Халҡыбыҙ таланттарының ижади хазиналары араһында мөхәббәт, матурлыҡ, ғашиҡлыҡ тураһында шиғырҙар күп. Шуларҙың бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ - улар йәмле кисегеҙгә йылы хистәр өҫтәһен.
КӨТМӘГӘНДӘ ШУНДАЙ ҠЫҘҘАР ОСРАЙ...
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде...
Алыҫ-алыҫ йондоҙ —
Һиңә ул ҡыҙ,
Төшөңдә лә осоп етмәҫһең.
Төшөңдө лә көнләр кешең барҙа,
Төш күрергә баҙнат итмәҫһең.
Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең,
Кисерәһең үҙең эсеңдән!..
Бер йылмайып ҡарауы ла уның
Оло бер туй яһай хисеңдә!
Оло бер туй!..
Ләкин был туйҙың бит
Һин кейәүе түгел — ҡунағы...
Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа —
Етмәгәнме һиңә шул тағы!..
(1962 йыл)
* * *
Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик
Тәүге мөхәббәтен үҙенең, -
Йә нәфрәте итеп һаҡлай уны,
Йә ғүмергә һөйә өҙөлөп.
Ә ҡалғаны - зәңгәр тулҡын һаны -
Йылдар упҡынында йотола.
Тәүге хистәр, тәүге кистәр генә
Ай серендә һаҡлап тотола.
Үткәне юҡ ҡатын-ҡыҙҙың бөгөн,
Үпкәне юҡ, кисә үпһә лә...
Тик йырҙарға күскән тойғоларға
Упҡындар юҡ, йылдар үтһә лә!
(Рәми ҒАРИПОВ).
* * *
Һөйөүем бөтһә, тормошомдоң йәме
Юйылып төшөр төҫлө хәтерҙән.
Кеше моңһоу күҙҙәремә ҡарап
— Мөхәббәтһеҙ! –
Тиеп әйтерҙәй.
Нишләтһә лә, айырмаһын яҙмыш
Күңел ҡошом — сыуаҡ хисемдән.
Донъяла мин бер нәмәнән ҡурҡам:
“Мөхәббәтһеҙ!”
Тигән исемдән.
(Рауил БИКБАЕВ).
* * *
Ҡарамасы һирпеп керпегеңде,
Серле бер моң һирпеп ҡарама,
Ул керпектәр минең йөрәгемә
Утлы уҡтар булып ҡаҙала.
Ҡарамасы... Онотмайыҡ әле
Һине тәү ҡат күргән бер көндө,-
Ул саҡта ла шулай керпектәрең
Тик бер генә тапҡыр һирпелде.
Бер һирпелеп килеп ҡаҙалды да
Йөрәгемә, ялмап утына,
Бер талпынып шунан атып бәрҙе
Ғишыҡ диңгеҙенә - упҡынға!
(Рәшит НАЗАРОВ).
* * *
Шиғыр – мөхәббәт кеүек ул,
Һөйөү утылай илһам...
Ғүмергә яныр йөрәгең,
Бер тапҡыр ғашиҡ булһаң.
“Яратам!” тип әйтмәй генә
Яраттыра ул шиғыр.
Йоҡоларыңдан уятып,
Йөрәк майыңды һығыр.
Көсләп ғашиҡ итеп булмай,
Яратып булмай көсләп.
(Ул утта яныу ләззәте
Татылмай шиғыр “эшләп”).
Шиғыр – мөхәббәт кеүек ул,
Күҙгә эркелгән йәштәй...
Улар ике игеҙәк булып
Йөрәк түрендә йәшәй!
(Салауат ӘБҮЗӘРОВ).
Фотола: Миңлегөл Төлкөбаева.
Сайтта сыҡҡан бар яҙмаларҙы ошо һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ: https://bash.rbsmi.ru/