бара, бөгөн дә тамаша залы шығырым тулы. Иң ҡыҙығы – был спектаклгә бер үк тиерлек тамашасы йөрөй: егерме-утыҙ тапҡыр килгәндәр ҙә бар. Иң ҡыйыны артистарға – беҙҙең репликаны, хатта тотош сәхнәләрҙе, текстарыбыҙҙы улар ятлап алған, спектакль сыҡҡан ваҡытта гөрләп үткән сәхнәләрҙе хәҙер тып-тын ҡарайҙар. Хатта спектаклдән һуң тамашасылар үҙ-ара “бөгөн был артист шул репликаһын әйтергә онотто”, йә иһә “был артист ул урында тороп уйнамай ине, шикелле” тип бәхәсләшәләр ҙә икән…
- Йәй етһә, артистар киноға төшөү менән мәшғүл. Һин дә шулаймы?
- Миңә бөгөнгө башҡорт киноһында уйнау бәхете тейҙе: режиссер Булат Йосоповтың “Быяла юлсы” һәм “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, Айнур Асҡаровтың “Урғала” фильмдарында, Дилә Мөхәмәтйәрованың “Бусы из бирюзы” (Фирүзәнән муйынсаҡ-?) исемле ҡыҫҡа метражлы фильмда уйнаным. Хәҙерге көндә йәй көнө булған съемкаларҙан мин баш тартырға тырышам. Сөнки минең өсөн йәй – ул тыуған яғым, әсәйем менән аралашыу өсөн, миҙгел буйы эшләгәндән һуң көс туплар өсөн бирелгән ваҡыт. Ауылға ҡайтып, мал араһында, баҡсала йөрөп, бесән эшләп, урман-яландарҙа рәхәтләнеп йөрөп, әсәйем бешергән тәмле-татлы ризыҡтарҙы ашап килһәм – был “заряд” миңә йыл буйына етә.
- Әсәйҙәргә беҙ һаман да бала булып ҡалабыҙ шул…
- Эйе, әсәйем дә ял ваҡыттарында уның янына ҡайтҡанда иртән тороуға ҡоймаҡ ҡойоп ҡуйһынмы, берәй тәмле бәлеш бешерһенме – шулай беҙҙең өсөн өҙөлөп тора. Мин уға: “Әней, беҙ бит ас түгел, ял ит, миңә бит эсте көпәйтергә ярамай, мин бит сәхнәлә халыҡ алдында, форма һаҡларға тейешмен” –тип әйтеүемә ҡарамаҫтан, ул көлә лә ҡуя, барыбер ҙә үҙенекен ҡуймай, өҫтө-өҫтөнә бешерә, ҡыҫтап ашата. Һаман да 45 йәшкә еткән улын һөйөп ала…
- Һинең девизың бармы?
- Бе ҙҙ е ң курс ет ә ксе һ е Олег Закир улының “Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, башҡа һөнәр һайлап, икенсе өлкәлә эшләһәгеҙ ҙә, донъяла ниндәй генә хәлдәр булыуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт кеше булып ҡалығыҙ!” – тигән һүҙҙәре тормош девизыма әйләнгәндер, тип уйлайым.
- Улыңа ла, моғайын, шул кәңәште бирәһеңдер?..
- Әлбиттә, һәр ата-әсәй өсөн балаңдың үҙ юлын табыуы, яҡшы тәрбиәле булыуы – ҙур бәхет. Минең улым Илнур Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамланы, Армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтты, бөгөнгө көндә ситтән тороп Ҡазанда Энергетика университетында белем ала, театрҙа ҡораусы булып эшкә урынлашты. Уҡып та, эшләп тә йөрөгәс ауырғараҡ тура килә, иптәш малайҙары менән күрешә лә алмай, берәй ергә сығып иркенләп йөрөй ҙә алмай. Шуға ҡайһы ваҡыт йәлләп тә ҡуям үҙен, ә икенсе яҡтан алғанда – театрҙа, күҙ алдында йөрөгәне яҡшы.
- Уҙған ижад миҙгелендә сыҡҡан “Баллы, тирәкле Балтирәк” комедияһындағы ролең тураһында ла әйтеп кит әле…
- Был комедияны Алмас Әмиров ҡуйҙы. Мин унда прапорщик Сергей ролен башҡарам. Яратып башҡарған ролдәремдең береһе, ул – тере кеше, тормоштан алынған персонаж. Ҡайһы ваҡыт “надуманный” персонаждар була, ундайҙарҙы артистар үҙҙәре уйлап сығара, ә Сергей – тыуғандан уҡ, йәғни әҫәр яҙылғанда уҡ, бөтөн килеш тыуған, уның характеры күренеп тора, ролде ҡайһы юҫыҡта алып китергә кәрәклеге лә аңлашыла.
- “Ҡара йөҙҙәр” (М.Ғафури, Ш.Ғилманова, А.Абушахманов инсц.) спектаклендәге Ғимаҙи роле?
- Ғимаҙи – архаик образ. Беҙҙең ваҡыттан ни тиклем элегерәк булһа ул ваҡиғалар, шул тиклем ҡатмарлыраҡ. Быуындар алмашынған, тарих ҡуласаһы әйләнгән, замандарҙы заман алмаштырған – бына шул факторҙар роль эшләгәндә йоғонто яһай. Уйнар өсөн артистың ул әҫәрҙә яҙылған ваҡытта дингә, ғөмүмән тормошҡа ҡарата фекерҙәр тураһында ҡарашы формалашырға тейеш. Яҡтыға ынтылыу – Ғимаҙиның инанғаны, ул хатта улын да ошо ауыл мөхитенән айырып алып, ҡалаға ебәрә, үҙенең тормошона ҡарағанда улының тормошо яҡшыраҡ булырға тейеш, тип иҫәпләй.
- Ә Илсеғол образын һин яҡташың Заһир Суфиян улы Вәлитовтан ҡабул иттең, тиһәк тә булалыр?
- Эйе. “Нәркәс” (И.Йомағолов) мелоромантик трагедияһында Илсеғол образы эстафета һымаҡ миңә яҡташым Заһир ағайҙан күсте, уның артынан барған һымаҡ ҡабул иттем. Илсеғол –аҡһаҡал, тормошто аңлаған, тәжрибәле, кемдең кемлеген яҡшы белгән ил ағаһы. Әммә ул ырыу йолаларын аша үтә алмай, ғәҙеллек яҡлы, йола ҡанундарына бойһона.
- Яратҡан шөғөлдәрең тураһында әйтеп китһәң ине…
- Минең яратҡан шөғөлдәрем күп: совет осоронда төшөрөлгән фильмдарҙы ҡарарға яратам, китап уҡыу һ.б. Һәм, әлбиттә, иң-иң яратҡан шөғөлөм –яратҡан эшем, театр. Сәхнәлә актер йәшәй, сәхнә – ул тамашасыға әйтер урын ғына түгел, ә үҙеңдең дә күңелеңде сафландыра, байыта торған изге майҙан. Ролдәр булһын ғына, ә уларға йән өрөү – беҙҙең бурыс!.. Ғөмүмән, актерҙың бурысы – театрға хеҙмәт итеү!..
- Тамашасыларға ниндәй теләктәрең бар?
- Театрға килегеҙ! Беҙҙең спектаклдәргә йөрөгөҙ! Бигерәк тә Театр йылында һеҙҙең иғтибар беҙгә кәрәк.
- Ирек, әңгәмә өсөн рәхмәт. Һин, һәр ижад кешеһе һымаҡ, бик күп төрлө образдарҙы сәхнәгә алып сығырға, янып-ярһып ижад итергә хыялланып йәшәйһең. Хыялдар – киләсәккә ынтылыш, изге уй-маҡсаттар, яңы һулыш, әйҙә, улар һәр ваҡыт тормошҡа ашһын!..
Динара Ҡәйүмова
(Мәҡәлә 2019 йылда яҙылды,
"Башҡортостан" гәзитендә ҡыҫҡартылып баҫылды)
Белешмә: Ирек Булатов 1994 йылда Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының театр бүлеген тамамлап, Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында эш башлай. Башлыса йәш тамашасылар аудиторияһы менән эшләгән театрҙа ун биш йыл дауамында уның ижади биографияһы ҡырҡтан ашыу образ менән тулылана. Т.Миңнуллиндың “Йәнкиҫәккәйем” музыкаль комедияһында – Шүрәле һәм “Диләфрүзгә дүрт кейәү”ендә – Исмәғил, М.Кәримдең “Йәйәүле Мәхмүт”ендә – Инсаф Мисбахов, “Ҡыҙ урлау”ында – Ҡотләхмәт, Н.Ғәйетбайҙың “Ауылға ҡыҙҙар килде” комедияһында – Хәйбулла һәм “Студенттар”ында – Алмас, Т.Ғарипованың “Ғилмияза”һында - Бикбау бей, Б.Аппаевтың “Эх, егеттәр, егеттәр”ендә – Руслан, Э.Ростандың “Романтиктар” комедияһында - Строфорелде һәм башҡа ролдәр башҡарып, тамашасы һөйөүен яулай. Театр белгестәре һәм тәнҡитселәр ҙа Иректең актер эшенә үҙ баһаһын бирә, Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған “Йәләлетдин атай” спектаклендә башҡарған Йәләлетдин роле - Өфөнөң театр донъяһын яҡтыртыусы журналистар берләшмәһе “Пресса-2007” рейтингы буйынса “Иң яҡшы ир-ат роле” тип табыла. Шул йылдарҙа ул “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 2009 йылда Ирек Булатов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә күсә. Ирек Булатовтың репертуарҙа уйнаған ролдәре: “Яратыу гонаһмы?” (Т.Миңнуллин) спектаклендә Хәлил, “Их, кәләше лә кәләше!..” (Х.Зарипов) комедияһында – Ҡылысбай, “Ҡыҙыҡ был тормош”та (В.Шукшин) – Ир, инженер, шофер, “Мөхәббәт ҡарағы”нда (Ф.Бүләков) – Баһанур, “Зәки Вәлиди туған”да (Н.Асанбаев) – Әбделҡадир инан, “Артур+Нэнси”ла (Ш.Дилмөхәмәтова) – Король, “Эдип батша”ла (Софокл) – Тиресий, “Февраль.Буран…”да (З.Бураҡаева) – Ҡара кеше, “Ауыл адвокаттары”нда (М.Кәрим) - Кәшфулла, “Ҡаһым түрә”лә (Б.Бикбай, Х.Ирғәлин) – Аҡназар, “Бәхет хаҡы”нда (Х.Мөҙәрисова) – Эдуард, “Туй”ҙа (А.Чехов) – Нюнин, “Йүгер, Харис, йүгер…” комедияһында (Э.Йәһүҙин) Харис, “Ғәфү ит мине!” (И.Герман) мелодрамаһында – Айҙар, “Алтын асҡыс”та (А.Толстой) – Дуремар, “Йософ һәм Зөләйха” (Ҡол Ғәли, Ю.Сәфиуллин инсц.) – Рауил, “Руди- never off …” спектаклендә - балетмейстер Руди Ван Данциг, Стрелочник, учитель Пушкин ролдәрен; “Маугли” әкиәтендә (Р.Киплинг) – Шер-хан, Каа, «Experiment » (В.Красногоров) – Профессор, “Аҡ пароход”та (С.Айытматов) – Сәйетәхмәт, “Ҡара йөҙҙәр”ҙә (М.Ғафури, А.Абушахманов, Ш.Ғилманова инсц.) – Ғимаҙи, “Зөләйха күҙҙәрен аса” (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.) – Сумлинский, “Баллы, тирәкле Балтирәк” (А.Ишбулдина) – Сергей ролдәрен башҡара.