Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Инсульттан, яман шештән һаҡлай

Фото: www.1zoom.me
Фото: www.1zoom.me

Ниндәй емеш ғүмерҙе оҙайта? Был хаҡта ғалимдар нимә тип белдергән?

Лимон ғүмерҙе оҙайтыуға булышлыҡ итә тигән фекерҙә ғалимдар. Ундағы С витамины, фолий кислотаһы һәм күҙәнәкле туҡыма ҡандағы “насар”  холестерин кимәлен күпкә кәметә. Шулай итеп, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен, шул иҫәптән инсультты иҫкәртеүгә лә булышлыҡ ҡыла.

Бынан тыш, лимонда яман шешкә ҡаршы элементтар бар, тип иҫәпләй белгестәр. Ундағы флавонолдар был сир күҙәнәктәре үҫешен кәметә. Өҫтәүенә был емеште даими ашау организмда елһенеү процестарын барлыҡҡа килтергән ҡайһы бер сирҙәрҙән “ҡасырға” ярҙам итә. Шулай уҡ ул тештәрҙе, теш ҡаҙнаһын зыянлы бактерияларҙан һаҡлай. Белгестәр йәнә, көн һайын бер стакан лимонлы һыу эсеү тән ауырлығын кәметергә булышлыҡ итә, тигән фекерҙә.

Автор: Айһылыу Низамова