Найти тему
Без Башкортлар

Ирәкте башҡорттары фольклоры

Ирәкте ырыуы башҡорттары күпләп Башҡортостандың Тәтешле, Балтас һәм Татарстандың Мөслим райондарында йәшәй. Шулай уҡ, Дүртөйлө районының Тамаҡ ауылы ла Ирәкте ырыуына ҡарай.

Һуңғы йылдарҙа төньяҡ райондар фольклоры фольклорсыларыбыҙ тарафынан ныҡлап өйрәнелә башланы. Быға дәлил булып, Рәсәй фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан төрлө йылдарҙа ойошторолған экспедициялар (2004 – Тәтешле, 2008 – Балтас райондарына, 2011 йылда Татарстандың Минзәлә һәм Мөслим райондарына) һәм баҫылған китаптар тора.

Тәтешле, Балтас райондары төньяҡ-көнбайыш диалектында аралаша. Уларҙың һөйләше телсе-ғалимә С. Ф. Миржанова тарафынан ентекле өйрәнелгән.

Беҙ фольклор материалдарын яҙып алған ваҡытта мөмкин тиклем урындағы һөйләштә яҙып алырға тырышабыҙ. Сөнки, һәр ерлектең теле – ул уларҙың тел байлығы һәм үҙенсәлеге. Шулай уҡ, йыйылған материалдарҙан күренеүенсә, һәр информаторҙың һәм ауылдарҙың һөйләшендә айырмалар бар. Өлкән быуын вәкилдәренең теле йәш быуындыҡынан айырыла.

Ирәкте (Ҡара Табын) башҡорттары изге төйәге. 2019 г.
Ирәкте (Ҡара Табын) башҡорттары изге төйәге. 2019 г.

Һәр төбәктең фольклорында боронғо тарих, ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр, йола үҙенсәлектәре һаҡлана.

Балтас районы ауылдарында ауыр аслыҡ йылдары, Бөйөк Ватан һуғыш тураһында хәтирәләр, бихисап ырым-ышаныуҙар, тыйыуҙар һ. б. яҙып алдыҡ. Был ерлектә йола үҙенсәлектәре лә байтаҡ. Мәҫәлән, туй йолаһында ҡыҙ менән егет өйгә кергәндә арттарынан арсый (ҡыҙҙың туғаны) мендәр менән арҡаларынан этеп керә. Былай эшләү – «Ҡыҙ менән кейәүҙең араларына кеше керһә, аралары боҙола», – тигән ышаныуҙан килә.

Түбәнге Ҡанһөйәр ауылында туйҙа, ҡыҙ күскәндә, арсый бешкән ҡаҙ, һарыҡ ите бешереп алып бара. Барғас, батмусҡа һалып, сығарып, килгән халыҡҡа тарата. Ҡоҙа ла, арсый ҙа шулай эшләй. Ҡаҙ тураған кеше патмусҡа 2–3 сум аҡса һала, ә ҡыҙҙан бөтөн икмәкте телдерәләр.

Шулай уҡ, бында һирәк осраған «Бала һыпырыу» һамағын яҙып алырға насип булды. Йолаларҙан «Ҡарға бутҡаһы», «Аулаҡ өй» уҙғарғандар. Уйындарҙан ике Ҡанһөйәр ауылында «Сыбыҡ атыш» («Сүрәкә»), «Флаг алыш», «Дүртмөгөш», «Наза», «Һигеҙ пар» уйындарын уйнағандар.

Тәтешле районының Аҡсәйет ауылында уйындарҙан элек: «Черта», «Ҡасҡылыҡ», «Әбәк» уйнауҙары хаҡында һөйләнеләр. Йырҙарҙан «Шомортом», «Етегән шишмә», «Аҡ шишмә» һ. б. йырҙар йырлайҙар. Яңғыҙ Нарат ауылында иһә, «Һандуғас»ты, «Рамай»ҙы, һәм борон күбеһенсә оҙон көйгә йырлай инек, тип хәтерләйҙәр.

Тәтешле ауылдарында элек аш-һыуҙан: мөчтөп, борсаҡ ҡоймағы, бәрәңге күмәсе, талҡан, бауырһаҡ, бәлеш, ә «Аулаҡ өй»ҙә уринаш бешергәндәр. Башҡа шөғөлдәргә килгәндә, бында элек ер эше, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Бындағы Ирәкте ырыуына ҡараған Иҫке Соҡор, Аҡсәйет, Ике Ҡоҙаш ауылдарынан беҙ ауылдар тарихы, ер-һыу атамалары, Салауат Юлаев, Ғәли Соҡорой, алптар (алпамышалар), ҡалатауҙар (боронғо ҡәлғәләр) тураһында ҡыҫҡа мәғлүмәттәр, граждандар һуғышы, аслыҡ йылдары хаҡында ҡыҙыҡлы хәтирәләр яҙып алдыҡ.

Татарстандың Ирәкте ырыуына ҡараған ауылдарында йолаларҙан «Ҡарға бутҡаһы», «Теләккә сығыу», «Сөрән һуғыу», «Һабантуй», «Аулаҡ өй», «Ҡаҙ өмәһе» уҙғаралар. Дини байрамдарҙан «Ҡорбан байрамы», «Ураҙа», «Мәүлит» байрамдары үткәрәләр.

Мөслим районында яҙғы сәсеү алдынан «Иген уңһын!» тип, баҫыуға йомортҡа һибәләр. Бында «Сөрән һуғыу» йолаһы ла үҙенсәлекле. Сәсеүгә сығыр алдынан ауыл буйлап йыйылған ризыҡ ҡапсығын алып ҡасалар. Уның артынан һыбай ҡыуа сығып, ауылдан-ауылға китеп, эҙләп килтерәләр. Сәсеүҙән һуң, шул ашамлыҡтарҙы бергә ултырып ашайҙар.

Был районда туй йолаһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр осрай. Мәҫәлән, туйға бар нәмәне лә парлы килтергәндәр: парлы сәк-сәк, пар ҡаҙ, ике, дүрт мендәр һ. б. Элек килендең туй күлмәгендә бала итәктәре күп булһа (биш-алты итәк), уны бай, хәлле ғаиләнән, тип уйлағандар.

Туйҙа ҡыҙ төшкәс, йәш киленде туҡмас ҡырҡтырып һынағандар, әгәр нәҙек ҡырҡһа – уңған һаналған. Егет яғында, туйҙың икенсе көнөндә «Килен туҡмасы» ашатҡандар. Хәҙер уны «Әбейҙәр ашы», тип атайҙар. Сөнки, унда Ҡөрьән уҡыталар. Башҡортостанда иһә, был «Килен сәйе», тип атала.

Шулай уҡ, туйҙан һуң ҡыҙҙың атаинәһен ҡунаҡҡа саҡырыу ғәҙәте бар, уны «Ҡоҙа төшөрөү», «Ҡоҙағый төшөрөү», тиҙәр. Унда ҡоҙаларҙы ҡунаҡ итеп, мунса индереп ҡайтаралар.

Ерләү йолаһына килгәндә, мәйет йыуырға һыу алып ҡайтҡанда, һыуҙың өҫтөн сепрәк менән ҡаплап алып ҡайталар. Мәрхүмде йыуғанда ла өҫтөндә шаршау тотоп торалар. Ерләргә алып киткәндә лә, мәйет өҫтөнә япма ябыла, ҡәбер өҫтөн дә, ҡаплап, япма тотоп торалар: «Ҡояш нуры төшмәһен! Ҡояш күрмәһен!» – тип. Был үҙенсәлек Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ районында ла бар.

Татарстандағы башҡорт ауылдары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ишетергә тура килде. Минзәлә районы Түбәнге Тегермән ауылынан Юлдашев Фазыл ағай һөйләүе буйынса: «Борон башҡорт ауылдары түңәрәк ай формаһында ултырған булған һәм бөтә ауылдарҙың да исеме “ай”ға бөткән булған. Мәҫәлән, Түбәнге Тегермән ауылының исеме элек “Султанай” булған. Ауылдар араһы 3–4 км. булған, ә иң алыҫ ауыл араһы 12 км. булған».

Экспедиция материалдарынан күренеүенсә, ирәктеләрҙең иң киң таралған жанрҙары булып йолалар, тарихи риүәйәттәр, ырым-ышаныуҙар, тыйыуҙар, һынамыштар, халыҡ медицинаһы, хөрәфәти хикәйәләр, хәтирәләр, уйындар, мөнәжәттәр тора. Был бай һәм үҙенсәлекле Ирәкте ырыуы фольклоры киләсәктә тағы ла ентеклерәк өйрәнелер, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Уҡыусылар иғтибарына беҙҙең тарафтан төрлө йылдарҙа яҙылып алынған ирәкте башҡорттарының халыҡ ижады үрнәктәрен тәҡдим итәбеҙ.

Фәнирә Ғайсина, ф. ф. к., Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлеге ғилми хеҙмәткәре

2004 ЙЫЛДА ТӘТЕШЛЕ РАЙОНЫНДА ФӘНИРӘ ҒАЙСИНА ТАРАФЫНАН ЙЫЙЫЛҒАН ФОЛЬКЛОР МАТЕРИАЛДАРЫ

Информанттар исемлеге

  1. Кағамова Сирена Сабир ҡыҙы (1941 йылғы), Ҡоҙаш ауылы.
  2. Кәшфиев Әмир Кәшфи улы (1929 й.), Ҡоҙаш ауылы.
  3. Нуриев Зәүи Исмәғил улы (1939 й., мулла), Ҡоҙаш ауылы.
  4. Бәшәрова Сәмиға Ибраһим ҡыҙы (1925 й.), Ҡоҙаш ауылы.
  5. Шәйнурова Дания Халиҡ ҡыҙы (1925 й.), Ҡоҙаш ауылы.
  6. Ғарифуллин Шәрифулла Ғәрифулла улы (1918 й., мулла), Иҫке Соҡор ауылы.
  7. Шәймиева Сәмиға Шәйсемөхәмәт ҡыҙы (1911 й., мәҙрәсәлә уҡыған), Аҡсәйет ауылы.
  8. Рәхимйәнова Римма Фәтхулла ҡыҙы (1939 й.), Аҡсәйет ауылы.
  9. Закиров Шәйхинур Ғилмулла улы (1921 й., һуғыш ветераны), Аҡсәйет ауылы.
  10. Мөхәмәтйәнов Фәтих Мөхәмәтйән улы (1924 й.), Аҡсәйет ауылы.
  11. Миңлеханова Фәниә Миңлехан ҡыҙы (1931 й.), Аҡсәйет ауылы.
  12. Кашапова Иҙая Зыя ҡыҙы (1928 й.), Аҡсәйет ауылы.
  13. Кашапов Фидарис Мөдәрис улы (1954 й.), Аҡсәйет ауылы.
  14. Мостафина Фәнирә Мөхәмәтнур ҡыҙы (1937 й.,), Яңғыҙ Нарат ауылы.
  15. Талипов Мырзахан Талип улы (1927 й.), Яңғыҙ Нарат ауылы.
  16. Ситдиҡова Вәсилә Ғарифъян ҡыҙы (1911 й.), Ҡоҙаш ауылы.
  17. Ҡолоева Хөсниә Мөғәллим ҡыҙы (1916 й.), Түбәнге Ҡоҙаш ауылы.
  18. Цой Нәҡиә Хәсбетдин ҡыҙы (1923 й.), Түбәнге Ҡоҙаш ауылы.
  19. Ғәлләмова Рәсилә Хәзей ҡыҙы (1928 й.), Түбәнге Ҡоҙаш ауылы.

ЙОЛАЛАР, ҒӨРӨФ-ҒӘҘӘТТӘР

Йолалар, байрамдар

Ҡарға буткасы үткәрәбез, теләккә сығыу бар. Әрибашта теләккә сығалар. Дини байрамнардан ураза, ҡорбан, ғәшүрә, мәүлитне үткәрәбез. (3)

Ҡарға бутҡаһы: Менә шулай аяз булса, ҡарға бутҡасына шыға идек. Ашлар бешереп, сулар кереп, сибешеп ҡайтабыз. (7)

Туй йолаһы

Ҡозалап егетнең әтәсе-инәсе бара. Туй көнөн сүләшеп ҡайта. Беренче барғанда күлмәк алып баралар. Туй ҡаршылағанда киленне мендәргә бастыралар, бал-май ҡаптыралар. Кейәү кәләшен күтәреп индерә. Туй бер генә кич була. (8)

Ерләү йолаһы

Кеше үлеү белән аяғын ҡиблаға ҡаратып, башын төньяҡҡа ҡаратып салалар. Мәйетне алып шығып киткән шаҡта, ишектән аяҡ яғы белән алып шығалар. Дворға алып шыҡҡас, йыназа намазы уҡыйлар. Ҡапканан шыҡҡанда баш яғы белән алып шығалар. Мәйетне алып китеү белән бер-нисә азым туктап, юл ыңғай булса, мәчет ҡырында туктап алабыз. Мәчетне үткәч, туктап алабыз. Ҡәбер урынын зыярат хужасы күрсәтә. Зыяратта акчалата хәйер тараталар. (2)

Аулаҡ өй

Уйын уйнай торған идек, орчоҡ иләйдер иек. Уринаш бешерә торған иек, кич бешерә торған аш. Ярма, ит, бәрәнге килтерәләр ие егетләр. (7)

Дини йола, байрамдар

Ҡорбанға салынған малдың тояғын, башын, сөйәген – ергә күмергә. Тиресен тапшырып, аҡчасын мәчеткә килтереп бирергә. (19)

Мәүлит бәйрәмнәре үткәрәдер иек. Ҡорбан салалар. Элек айлар исемен мосолманса әйтә торғайнылар. Ураза етә, дип әни талҡан бешерә торған ие. (7)

Өмәләр

Өй йыуыу өмәсе, ҡаз өмәсе була. Хәйергә бигерәген ашау әйберләрен бирәләр, сауабы күберәк. Сөт, ҡатыҡ, эпи, сәй, аҡча, яулыҡ бирәләр. (8)

АУЫЛ ТАРИХТАРЫ

Тәтешле ауылдары тарихы

Ирәкте сүзе – ҡәлғә, крепость тигәнде аңлата. Ирәкте – башҡорт ырыуы. Уҡытыучы Сарбаев абый: «Без Миәс күленән күчеп килгән башҡортларбыз», ди иде. Күрдем, Чоҡор, Юғары һәм Түбәнге Ҡозаш, Аҡсәйет, Жиремжи, Сәүәләй – башҡорт ауылдары. Беренче Ҡозаш – Алтыҡайында булған, янған ул. Эрәлде Ҡозаш – Яңы Ҡозаш тиелә, бөттө инде ул. Беүәдешләр – Сеүәләй яғынан килгәннәр. Аҡъяуыл – Чоҡордан күчкән.

Башҡорт жире Ҡайпанға – типтәрләр килеп ултырған.

1931 йыл ачлыҡ булғач, тамаҡ туйдырыр өчен мында Татариянан татарлар күчеп килә башлады, берәр-берәр ғаилә, пыйма басыучылар, итек тегеүчеләр. (19)

Кәрдүш ауылы тарихы

Кәрдүш ауылы урыны ҡара урман булған. Унда 3 гаилә күчеп барған. Урманны корчевать итеп, йәшәй башлағаннар. Шәйәхмәтов Шәйхилислам, Хәбиб ҡарт малайларын төйәп барғаннар. Бу 1922 йылның февраль аенда булған.

Ауыл урынына документтар юллаусы, уны башлап йөрөүсе Хәйбрахманов Ғабдрахман ҡарт. Ул Бирский кантонына барып юллаған. Русча белгән. Әри йылғасынан щүкә балык тотоп барған. Тура түрәнең ҡортҡасына кергән, щүкәне биргән.

– Ҡартыңны чакыр, – дигән.

Кантон:

– Что ты хочешь? Карта есть? – дип сораған.

– Карта хуш, хуш, – дигән Ғабдрахман ҡарт.

«Кардагуш» сүзе шунан ҡалған. (1)

Ҡоҙаш ауылы исеменең барлыҡҡа килеүе

Беренче – «ҡода ашы», дигән сүздән димәкчеләр. Икенче варианты бар, Ҡоҙаш исемле кеше килеп урынлашҡан, дип тә сөйләйҙәр. Ауылда ҡазанбай ырыуы бар ине, илек тоҡомо бар ине. (2)

Аҡсәйет ауылы тарихы

Безнең ауылға 500 йыллап бар. Ыҡ, Йүрүзән буйынан Уран тигән кеше 3-4 малайы белән күчеп килеп ултырған. Бәләкәсе Сәйет булған. Ул тархан ҡызына өйләнеп тороп ҡалған. Тархан ошо жирләрдә тархан булып торған. Тәү урынлашҡан жире – Әринең түбән, сул яғында, хәзерге асфальт, боролтма яғында.

Бик борон Әринән бүрәнә ағызалар. Бында бик ҡаты урман булған. Суғыш ваҡытларында ағачларны кискәндәр. Петр I заманында мында имән ағачын кискәндәр. Флот өчен, дип уйлибыз инде. Шул урманчыларны – мичманчылар, дип йөрөткәннәр.

Йылғада балыҡ күп булған. Тигермәннәр тотҡаннар, солоҡчылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

18 быуатта Барды районы Ғәйнә яғында Яҡуп исемле мултимиллионер башҡорт булған. Уның магазиннары булған. Безнекеләр уның менән ҡозалашҡандар. Ул Аҡсәйеттә магазиндар асҡан.

Бездә Ғабдулла Туҡайның да әтисе Ғәйнә башҡорто, мулла булған, дип сөйлиләр иде.

19 быуат башында безнең ауылда ике мәчет булған.

Ғәли Чоҡоройның да пайы булған. Каманан сал ағызғанда, башҡа байлар менән бергә уның да пайы булған (пакет акций, ти информант). (13)

Иҫке Соҡор тарихынан

Ауыл хәзер алтынсы урында ултыра. Ыҡ йылғасы буйынан килгәннәр. Милләттере башҡорт булған. Башта Ҡалатауға килеп ултырғаннар. Ирәкте исеме булған тәүдә. Мында ҡара урман булған, йәнлектәр күп булған. Бер генә бәләкәй аҡлан булған, тау башында торғаннар. Шунда аларның үзләренә күрә торлаҡлары, хәрби складтары булған, балчыҡ өйөп эшләгәннәр. Ғаиләләре әз, бер– ничә генә була. Ул урынды ҡартлар белән барып таптыҡ. Бу урынға май башында, йомға көндәре жыйылған булғаннар, Ҡөрьән, йома уҡыған булғаннар.

Бер ваҡыт ут төртөп ебәрәләр урманға. Шунан кире, икенсе урынға күскәннәр. Унда озаҡ торғаннар, Иске йорт, тип атала ул урын.

Хәмит тигән бик үткер ҡарт булған. Шул бер аҡлан таба һәм шунда алып китә. Хәмит ауылы исемендә ул ер, Ялғыз Нарат та, тип йөрөтәләр.

Шунан, бездән Күрдем тигән ауыл күсә. Күрдемгә Мөхәмәтғәле хәзрәт Ғәрифулла исемле малайын ҡуя. Уға мәчет, мәдрәсә салдыралар. Ғәрифулла хезмәттән ҡайтҡач, өйләндереп төпләндерәләр.

Икенче Яңы Чоҡор дигән ауылға Мөхәмәтғәле мәчет, мәдрәсә салдыра. Ғәли Чоҡориның икенче малайы Ғарифъян хәҙрәтне ҡуя. Өсөнчө улы – Ирәктенән күчәләр.

Чоҡорпучинкә дигән ауылғадүртенче улы, Ғатаулла хәзрәтне жибәрә. Уға да мәдрәсә, мәчет салдыра. Чоҡорпучинкәгә – Ирәкте исемен бирә.

Бишенче малай – Ахунъян хәзрәт мында ғүмер итә, мәчете, мәдрәсәсе була. Үзе мында күчеп ултыра.

Ауылның 6–7 зыяраты бар, барысы да зур. Элек алплар, озонлар булған, 2.90–2.91 см. булған буйлары.

Ата-бабаларыбыз мында ер эше менән шөғөлләнер өсөн килгәннәр. Ер төпләгәннәр, ашлыҡ чәчкәннәр, мал ҡарағаннар, бал ҡорто тотҡандар. Бигерәк Ғәли Чоҡори бал ҡорто менән шөғөлләнгән.

Мөхәмәтғәленең атасы Ғәбделсалих була. Ул төп йортҡа киткәч, малайлары ла ашлыҡ шәшкән, ер эше менән шөғөлләнгәндәр.

Револяция ваҡыты мында бик ауыр булған. Аҡлар да, ҡызылдар да үткән. 1930 йылны мин беләм. 1931 мәсеттәрҙе емереп, муллаларҙы ҡулға ала башланылар. 1932 манараны емерделәр. Был музей урыны – Ғәли Чоҡорой йәшәгән өйнөң урыны.

Динне ничек көчлө тотҡандар, совет заманында ла, мында шулай барды. Ураза тоттолар, ауыз ачтылар, ғәйет уҡыдылар.

Ахунъяндың мәдрәсәсе су буйында. Мәчет клуб урынында булған. Мәчеттән клуб салдылар. Ахунъяндың мәсетен1931 йылдарҙы емергәндәр. Манараһын йыҡҡан Вахитов Ғафур тигән кеше эт күрмәгәнен күрде, ә Ғарипов Хәким – төрмәлә үлде.

Ҡурайны Ғәли Чоҡоройның малайы Ахунъян хәзрәт үзе ясап, үзе уйнай иде. «Сәрмән», «Рамай» йырҙарын йырлай инеләр. Вятский гармунда уйнай торғайнылар беҙҙең ауылда.

Мөхәмәтғәле (Ғәли Чоҡорой) хажға 3 тапҡыр барған. Әнисе, Мәрфуға абыстай әйтә: «Барма, мин олғайдым» ти. Алты ай торғас атасы үлә, анан әнисе. Хәзрәт ҡайтҡансы, уның әнисенең йорто, малы юҡҡа чыға. Ике йыл тулмай ҡала, хаждан ҡайтыуына бер нәрсә дә юҡ.

Ҡайтҡач, Мөхәмәтғәле ҡартларны жия. Иң тәүдә мәдрәсә салдырырға була. Ул байға, был байға бара, аҡча ала, мәдрәсә салдыра.

Ҡартлар йомаға жиела бит инде. Мыңа өйләнергә ҡушалар. Ул Саба районынан (хәҙерге Татарстан районы) Гөлбәһәр тигән йәмәғәт ала. (6)

Сәүәләй тарихынан

Cәүәләй дигән ауыл бер дә ҡотаймаған. Йә янып, әфәт килеп торған. Шунан ҡартлар Мырзахан дигән мулланы алып ҡайталар. Ул мәчет, мәдрәсәләр салдырған, азаннар ҡычҡырған. Шунан ауыл ҡотайған. (15)

ТАРИХИ РИҮӘЙӘТТӘР, ХӘТИРӘЛӘР

Ҡалатау тураһында

Ҡалатау − крепость булған. Аҡъяуыл исемле тауда Ҡалатау бар. Унда 12–13 быуатҡа ҡараған аҡчалар табалар. Унда төнгөлөккә ҡунырға ҡалсаң, ғәжәйеп хәлләр күренә, ишетелә: ат кешнәүләре, сапҡаны, тояҡ тауышлары, ҡылыстар тауышы. (13)

Граждандар һуғышы

Суғыш булды. Базда, урманда яттыҡ. Әдәмне кешегә санаманылар, аттылар да киттеләр. Илмәт менән Жиремжи суғышты. Аҡлар китте. Ҡызылдар килеп житте. Бу ҡызылдар тағы китергә булды. Әтәйдән ат жиктереп алып киттеләр, ай ярым йөрөп килде. Анан, ничәнче йыл булғандыр, ауылны яндырдылар, Жиримжине. Ҡызылдар булды микән, гел урыслар ие. (7)

Комиссар Зыя үлеме

1918 йылда аҡтар-ҡызыллар cуғышы булған. Бынан Азин дивизияһы үткән. Әри тауында ҡыpылдар була. Аҡтар Ҡарағайтөп, йә Ҡарағайшишмә диләр, шунда булалар. Ҡапмаҡаршы атышалар. Бездә Марванов Зыя исемле комиссар була. Төндә штабты ҡарауылларға кеше әз генә, икәү ҡалған була. Әшәке кешеләр аҡтарға барып әйтәләр. Аҡтар Иске Чоҡор ауылында ятҡан була. Килеп штабты тар-мар итәләр. Зыя тәзрәнән сикереп төшкәндә аталар, яралы килеш ҡойма аша сикереп чығам тигәндә, артынан килеп штык менән ҡазайлар. (9)

Аҡсәйеттә аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы

Граждандар суғышы ваҡытында комиссар булып Әмиров Нуретдин йөрөнө. Уның секретары Марванов Зыя булған. Нуретдинды аҡтар Тәтешлегә алып барып атҡандар.

Ул заманда ҡызылдары ла, аҡтары ла ҡыз балаларны тотоп мысҡыллар булғандар.

1936 йыл ауылда ваба аурыуы ҡалҡты. Халыҡ ныҡ ҡырылды, көнөнә бишәре, ә бер көн хатта ете кеше үлде. Уларҙы мәсеткә тултырҙылар. (10)

Аҡсәйеттә граждандар һуғышы

Граждандар cуғышы ваҡытында тау башына пулеметты ултырталар да, эй, аталар. Кичтән тәзрә бар, иртән юҡ, ди ине әней.

Ҡызыллар килсә әтине – ҡызылдар яғында суғыша, аҡтар килсә – аҡтар яғында суғыша, дип әйтә ине әней. Балаларның битенә ҡором сөртөп, арҡаларына мендәр ҡуйып, базға төшөрөп тотҡан.

Суғыштан суң, азаҡ мәсетнең манарасын кистеләр. Бер Шайморат исемле кеше бар ине, кешеләрҙе талап, раскулачивать итеп йөрөгән. Шул мәсеттең манарасын кисеп төшөрдө. «Дөмп» итеп ҡалды. Бөтөн кеше илады. (12)

Ҡазан егеттәре ҡәберлеге

Граждандар һуғышы ваҡытында, безнең ауылда, Чоҡорда Ҡазан жигеттәрен үлтергәндәр. Улар күмәк булған. Уларның әти-әниләре килеп, ҡарағайдар ултыртып киткәндәр.

Төндә-фәлән ул ҡарағайлыҡ ҡырынан үткәндә мәрхүм жигеттәрнең рухтары чығып, күзгә күренеп йөрөйләр.

Хәмзә бабай уларны ике ҡабат күргән. Беренчесендә:

– Бабай, син кич-ҡырын бында йөрөмә, без намаз уҡыйбыз, син ҡамаусалайсың, тигәндәр.

Икенче тапҡыр күргәнендә ачыуланып, тәгәрәп килеп чыҡҡандар да:

– Эй, намыссыз икәнсең бабай. Без сиңә әйттек бит йөрөмә! – тип, тигәндәр. (12)

Түбәнге Ҡоҙашта граждандар һуғышы

Аҡтар белән ҡызылдар Ләүкә шишмә белән Көнкүрмәс тауларында ятып, ҡараҡаршы атыштылар. Ике байыраҡ кешене, мулланы атып киттеләр. Мескен мулла ҡачып барған икән. Кәртә башынан ырғып чығып барғанында атҡандар. «Алла-а-а-а», – тип уның ҡычҡырғаны әллә ҡайларға, Сикәште буйына хәтле ишетелде, ти.

1921 йылны ачлыҡта кеше бигерәк ҡырылды. 1931 йылны да ачлыҡ булды. (16)

Түбәнге Ҡоҙаш ауылы тарихынан

Түбәнге Ҡозаш ауылы кешеләре Алтыҡайыннан килеп ултырған. Ауылға бер 300 йыл бар.

Ҡозаштан Салауат Юлаев та уҙған. Граждандар cуғышы ла узған. Аҡтар Ҡолой тауына ҡул пулеметы ултыртҡандар. Аҡтар бында күп баш кисешеп ятҡаннар. Шулған ауылы егетен атып үлтергәннәр, ди ине әби.

Бер кеше:

– Инде күп кешене аттығыз инде, бынысын бирмәйем, дип Солтангәрәйне алып ҡалған.

Сыу буйында бер ҡәбер бар. Граждандар суғышы ваҡытында, берәүне Нуретдин базында язалап үлтергән булғаннар. (18)

Граждандар һуғышы

Граждандар суғышы булған. Ҡалатауда, Сейәлетауда окоп урыннары бар. Бу яҡтан Чапай да үткән, дип сүлиләр. (3)

Салауат үткән

Мынан Салауат яуы үткән. Асҡыннан ныҡ үткән. Зур әнкәй сөйләйдер ие. Сөңгөләрен кәштә итеп ҡулланғандар. Кәрдәүештә валлары бар ие. Унда суғыш ҡораллары табыла ие. (19)

Һуғыш ваҡытында

22 июнь ине. Сабантуйға жыйылдыҡ. Шунда суғыш турында әйттеләр. Ололар жылаша башлады. Шунан таралыштыҡ инде. Ҡайтыуға өйдә әтей үлеп ята иде. Суғыш ваҡытында ачҡа интектек. Черек бәрәнге жыйырға йөрөнөк. Барсаҡ, урыслар туҡмап ҡайтара иде. (11)

Нух Әхмәр

Нух Әхмәр – Аҡсәйет мәктәбенә нигез салған. Бер-ничә тапҡыр хажға барған. Халыҡны уҡытырға тырышҡан. Ғәрәп, фарсы телен белгән. Кешеләрне дауалаған. Ҡатыны Ғилминур абыстай ине. Ул: «Белем кирәк, уҡыу кирәк балалар. Мосолмандарның киләчәге уҡыуда», дигән.

Үләннәр белән оста эшли ие. Мин уларға баҡча утарға йөри идем. (13)

Хәтирә

Зур әнкәйләр ҡысҡа көй белмиләр ие, гел озон көйгә йырлайдар ие. Ҡубыз уйнайлар ие. Әткәй «Ҡара урман»ны йырлай ие. (19)

ХӨРӘФӘТИ ХИКӘЙӘЛӘР

Ғәли Соҡорой

Ғәли Чоҡорой өч тапҡыр хажға барған. Юлға ҡапчыҡ белән ит алалар. Диңгезгә керсәләр, зур балыҡлар кәмәне туҡтата, уға итте бирәләр. Икенче тапҡыр хажға барғанда ла шулай була. Ғәли Чоҡорой өчөнчө тапҡыр хажға барғанында иттәре булмай.

Ғәли Чоҡорой әйтә: «Әйдә, шыбаға тотошайыҡ. Кем шыбаға чыға, шуны ҡапчыҡҡа салып, сыуға, диңгезгә ырғытайыҡ», ти. Шыбаға уға чыға. «Ходай Тәғәлә шулай ҡушҡан, бәрегез», ти. Быны сыуға ташлайлар. Карап Төркиәнең ярына килеп туҡтаса, Ғәли Чоҡорой яр буйында тәһәрәт алып ултыра, икән.

Ҡәйүм Насыри да уның менән шунда була. Ул язучы бит инде. Шунан, ул яза: «Ғәли Чоҡори безнең кеүек ғалим ғына түгел. Өчөнчө мәртәбә хажға барғанда үзенең һөнәрләрен күрсәтте», ти. (6)

Ғәли шаяртҡан

Мөхәмәтғәле бабай биш ауылны ҡорбанға чаҡырған, барлыҡ халыҡны. Ҡорбан май башына тура килгән.

Бер ҡартның өй арасына күзе төшкән. Ҡараса, өй арасында диңгез, аҡҡошлар йөри, ди. Ҡорбанға салынған башмаҡлар йөри, ди.

Бер ҡарт кереп, «туфан суы ҡалҡҡан», дигән. Уҡып бөтөп чығалар. Ҡарасалар, бер нәмә дә юҡ, ди. Мөхәмәтғәле: «Ярай, ағайэне керегез!», дип әйтте, ди. «Ҡарағыз аяҡкейемнәрегезне», дип әйтте, ди. Аяҡ киемнәре урынында булған. (6) (Ғ. Соҡорой күҙ баулап, ҡоро ерҙә диңгеҙ бар имеш тип кешеләрҙең күҙәренә күрһәткән – Ф. Ғ.)

Алп ҡәбере

Яңы Ҡайпанда алптар ҡәбере бар. Шунда алптар йәшәгән. 1947 йылда тракторист Камал шул алп ҡәбере өстөнә барып менгән. Өч көн шунда, рулен тотҡан келеш ҡатып ултырған. Врачтарны ла килтергәннәр. Шунан, бер остабикәне килтереп уҡытҡач ҡына жибәргән. (18)

ЫРЫМ-ЫШАНЫУҘАР, ТЫЙЫУҘАР, ҺЫНАМЫШТАР

Ырым-ышаныуҙар

Ауылдан мәйет сығыр алдынан Изгеләр ҡәберлеге өстөндәге ҡарағайға зыяраттан ҡозғон килеп ҡағына. (12)

Йәшен утынан янғын чыҡса, ҡаз йомортҡасы, йә ҡара сыйыр сөтөн сибергә, ди. (14)

Нигез ҡорған чыҡта «Аятел-Көрси» уҡып сызалар. Матчаға аҡча салалар. (14)

Яңы избаға кергән чаҡта эпи белән тоз ултыртасың. (14)

Ҡозғон бер төрлө хәбәр килтерә. Яҡындан булса – тиз генә, бер сәғәттәнме, кичкәме. Йыраҡтан булса – икенче, өчөнчө көнөнә. (14)

Тауыҡ, ҡаз ултыртҡанда көтөү ҡайтҡанда ултырталар. Имеш, көтөү кеүек күп булсын. (14)

Ҡазның ҡойроғон йолҡоп алалар ҙа, санайлар. Әгәр дә парлы чыҡса, быйыл кеүәйгә чығам, диләр. (14)

Өй артына ҡайынны ултыртсаң да парлап ултыртыр кирәк. (15)

Сөтнөң өстөнә күмер, шырпы сындырып салып бирәләр, сыйырға күз тимәсен, дип. (18)

Тыйыуҙар

Мәйеттне бер ваҡытта ла бер үҙен ҡалдырырға ярамый. (3)

Өй арасына ике мунча ултыртырға ярамый. (12)

Эңердән соң тауыш чығарырға, эш эшләргә ярамый. Тимер, таҡта ҡағырға, баҡча ҡазырға ярамый. (12)

Мәйет булған өйдә ашарға, эчәргә, ғәйбәт сөйләргә, ҡычҡырып иларға ярамый. (8)

Тәрәзә төпкәсенә ултырырға ярамый. (8)

Өй эчендә сызғырырға ярамый, фәрештәләр ҡача. (14)

Кичкесен су алырға кешегә (урамына) керергә ярамый. Имеш, бу хәйерчегә ҡалсын, дигән сүз була. Көйәнтәне ҡулбашҡа салып та керергә ярамый, мәйет чыҡсын дию була. (14)

Өй алдына ҡайын ултыртырға ярамый. Миләш ултыртырға кирәк, жен-зәхмәт ҡача. (14)

Шишәмбе көн эшләргә ярамый. (14)

Сөтнө ҡайнатҡан ваҡытта утҡа-фәлән төшөрөргә ярамый. (14)

Тырнаҡны шишәмбе көн кисергә ярамый. Мунса төшөргә ярамый. (14)

Өстәлгә ултырырға ярамый. (15)

Ҡибла яҡны баҡча итеп ҡазымасҡа. Өй алдында ихатаны буш тоторға. Кем дә кем тотона, зыян күрә, кешеләр үлә, ҡатындар яңғыз ҡала. (17)

Өй өстөнә өй салмилар. Яңы өй салғач, искесен шунда уҡ сүтәр кирәк, зыян килә. (18)

Иске ҡапҡа, басу ҡапҡалары урынына йорт салырға ярамый. (18) Бычаҡ-фәләнне ҡулға тоторға бик ҡушылмай. (18)

Мәчет, мунча урынына өй салырға ярамый. (18)

Бычаҡ аша ашарға ярамый. (18)

Төш юрау

Без яндыҡ. Өй яныр алдынан төш күрдем, өй ауғанын күрдем. (12)

Төштә ҡара ер, ер сөрөү күрсәң – әйбәт түгел. Ай күрсәң – никах тиләр. Ай, ҡояш – әйбәт. Ризыҡ күрсәң – әйбәт. Бура – әшәке. Иске өй ҡутарды исәң – ул да әшәке. (16)

Им-том

Күҙ тейеүҙән. Күз ташы бар ие, шуны чайҡап сөртәләр ие. Күз төслө ие. Ҡарасы бар, зәңгәре. Күз теймәсен өчөн элек бала тыуыу белән жепкә тәңкә тағып, беләгенә тағып ҡуя торған идек. (8)

Бүҫер имләү. Бүсерле балаларға бүсер ташы чайҡап эчерәләр ие. Шул суны бөтөн жиргә сөртәләр ие. Биреп тә ҡайтаралар ие. (8)

Мал чирләсә сөт, йомортҡа эчерергә. (8)

Эч ауыртса , диңгез кичеп, йыраҡтан ҡайтҡан ир кешенең аяҡ кейеме белән төртөп имләйләрдер ие. Име шул булсын дип. Шәрмә ваҡытында эч күбә, ауыртадыр ие. (8)

Биҫәр – ошан. Очан булса эч батып тора. Өч урынға төртәләр. Ошан имләйем, име-томо шул булсын. (8)

Тел осонса – песей ҡойроғон балға буяп баланың ауызына тығадыр иек: «Гөмбә булған, гөмбә имләйем, дип». (8)

Арпа чыҡса , күлмәкнең бер очон эчке яҡтан тотоп, арпаға төртөп: «Әби, нәмә имнәйсең? Арпа имнәйем, дисең». (17)

Экзема – ул ҡаты ҡайғынан чыға. Ҡул ҡычыта, ә кешегә йоҡмай. Уны шадра тастамал белән ыуып, тоз белән сөртәсең. (17)

Шифалы үләндәр

Үләндәр исеме: дауыл сискәһе (бейек, һары төҫтәге, ваҡ сәскәле үләнде әйтә – Ф. Ғ.), бипи (ҡаҙаяҡ) үләне, әпертмән (әрекмән), бесәй ҡойроғо (юл үләне), этендермә-ҡоторма үләне… (3)

Ромашка чичкәсе бөйөрләргә әйбәт. (14)