Музей поэта, прозаика, журналиста, общественного деятеля Тухвата Янаби открыт в 1964 году по постановлению Совета Министров РСФСР (№788 от 27 июня) на родине поэта в деревне Енебей-Урсаево Миякинского района.
В музее собраны личные вещи Тухвата Янаби, документы из архивов, книги, фотографии. Шежэре поэта. Предметы этнографии и декоративно-прикладного искусства.
Музей играет огромную роль в духовно-нравственном воспитании молодёжи. Здесь ежегодно проводятся вечера памяти Тухвата Янаби.
452098, Республика Башкортостан, Миякинский район,
с. Енебей-Урсаево, ул. Центральная, 2
8 (347) 882-44-29
Рухи бүләк
Тәрән тамырлы башҡорт әҙәбиәте тарихына намыҫ, тоғролок, ғәҙеллек кеүек кешелек донъяһындағы иң күркәм әхлаҡи сифаттарҙы бүләк итеүсе күренекле шағир һәм прозаик, республика матбуғатында миһырбанлы етәксе һәм халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы дәүләт эшмәкәре Төхфәт Йәнәбиҙең тыуған ауылындағы музейына аяҡ баҫыу менән, уның ғәзиз төйәге тураһындағы шиғри юлдары иҫкә килеп төшә:
Сылтырап аҡҡан һалҡын шишмәкәйе
Мең йылдарҙан бирле йырлаған.
Таңдар атҡан саҡта, тынлыҡ ярып,
Тал турғайҙары ла сырлаған.
Сусаҡ тауы торған күкрәк киреп,
Шишмә йырын тыңлап маһайған.
Күккә үрләп үҫкән аҡ ҡайындар
һанһыҙ йылдар үҫеп ҡартайған.
Матур йәйҙәр буйы ал сәскәле
Киң туғайҙар торған тын ғына.
Сәскәләрҙән сәскәләргә ҡунып,
Күбәләктәр осҡан моң ғына.
Ошо моңло хис менән музейға инәһең. Иғтибарыңды шунда уҡ бай йөкмәткеле экспозициялар, үҙенсәлекле ҡомартҡылар йәлеп итә. Уның тәүге өлөшө үткән быуаттың ауыл тормошона бағышланған. Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Йәнәби-Урсай ауылына Меңле ырыуы башҡорт ҡәүемдәре нигеҙ һалған. Ун етенсе быуат башында Бишбүләк, Бәләбәй яғынан килеп ултырған сыуаш ҡәүемдәренә ер биреү документтарында Йәнәби башҡорттарының да ҡул тамғалары бар. Атап әйткәндә, бөйөк сыуаш шағирҙары Константин Иванов менән Яков Ухсайҙың тыуған төйәге Ыҫлаҡбаш Илекәй Мең ерҙәрендә урынлашҡаны билдәле.
Шағирҙың ауылы ғәжәйеп матур урында: һәр кемде һоҡландырылыҡ Сусаҡ тау битләүендә, ярһыу хисле көмөш һыулы Йәнәби йылғаһының, риүәйәттәрҙә, эпостарҙа данланған Күгиҙелгә - Димгә ҡушылған тәңгәлендә ултыра. Ошо хозур тәбиғәтле төбәктә 1894 йылдың 14 февралендә Төхфәт Йәнәби (Төхфәт Кәлимуллин) донъяға килгән. Атаһы Кәлимулла таш сығарыу, таштан өйгә нигеҙҙәр, таш келәттәр, таш ҡоймалар һалыу менән шөғөлләнә. Төхфәт Йәнәбиҙең атаһына бағышлаған «Ташсы ҡомартҡыһы» тигән үҙенсәлекле шиғыры бар. әсәһе Шәмсениса ҡул эшенә, шиғри һүҙгә, йыр-бейеүгә маһир, уҡымышлы, ярҙамсыл, әүлиә ҡатын икәне билдәле. Ул ауыл советы рәйесе лә, колхоз ойоштороусыһы ла була. ғүмеренең һуңғы көнөнә саҡлы Йәнәби-Урсайҙың ғына түгел, күрше-тирә ауылдарҙа ла көтөп алынған кендек инәйе була. Ул бәпәйләткән сиам игеҙәктәрен тапҡан ҡатындар ҙа иҫән ҡала. Йоғошло ваба сире менән ауырып үлгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бала-сағаларҙы йыуып кәфенлеккә төрөп йөрөй.
Уларҙың ғаиләһендә алты бала үҫә: Ғилмениса, Шәмсеҡәмәр, Төхфәт, Искәндәр, Хәтирә, Аллаяр. Төхфәт тәүҙә Вәли мулланың Ғилмиямал исемле оҫтабикәһендә ике ҡыш, унан һуң Вәли мулланың мәсет янындағы мәктәбендә дүрт йыл белем нигеҙҙәрен өйрәнә. Мулла Себенле ауылынан (хәҙерге Әлшәй районы) килгән, оҫтабикә - күрше Мәнәүезтамаҡтан. НКВД хеҙмәткәрҙәре Вәли мулланы 1929 йылда ҡулға алалар һәм аталар. Ғилмиямал оҫтабикәне өйөнән ҡыуып сығаралар, ул ҡайғыһынан, оҙаҡ илауҙан һуҡырая, бер нисә айҙан яҡты донъя менән хушлаша. Вәли мулланың балалары: Мөхлис, Искәндәр, Хәйрулла. Улар бөтәһе лә йәберләнеп, ҙур мохтажлыҡтар кисереп йәшәйҙәр.
Хәйрулла Вәлиевтың ҡыҙы Сәйҙә Ниғмәтуллина (Миәкә районы Туҡһанбай ауылында йәшәне) хәтерләүенсә, уларҙың аталарын мулла балаһы тип бер нисә тапҡыр төрмәгә ябалар. … «Теүәл генә хәтерләмәйем, әллә 1933, әллә 1934 йылда атайымды өсөнсө тапҡыр алып киткәс, Төхфәт Йәнәби юллап, 1936 йылда төрмәнән ҡотҡарҙы. Тағы НКВД уға бәйләнмәһен өсөн ауылға көтөүсе итеп һайлап ҡуйҙырҙы. Атайым оҙаҡ йылдар көтөүсе булып эшләне», — ти Сәйҙә Ниғмәтуллина. ғүмеренең һуңғы көнөнә саҡлы Хәйрулла Вәлиев Төхфәт Йәнәбигә рәхмәтле булып йәшәгән. «Иҫкә алған һайын, шул йылдарҙы күҙ йәшен түгә-түгә доға ҡылды», ― ти Сәйҙә апай. Хәтерләүҙәр 2012 йылда яҙып алынған.
Йәш егет Төхфәттең уҡыу теләге көслө була һәм ул Стәрлебаштың ғәли хәлфә мәҙрәсәһенә бара. Бында бай ҡаҙаҡ шәкерттәренә аш бешереп, сәй ҡайнатып, өс йыл уҡый, әммә мәҙрәсәләге белем биреү тәртибе бик үк оҡшап етмәй. 1912 йылда Төхфәт мосолман донъяһында һәйбәт даны сыҡҡан «Хөсәйениә» мәҙрәсәһенә инергә уйлап, кеҫәһенә дүрт һум аҡса һалып, ауылдарынан 250 саҡырымдағы Ырымбур ҡалаһына йәйәү сығып китә. Ләкин уның был хыялы тормошҡа ашмай — мәҙрәсәгә уҡырға алмайҙар. Ни өсөн тигәндә, бында уҡыу тәртибе икенсерәк. «Хөсәйениә»лә шәкерттәргә 14 йыл белем бирәләр. Башланғыс бүлектә – 3-4 йыл, урта бүлектә – 3-4, уртанан юғары – 3-4, юғары – 2-3 йыл. Башҡа мәҙрәсәләрҙә икенсе уҡыу йорттарында белем алып килгән шәкерттәр, имтихан тапшырып, үҙҙәре теләгән бүлектә уҡыуын дауам итә алған. Мәҫәлән, Мәжит ғафури Үтәш, Ҡыйышҡы, «Рәсүлиә», «Мөхәмәҙиә», «ғәлиә» мәҙрәсәләрендә уҡый. Ә «Хөсәйениә»лә тик башланғыс бүлеккә генә шәкерттәр ҡабул иткәндәр. Йыш ҡына матбуғатта, берәй күренекле шәхес тураһында һүҙ сыҡһа «ул «Хөсәйениә» мәҙрәсәһен тамамланы» тип яҙалар. Был хәҡиҡәткә тап килмәй. һигеҙ-туғыҙ йыл белем алған 18 йәшлек егет бала-сағалар янына әфтиәк өйрәнергә керә алмай бит инде.
Төхфәт тәүҙә Ырымбурҙа, унан һуң Аҡтүбәлә эш эҙләп ҡарай. Ниәте килеп сыҡмағас, ҡаҙаҡ йәйләүенә балалар уҡытыусыһы — «мүлдәкә» булып китә. Шағирҙың «Бормалы юлдар» әҫәрҙәрендә ошондай юлдар бар.
... Мин барылған
Йорттоң төп хужаһы,
Аҡ һаҡаллы кеше – Йылҡыбай.
Тамыр-томороңдо
Ҡалдырмайса
Һорашырға бер ҙә иренмәй.
«Нуғайбысың
Йәки истәкмесен?
Ҡай илдеке, тәҡсир, буласыз?
Ой, жарыҡтыҡ,
Бала ғынасыз ғуй,
Ни ҡылып соң хәлфә булғансыз?»
Теҙеп алып китте
Аҡһаҡалым
Бер-бер артлы төрлө һорауҙар,
Йәшем, тоҡомомдо,
Тағы унда
Ҡалдырманы береһен һорауһыҙ.
Йәшемде әйткәс:
«Ой-бай, чырағым,
Аҡбалаға ҡордас икәнсез,
Ҡодай ҡотло ҡылсын,
Жарыҡтым,
Әйтәүер, жөдә нәгез икәнсез»,—
Тип ысҡындырҙы был ҡарт
Тора торғас,
Ҡыҙ барлығын әйтеп бер мәлде
Күрмәгәнмен әле
Аҡ балаһын,
Тағы башта уйҙар көрмәлде.
Ҡарт һөйләнә бирә
Үҙенекен,
Ә минең баш уның ҡыҙында.
«Нисек итеп кенә
Ҡунырмын һуң?
Ҡунғаным юҡ ҡыҙҙар ҡуйынында», —
Тием эстән генә,
Үҙ-үҙемә
Ҡурҡыныслы һорауҙар ҡуям.
Үҙемде бер
Ауға төшкән ҡоштай
Сурлы булып ҡалғандай тоям.
Төхфәт бер йыл тирәһе ҡаҙаҡ балаларына белем биреп, кеҫәһенә 40 һум аҡса һалып, яңынан Ырымбурға килә һәм мосолмандарҙың 5-се йәмиғ мәсетенә ҡараған имам-хатип мөдәррис Заһиҙулла Хабибулла улы Кашаев етәкселек иткән «Заһиҙулла» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Билдәле булыуынса, был мәсет һәм мәҙрәсә «Хөсәйениә”нән алдараҡ, 1884 йылда эшләй башлаған. «Бында уҡыу Стәрлебаштағыға ҡарағанда яҡшыраҡ ине», — ти Төхфәт Йәнәби үҙенең автобиографик яҙмаларында.
Мәҙрәсә ике ҡатлы пар менән йылытылған таш йортта урынлаша. Беренсе ҡаттың өс бүлмәһендә мәҙрәсә, икенсе ҡаттың дүрт бүлмәһендә мәктәп балалары уҡый. Был белем биреү йортоноң башланғыс мәктәбендә 5 йыл, мәҙрәсәһендә ― 7 йыл уҡыу ҡаралған. Йыл һайын 4 айлыҡ рус телен өйрәнеү курстары эшләй. Ул курстарҙа мәҙрәсә шәкерттәре йөрөй. «Заһиҙулла» мәҙрәсәһендә Троицкиҙағы Мөхәмәт Бикматовтың «Мөхәмәҙиә», Зәйнулла Рәсүлевтың «Рәсүлиә» мәҙрәсәләре кеүек йәдит ысулы менән уҡытыла. Уҡыу түләүле. Башланғыс мәктәптә аҙ, ә мәҙрәсә шәкерттәре күберәк түләй. Төхфәт Йәнәби был уҡыу йортон ярата. Дүрт айлыҡ рус телен өйрәнеү курстарына йөрөй. Уҡыу йортоноң бай китапханаһында Каирҙа, Бейрутта, Истамбулда, Рәсәй төбәктәрендә нәшер ителгән журналдар, гәзиттәрҙе уҡый. Дәртләнеп китеп үҙе лә мәҡәләләр, шиғырҙар яҙа. Хәтирәләрендә шундай юлдар бар: «Ваҡыт» (1913) газетаһына беренсе тапҡыр, Төхфәтулла бине Кәлимулла тип ҡул ҡуйып, «Мосолмандарға мунса сыҡҡас, һалҡын һыу эсергә ярамай» тигән мәҡәлә яҙып ебәрҙем. Ләкин был баҫылманы. «Ваҡыт» редакцияһы: «Төхфәтулла әфәндегә яуап: был табиптар эше, һеҙҙең ҡарашығыҙ фәлсәфи ҙә, шәрғи ҙә түгел, баҫылмай», — тип яуап сығарҙы.
Төхфәт Йәнәби уҡыған йылда «Заһиҙулла» мәҙрәсәһендә барлығы 180-185 уҡыусы, шуларҙың 130-135 бала башланғыс мәктәптә, 40-50 шәкерт мәҙрәсәлә белем ала.
Заһиҙулла хәҙрәттән тыш бында Хөбәйхужа Абдулбаянов, аталы-уллы Хәйрулла һәм Абдулла Катаевтар, Абдулхәким Үтәгәнов, Абдрахман Насировтар имам-мөғәллим хеҙмәтен үтәй. Төхфәт Йәнәби аҡсаһы булмау сәбәпле икенсе йыл был мәҙрәсәлә белем алыуын дауам итә алмай. Бөгөнгө көндә лә был бинала мәсет һәм мәҙрәсә бар, тик ул «Сөләймәниә» тип атала.
«Заһиҙулла» мәҙрәсәһендә уҡыған осорҙа Төхфәт Йәнәби тәүге шиғырҙарын, мәҡәләләрен яҙһа ла, тормош тәжрибәһен туплағас ҡына ижади эшкә ныҡлап тотона. …«Башпрофсоветтың мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләү миңә башланып ташланған әҙәбиәткә яңынан ҡайтырға мөмкинлек бирҙе. Мин бында Башҡортостан тарихында беренсе булған татар телендә (сөнки ул ваҡытта Башҡортостанда бөтә матбуғат татар телендә ине) «Эш таңы» исемендә гәзит сығарҙым һәм шул ваҡыттарҙа аслыҡҡа ҡаршы көрәшкә ҡаратылған, шулай уҡ милли тартыштарға ҡаршы һәм башҡа темаларҙа шиғырҙар яҙа башланым», — тип яҙа ул үҙенең автобиографияһында. Төхфәт Йәнәби үҙе кеүек ярлы-ябаға өсөн йәшәү, ижад өмөтө уятҡан Октябрь революцияһын күңел күтәренкелеге менән ҡабул итә.
Яңы власть органдарының сәйәси эшмәкәрлеген халыҡҡа аңлатыу эшендә актив ҡатнаша. Үҙ теләге менән 1919 йылда Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Бәләбәй ҡалаһында политкурста уҡый. Уны тамамлағас, Башҡортостан хәрби комиссариаты Төхфәт Йәнәбиҙе агитпросвет (өндәү-саҡырыу) бүлеге начальнигы итеп Ете ырыу Ҡыпсаҡ кантонына ебәрә. Шул ваҡыттарҙа буласаҡ шағир Булат Ишемғол менән таныша, дуҫлаша , уны коммунистар партияһы сафына ҡабул итә. 1920 йылдың баштарында Төхфәт Йәнәби Мәскәүгә Свердлов исемендәге университетҡа уҡырға ебәрелә. Әммә ул уҡыуын тамамлай алмай, Башҡортостан өлкә комитеты уны Мәскәүҙән ҡайтырып, Үҫәргән кантонына партия-ойоштороу эштәре алып барыуҙы йөкмәтә. Бер аҙ Стәрлетамаҡта, 1923-1924 йылдарҙа Арғаяш кантонында енәйәтселек менән көрәшә. Бында буласаҡ дуҫтары Ғөбәй Дәүләтшин, Абдулла Ибраһимовтар менән таныша.
1924 йылдан – республиканың төп гәзите «Башҡортостан»да секретарь, ә 1926 йылдан – яуаплы мөхәррир. Бер үк ваҡытта ул «Яңы юл», «Сәсән», «Ленин юлы», «Октябрь» журналдары мөхәррире, ВКПӘб) Өлкә комитеты, Баш ЦИК ағзаһы була, Башҡортостан Яҙыусылар союзының беренсе (ойоштороу) съезында төп доклад менән сығыш яһай.
СССР яҙыусылар съездына делегат, идара ағзаһы, литфонд етәксеһе итеп һайлайҙар. 1937 йылдың башында Башҡортостан яҙыусылар союзының яуаплы секретары, ә май айында рәйесе вазифаһын йөкмәтәләр.
Ул һәр эште, ҙурмы, бәләкәйме – намыҫ менән, еренә еткереп башҡара. Төхфәт Йәнәбиҙең биографияһына бәләкәй генә штрих. 1933 йыл. Яҙ көнө. ВКП (б) өлкә комитеты, Башҡортостан хөкүмәте баҫыу эштәре, гәзит сығарыу кеүек мәсьәләләрҙә ярҙам итеү йөҙөнән уны Миәкә һәм Ҡарағош (хәҙерге Стәрлебаш) райондарына ебәрә. Хәҙер Мәхмүт Мәхмүтовтың «Стерлибаш, горжусь твоей судьбою» тигән китабына күҙ һалайыҡ. (Уфа – Белая река – 2000).
«Меня, инструктора-массовика, нередко посылали для печатания нашей газеты в типографии соседних районов, чаще всего в Киргиз-Мияки. Там имелась машина, на которой можно было печатать большеформатные газеты. Мне несколько раз пришлось съездить по этому же делу.
Однажды в весеннюю распутицу из Киргиз-Мияков мне пришлось идти пешком. Это 57 километров.
Со мной решил идти в Стерлибашево и редактор областной газеты «Ҡыҙыл Башҡортостан» Тухфат Янаби, которого обком ВКП(б) направил в наши районы для оказания помощи местным журналистам.
ТУХФАТ ЯНАБИ СНЯЛ С МОЕГО ПЛЕЧА ОДИН ТЮК ГАЗЕТ.
— Тяжеловато, наверное, одному.
— Спасибо, агай. Так-то... не очень... — ответил ему, не желая показать свою слабинку. – Вижу, вижу, браток, — улыбнулся он. – Если придется тебе работать в газете и в дальнейшем, то не раз еще почувствуешь, как иногда трудно и тяжело бывает в жизни газетчику.
Мне на всю жизнь запомнились еще и такие слова своего старшего товарища Тухфата Янаби: «Высказанные устно слова относит ветер. От них ничего не остается. А написанное пером, как говорят, не вырубишь топором. Так что те слова, которые ты даешь в печать, должны быть тщательно продуманными, самое главное, точными». Был һүҙҙәр, әлеге китапҡа ингән Ғәли Ғәли улы ғүмәров яҙмаларынан. Ул 1912 йыл тыуған. Ғүмеренең 40 йылын Стәрлебаш районы гәзитенә бағышлай. Хәбәрсе, яуаплы секретарь, редактор урынбаҫары, редактор вазифаларын башҡара.
Төхфәт Йәнәбиҙе 1937 йылдың ноябрь айында ҡулға алалар. Архив документтары араһында уның өҫтөнән өс кешенең күрһәтмәһе бар. Кемдәр һуң улар? Абдулла Иҙрисов. Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған, Өфөлә төрлө баҫмаларҙа хәбәрсе булып эшләй. Бер нисә пьесаһы Башҡорт дәүләт академия театрында ҡуйылған. Ғәзим Шафиҡов: «Абдулла Иҙрисов 1937 йылда Мәскәүгә барып СССР яҙыусылар Союзы етәксеһе Владимир Ставский менән осраша, унан Башҡортостан яҙыусылар араһында «Халыҡ дошмандарын табырға власть органдарына ярҙам итеүсе» тигән танытма алып ҡайта, «тип яҙып ҡалдырған. Шул танытма менән ул халыҡ дошмандарын фашлап йөрөй, аҙаҡ үҙе лә репрессияға эләгә. Ун йыл төрмәлә ултырып ҡайта. 1956 йылда реабилитация башлана. Абдулла Иҙрисов донос яҙып ултыртҡан, аттырған кешеләрҙең ҡатындары, балалары, туғандары уның үҙен яңынан яуапҡа тарттырырға ниәтләйҙәр, ләкин ул үҙ-үҙенә ҡул һала.
Икенсе донос яҙыусы ― Фәтхи Салауатов - үҙен партизан, революция ветераны тип атай, Төхфәт Йәнәбиҙе 1919 йылда Үҫәргән кантон рәйесе буржуаз-троцкист Бикҡужинды, уның урынбаҫарҙары Бикбовты, кантон военкомы Абдуллинды профсоюз дискуссияһында яҡлашты,- ти. Был икәүҙең ошаҡтары 1937 йылдың 3 сентябрендә теркәлгән.
Ә өсөнсө ошаҡсының, «Октябрь» журналында бергә эшләгән күренекле шағирҙың, НКВД органдарына 1937 йылдың 6 октябрендә биргән яҙмалары тулы һәм дәлилдәре лә байтаҡ. Мәҫәлән: «Кәлимуллин Төхфәт 1929 йылда «Башҡорт ваҡытлы матбуғаты» мәҡәләһендә контрреволюционер вәлидовсыларҙы, атап әйткәндә: Хәбибулла Ғәбитовты, Зәки Вәлидиҙе, Сәғит Мерәҫовты, Мырҙабулат Сөләймәновты, Ризаитдин Фәхретдиновты, Дауыт Юлтыйҙы, Ғөбәй Дәүләтшинды пропагандаланы.
Хатта ки башҡорт халҡының дошманы Вәлидовты «энергичный, неутомимый гениальный башкирин» тип атаны.
1922 йылда Өфөлә «Бабич» исемендә контрреволюцион журнал сыға. Уның редакцияһында Дауыт Юлтый, И.Рәмиев, Н.Кадыровтар эшләй. Ошо журнал тураһында Кәлимуллин Төхфәт үҙенең «10 йыл мәҙәниәт фронтында» тип аталған мәҡәләһендә тик ыңғай яҡтарын ғына телгә ала. Йәнәһе «Бабич» журналы «оҫта телле, ысын-ысындан әҙәби сатира-юмор баҫмаһы булды, тик чиновниктарға, етәкселәргә оҡшаманы, шуға журналды яптылар, ти. Был төптән дөрөҫ түгел. Журнал дәүләт органдары тарафынан сығарылманы, ә шәхси капиталистик аҡсаға нәшер ителде. Йөкмәткеһе советтарға ҡаршы йүнәтелгән ине. Кәлимуллин ошоно белә тороп күккә күтәреп маҡтай.
1923 йылда бер төркөм вәлидовсылар: Әхмәт Биишев, Дауыт Юлтый, Хабибулла Ғәбитов, Ғөбәй Дәүләтшин, А.Хабиби «Яңы юл» исемендә контрреволюцион журнал сыға нигеҙ һалыусы» тип атай. Тимәк, башҡорт нәфис әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусылар, контрреволюционер националистар: Әхмәт Биишев, Дауыт Юлтый, Хабибулла Ғабитов, Ғөбәй Дәүләтшиндар. Был бит күрәләтә башҡорт совет әҙәбиәтенә контрреволюцион ялағ
1929 йылда вәлидовсы Кәрим Иҙелғужин Башҡортостандың мәғариф комиссары булараҡ, Ҡазандан контрреволюционер Ш.Бабичтың ҡулъяҙмаларын һоратып алды. Шиғырҙарын баҫтырып сығарыр өсөн Кәлимуллин Төхфәт һәм Насыров Имай составында редколлегия ойошторҙо. Насыров баш һүҙ, Кәлимуллин Ш.Бабичтың биографияһын яҙырға йөкләмә алдылар. Актив вәлидовсы Иҙелғужиндың Кәлимуллинды Бабич әҫәрҙәрен нәшер итеү редакцияһына индереүе һис юҡҡа түгел. Тимәк, улар фекерҙәштәр.
1935 йылда Кәлимуллин Төхфәт «Башкурдистан» гәзите редакторы булараҡ, татар һәм башҡорт халҡының дошманы, белоэмигрант, герман – япон фашизмы агенты Ғаяз Исхаҡиҙың «Мулла бабай» романынан өҙөктәрҙе гәзитенең 15, 16 һәм 26 һандарында баҫтырып сығарҙы.
«Башкурдистан» гәзите редакторы сағында контрреволюционер Абдулла Ибраһимовтың «Түгәрәк өҫтәл» исемле контрреволюцион йөкмәткеле китабын фашлаусы Усмановтың тәнҡит мәҡәләһен баҫманы. Ә бына күптән түгел, үҙенең Башҡортостан Яҙыусылар Союзы рәйесе бүлмәһендә Мөхәмәт Бикбулатов һәм Шәһәретдин Шәһәретдиновтар бар саҡта әйтте: Ниңә һеҙ башҡорт националистарын да фашларға кәрәкғ Бынан күренеп тора, Кәлимуллин Төхфәт был мәсьәләлә тик националистик күҙлектән эш итә һәм буржуаз националистарҙы фашлауға ҡаршы икәнлеген белдерә.
Кәлимуллин Төхфәт халыҡ дошмандары менән тығыҙ бәйләнештә, мәҫәлән, 1 майҙа Мөхтәр Байымов, Дауыт Юлтыйҙарҙың өйөндә булды.
Мин 1937 йылдың 4 октябрендә Кәлимуллин Төхфәткә: «Красная Башкирия» гәзитенең баш мәҡәләһендә һине буржуаз националист,» - тип яҙғандар тинем. Ул миңә яуап бирҙе: «Хәҙер буржуаз националист» һүҙе модаға инде, шуға күрә аптырарға ярамай”. Тимәк, Кәлимуллин Төхфәт буржуаз националистарҙы халыҡ дошмандары итеп күрмәй. Был уның контрреволюционер буржуаз националистарҙы фашлауға риза түгеллеген тағы бер тапҡыр иҫбат итә».
Эҙләй торғас, Төхфәт Йәнәбиҙең тағы ғәйептәре табыла. Мәҫәлән: «Белем гранитын кимер» шиғырында троцкизмды яҡлай, ә «Һабанда» шиғырында Бухарин тәғлимәтенә ярашлы крәҫтиәндәрҙе байырға өндәй, йәнәһе. Троцкизмды яҡлау, Бухарин тәғлимәтен тормошҡа ашырырға ынтылыусыларҙы ғәйепләүҙәр ул саҡта, СССР-ҙа алып барылған сталинизм сәйәсәтенең төп йүнәлеше булып тора.
Уның «һабанда» шиғырында байыу тураһында бер һүҙҙә юҡ, тик һабансы трактор алырға ғына ниәтләй:
... Мин йырламай инде,
Кем йырлаһын?
Күкрәк тулы эшкә дәртем бар.
Дәрткә дарман булған
Күҙ алдымда
һөлөк һымаҡ ике атым бар.
Йырлай – йырлай
Сәскән ашлығымды
Урып, һуғып алһам барын да
Әй, аттарым ...
Әйҙә ныҡ тартығыҙ!
Бер трактор алам йәренгә!
Төхфәт Йәнәби «Белем гранитын кимер» шиғырында яҡташы бөйөк Аҡмулланың нәсихәттәрен иҫендә тотоп былай, ти:
Ал, китап булһын ҡулыңда,
Әй, ленинсе комсомол!
Үҙ илеңдә, үҙ телеңдә
Ал белем – ленинсе бул!
Йәш тешеңде ҡайра ла,
Белем гранитын кимер!
Ошо шиғырҙарҙы контрреволюцион, дәүләткә оло зыян килтереүсе тип иғлан итеү – мәғәнәһеҙлек икәне күренеп тора.
Литфонд етәксеһе булараҡ, аҡса ярҙамын халыҡ дошмандары Дауыт Юлтый, Ғөбәй Дәүләтшинға күрһәткән, йәнәһе.
Үрҙә әйтелгән ваҡиғалар тураһында архив материалдары, Төхфәт Йәнәбиҙең гәзиттәрҙә, журналдарҙа, китаптарҙа баҫылып сыҡҡан мәҡәләләре музейҙың бер өлөшөн биләп тора. Был материалдарҙы уҡып ҡына түгел, йөрәгең аша үткәреп, тулҡынланмайынса булмай.
Төхфәт Йәнәби 1921 йылда Стәрлетамаҡҡа уҡыу, эш эҙләп килгән 16 йәшлек Хәҙисә Ғәли ҡыҙы Йосоповаға өйләнә. Ул Орск янындағы, башҡорт ҡаҙаҡтары нигеҙ һалған Ильяс утарында тыуған. Уларҙың үҙ балалары булмай. Приюттан уллыҡҡа Йәркәй исемле малай, уға иптәшкә Төхфәттең бер туған апаһы Шәмсеҡәмәрҙең ҡыҙы Ғәлиә Хафизованы (хәҙерге Бишбүләк районы Аҙнай ауылы) алалар. Йәркәй Кәлимуллин үҙе теләп Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм 1942 йылда Сталинград янындағы үлемесле алыштарҙа һәләк була.
Ғәлиә Хафизова Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһын Тамара Хоҙайбирҙина, Нинель Юлтыева, Әлфиә Айдарская (композитор Сара Садыҡованың ҡыҙы) менән бергә тамамлай. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Композитор, йырсы, режиссер Шамил Ҡолбарисовҡа кейәүгә сыға. Уларҙың улдары Камил Мәскәүҙә, ҡыҙҙары Айһылыу Австрияла йәшәй.
Дәүләт эштәренән, ижад итеүҙән бушаған мәлдәрендә Төхфәт Йәнәби ҡурайҙа, скрипкала, мандолинала уйнаған, йырға маһир булған. Башҡорт академия драма театрының һәр премьераһын ҡарарға тырышҡан. Атаҡлы актриса Бәҙәр Йосопованың ире Ғәлимйән Ғәли улы — Хәҙисә апайҙың бер туған ағаһы. Улар Бишбүләк районы Аҙнай егете, режиссер Булат Имашев, Рәғиҙә Янбулатова, Арыҫлан Мөбәрәков, Тәлиғә Бикташевалар менән аралашып йәшәгән.
Төхфәт Йәнәби ҡәләмдәштәренә һәр саҡ ярҙамсыл була. Хәҙисә апай Кәлимуллина яҙмаларында ошондай һүҙҙәр бар: «Ул бигерәк тә йәштәрҙе яратты, йәштәр өсөн матур-матур әҫәрҙәр яҙҙы. Шуға күрә йәштәр ҙә уны яратты. Уның эргәһенә йәш шағирҙәр йыш килә ине, уларға ул ярҙам итеүгә ҙур әһәмиәт бирҙе. Яңы шиғырҙарын алып М.Хәй, Сәғит Мифтахов, Абдулла Амантай, Мазһар Абдуллин, Сәләх Кулибай һәм башҡа йәш яҙыусылар уның эргәһенә өйгә киләләр ине».
Төхфәт Йәнәбиҙең йәштәргә иғтибарлы булыуын билдәле шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң иҫтәлектәре лә иҫбатлай:
«... Дим башҡорто булһа ла, Төхфәт ағай «ҫ» хәрефенә бик үк баҫым яһамай һөйләшә икән. Уның әле ишеткән үҙенсәлекле һүҙҙәре лә «Тәүге танышыу» хикәйәһенә йәбешеп ята һымаҡ. Ә шиғырға тамға һалмағас, ҡыйын һымаҡ булды миңә.
Оҡшамаһа, башҡалар кеүек « шиғырың йомшаҡ» йәки «рифмалар насар,» тип әйтер ине. Ә үҙе күп йылдар «Башҡортостан» гәзитендә редактор була тороп та хәҙер тамғаһын йәлләй, үҙенән йәш ғ. Сәләмдән тамға һуҡтыра, имеш... Аңламаҫһың, ниндәйҙер сер бар бында...
Иртәгеһенә тағы килдем ағай янына. Ул бүлмәһендә был юлы ла яңғыҙ ултыра ине.
— Ә, килдеңме, ҡустым, — тип аяҡ үрә баҫып ҡаршы алды мине. — Бына шиғырың, тамға һуғылған. һин уны «Ленинсы» гәзитенең редакторы Ғөзәйгә күрһәт.
— Мин үҙем шунда эшләйем, — тигән булдым.
— Улай булһа, бигерәк һәйбәт, баҫыр. — Кире урынына ултырҙы ла әйтеп ҡуйҙы: – Кәйефеңде төшөрмә, ҡустым, яҙ ҙа яҙ. һәйбәтерәге гәзиттә урын табыр. Хәҙер кемдән уҡытып алырға кәрәклеген аңлағанһыңдыр инде...
— Аңланым Төхфәт Йәнәби ағай, Рәхмәт һеҙгә, — тип ҡыуанысымды белдерҙем оло шағирға.
Тамға һалынған шиғырым „һөйөнөс» тип аталғайны. Аҙна үтер — үтмәҫтән ул «Ленинсы» гәзитендә баҫылып та сыҡты...»
Ә күренекле прозаик Сәғит Ағиш, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты замандашы хаҡында: «Төхфәт Йәнәбиҙе башҡаларҙан айыра торған иң үҙенсәлекле сифат нимәлә? — тип һораһалар, мин һис бер ыҡ-мыҡ итеп тормайынса, кешенең өлкән йәки бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, уға ышаныуыңда, тип әйтер инем. Шуға күрә ул минең күңелдә тормошонда ла, ижадында ла алдашмаусы кеше булып ҡалған. Төхфәт ағай олонан да, бәләкәйҙән дә өйрәнеүҙән ғәрләнмәй торған кеше ине. Миңә, журналист булыуым сифатында, бер нисә тапҡыр уның ҡул аҫ-тында эшләргә тура килде. 1928 йылдарҙа редакцияла эшләүселәр араһында мин берҙән-бер комсомолец инем, өсәү партия ағзаһы, ҡалғандары партияһыҙҙар. Ул редакция эшенә бөтәбеҙҙе лә тигеҙ ылыҡтырҙы, һәр беребеҙҙе үҙебеҙгә хас булған эштә файҙалана ине... Тәржемәгә һәләтле булғандарҙы тәржемә эшенә егә, икенселәрҙән тәнҡит, фельетондар яҙҙыра ине.
— Малайҙар, подводить итмәгеҙ! — тип кенә ҡуя. «Малайҙар» тип әйтәм шул, сөнки ул ваҡытта редакцияла ҡатын-ҡыҙҙар юҡ ине. «Яҙыу машинаһында ла ирҙәр эшләй инеме?» — тип аптырап һораһағыҙ, яуап асыҡ: ул ваҡытта яҙыу машинаһы юҡ ине әле».
Күренекле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуған төйәгендә - Йәнәби-Урсай ауылындағы музей РСФСР Министрҙар Советының 1964 йылдың 27 июндәге 788-се ҡарары нигеҙендә ойошторола. Ошо мәлдә ауылдағы мәктәпкә лә күренекле яҙыусының исеме бирелә. Музей тәүҙә айырым йортта була. Хәҙер ул тирә-яҡҡа йәм биреп сәскәләр араһында ултырған ике ҡатлы мәктәптең оло бер бүлмәһендә урынлашҡан. Музей ойоштороуҙа, ҡомартҡылар менән тулыландырыуҙа ул саҡтағы мәктәп уҡытыусылары Талип Ҡәләмов, Зиннәт Шаһиев, Исмәғил Зарипов, Вәғиз Фәхретдинов, яҙыусының ҡатыны Хәҙисә Ғәли ҡыҙы Йосопова (Кәлимуллина) ныҡ ярҙам күрһәтә. Музейҙың икенсе өлөшөндә Төхфәт Йәнәбиҙең тормошона һәм уның ижади эшмәкәрлегенә бағышланған экспозициялар ҡуйылған. Шағирҙың әсәһе Шәмсениса республикала билдәле йәмәғәт эшмәкәре була. 1928 йылда үткән Эшсе, Крәҫтиән һәм Ҡыҙылармеец депутаттары Советының Бөтә башҡорт съезы делегаты, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары съезы делегаты була һәм башҡа байтаҡ йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Музейҙа уның башҡа делегаттар менән төшкән фотоһы ла урын алған. Төхфәт Йәнәбиҙең ҡатыны Хәҙисә Ғәли ҡыҙы Йосопова (Кәлимуллина) тураһында материалдар бар. Ул халыҡ дошманы ҡатыны булараҡ биш йыл төрмәлә ултыра. Унан һуң һөргөндә: Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһында заводта аш бешереүсе була, Украинала шахтала эшләй. 1957 йылда %фөгә ҡайта һәм ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем иренең ижадын яңынан халыҡҡа ҡайтарыу өсөн тырыша.
Билдәле булыуынса, арҙаҡлы яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Төхфәт Йәнәби ижадының, тормошоноң сәскә атҡан осоронда нахаҡҡа ғәйепләнеп, 1938 йылдың 10 июлендә дуҫтары Ғабдулла Амантай, Булат Ишемғол, ғәзиз Әлмөхәмәтов, ғөбәй Дәүләтшин, Шаһвәли Ибраһимов, Мәкәрим Мәһәҙиев, Вәлиулла Мортазин, Әхмәт Исәнчурин, Мөхтәр Байымов, Дауыт Юлтый менән бергә атып үлтерелә.
Был хаҡта күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ғәзим Шафиковтың матбуғатта баҫылған материалдары һөйләй.
Музейҙа шулай уҡ райондың, ауылдың ғорурлығы Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР Юғары Советы депутаты, алдынғы механизатор Шифа Рәжәповҡа арналған стенд, яҡташ яҙыусылар, күренекле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында һөйләүсе материалдар ҡуйылған.
Төхфәт Йәнәбиҙең әҙәби һәм рухи бүләген халыҡҡа еткереүҙә беҙгә -музей хеҙмәткәрҙәренә, шағирҙың яҡташтарына уңыштар теләйһе генә ҡала.