Найти тему
Башҡортостан гәзите

Табала алма, һуған менән ҡыҙҙырылған бауыр

Фото: saveda.ru
Фото: saveda.ru

Бының өсөн 700 грамм бауыр, ике алма (әсе сорт), ике баш һуған, 150 грамм он, ике-өс аш ҡалағы үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр кәрәк.

Башта алманы йыуып, үҙәген таҙартып түңәрәк итеп киҫәбеҙ. Һуғанды әрсеп турайбыҙ, бауырҙы йыуып ваҡлайбыҙ. Табаны йылытып, ике аш ҡалағы тирәһе үҫемлек майы һалып, алманы 5-6 минут тирәһе ҡыҙҙырабыҙ. Әҙерәк шәкәр ҡомо ла өҫтәйбеҙ. Әҙер алманы тәрилкәгә һалабыҙ. Шул уҡ майҙа һуғанды ҡыҙҙырып, һауытҡа бушатабыҙ. Бауырҙы онда әүәләп, тоҙлап , борослап, табаға көнбағыш майы өҫтәп, талғын утта  7-8 минут тирәһе ҡурабыҙ. Әҙер бауырға тәүҙә һуған, шунан алма һалып өҫтәлгә йылы килеш бирәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор: Рисаля Юмагулова

Еда
6,93 млн интересуются