«Айыҡ ауыл» республика конкурсына ярашлы, Өфө районының Шамонин ауылында йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында хәбәр ителә.
19-сы быуатта барлыҡҡа килгән ауыл Башҡортостанда аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереүгә бәйле «Үҙ йортом» республика программаһына ярашлы үҫтерелеп, унда яңы, береһенән-береһе күркәм йорттар ҡалҡып сыҡты. Хәҙер урындағы халыҡтың иҫәбе өс мең ярымға яҡын.
Өфө районы буйынса «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан 38 ауыл араһында Шамонин муниципаль этапта еңеүсе тип табылған. Кисә унда ошо айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов, Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров, Рус Юрмашы ауыл Советы етәксеһе Артем Тимониндар булған.
Шамонин ауылы үҫә, тағы ла матурлана бара. 2010 йылда төҙөлгән мәктәптә 1200-ҙән ашыу уҡыусы белем ала, 2011 һәм 2015 йылдарҙа асылған ике балалар баҡсаһына 600-ҙән күберәк бала йөрөй. 2014 йылдан бында амбулатория ла эшләй.
Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров белдереүенсә, Шамонинда йәшәүселәр урындағы башланғыстар программаларында дәррәү ҡатнаша. Халыҡтың ынтылышы – ауылда физкультура-һауыҡтырыу комплексы, балалар һәм спорт майҙансыҡтары булған парк, мәҙәниәт йорто астырыу.
Шамонинда, Башҡортостандағы башҡа ауыл-ҡалаларҙағы кеүек үк, һәләтле, дәртле кешеләр йәшәй. Ауылда йәштәр күп. Кисә үткән байрам программаһы ла бай булған. Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡандар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Рәйфә Вәлиева иһә ҡоролтайҙың “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына лайыҡ булған.
Ҡунаҡтар Шамонин ағинәйҙәре ҡуйған «Шәл өмәһе» йолаһын, грек-рим көрәше буйынса, шулай уҡ кейеҙ баҫыу түңәрәгендә шөғөлләнгән уҡыусы ҡыҙҙар күрһәткән оҫталыҡ дәрестәрен, милли аш-һыу, биҙәүестәр, көнкүреш әйберҙәре ҡуйылған “Тыуған яғымда” тигән күргәҙмәне ҡараған. Сара барышында шашка буйынса донъя чемпиондары Айнур Шәйбәков һәм Айгөл Иҙрисова уҡыусылар менән ярыш та үткәргән.
Роберт Хәмиҙуллин етәкселегендәге «Мәргән уҡсы» түңәрәгендә шөғөлләнгән малайҙар сығышы фестивалдең иң сағыу өлөшөнөң береһенә әйләнгән.
Шамониндарҙың "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеүгә ынтылышы ла, бының өсөн дәрте лә, дарманы ла етерлек. Уларға уңыштар теләйек.
Автор: Равиля Гатауллина
Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .