Найти в Дзене
Фанис Янышев

Йүрүҙәнең һине һағына

Музей Рами Гарипова

Музей Рами Гарипова

Село Аркаул — это родина народного народного поэта, любимца башкирской молодежи Рами Гарипова. Здесь расположен его музей, который был открыт в 1989 году. В музее хранятся личные вещи поэта, книги, документы, фотографии. В экспозиции музея представлены одежда, орудия труда, утварь. Музей оснащен современной оргтехникой. Здесь ежегодно проводятся дни, посвященные жизни и творчеству Рами Гарипова, вечера памяти.

452493, Республика Башкортостан, Салаватский район, с. Аркаулово Ул. Рами Гарипова, 60 8 (34777) 2-54-06

Музейҙарға һәр кем эске тулҡынланыу менән инә. Бында ниндәй ҡомартҡылар һаҡлана, улар нимәләр һәм кемдәр тураһында һөйләй? Бығаса бер кем белмәгән һәм күрмәгән яңы экспонат, документ тапмағандармы? Ошондай уйҙар менән арҙаҡлы башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың тыуған төйәге Салауат районы Арҡауылдағы музейына аяҡ баҫаһың. Музей ыҡсым ғына ауыл йортонда урынлашҡан. Ул Башҡортостан хөкүмәтенең 1989 йылдың 23 июлендә ҡабул ителгән күрһәтмәһе нигеҙендә төҙөлөп, 1992 йылда тантаналы рәүештә асыла. Ике бүлмәнән торған музейҙың дөйөм майҙаны 40,5 квадрат метр. Элек был урында Рәми Ғариповтарҙың йәшәгән йорто ултырған. 1904–1907 йылдарҙа Ғариф олатаһы һалдырған өй ҡапҡаслы биш тәҙрәле төҙ бүрәнәләрҙән төҙөлгән булған.

1989 йыл Рәми Ғариповтың йорт-музейын булдырыу кәрәклеге килеп тыуғас, урындағы ауыл Советы һәм «Йүрүҙән» совхозы етәкселәре элек уларҙың элек йәшәгән өй урынын һайлайҙар.Шағир тыуып үҫкән Арҡауыл – Салауат районындағы боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Бында Октябрь революцияһына тиклем Златоуст өйәҙе Мырҙалар волосы үҙәге булған. Әле ауылда ике меңләп кеше йәшәй. Ул бормаланып-бормаланып аҡҡан йәмле Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.

Шағир әкиәт мөйөшөндәй хозур тәбиғәтле тыуған яғын «алтын»ға тиңләп:

Тау башында,
Йүрүҙәнгә ҡарап,
Тулҡын моңон тыңлап ултырам.
Ай нурҙары, алтын һуҡмаҡ булып,
Тулҡындарҙа ята ҡалтырап...-

тип 1953 йылда, тәүге ҡәләм тибрәткән мәлендә үк яҙып сыға. Йылдар үтә тора, ә атайсалы, Йүрүҙәне һәр саҡ уның иҫендә, йөрәк түрендә:

Ҡаратауҙың бейек түбәһендә
Ҡалҡып тора күккә бер маяҡ.
Шул маяҡҡа менеп ҡарап торһаң,
Ус төбөндә һымаҡ тирә-яҡ.
Йүрүҙәнкәй аға бормаланып,
Бормалары һайын бер ауыл.
Шул ауылдар араһында ята
Тыуып үҫкән минең Арҡауыл.

Буласаҡ халыҡ шағир ошо төбәктә 1932 йылдың 12 февралендә Гөлмәрйәм Хисбулла ҡыҙы һәм Йәғәфәр Мөхәмәтрәхим улы Ғариповтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Атаһы ул йылдарҙа Белорет металлургия заводында ябай эшсе. Ауылға ҡайтҡас, колхозда төрлө вазифалар биләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланған мәлдә Йәғәфәр Мөхәмәтрәхим улы – Арҡауылда «Игенсе» колхозы председателе. Ул үҙе теләп фронтҡа китә һәм 1943 йылда Сталинград янында барған һуғыштарҙа һәләк була.

Рәми Ғарипов 1947 йылда Арҡауыл мәктәбенең 7-се синыфын тамамлап, Өфөгә, 9-сы һанлы интернат-мәктәпкә уҡырға килә. Хәҙер был уҡыу йорто – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты. Ошо интернат-мәктәптә уҡыған осорҙа ул ижад менән актив шөғөлләнә, байтаҡ шиғырҙар яҙа. Уларҙың ҡайһы берҙәре республика матбуғатында баҫылып сыға һәм өлкән ҡәләмдәштәре тарафынан ыңғай баһа ала.Әҙәбиәткә ынтылыусы егеттең бөрөләнгән талантын һиҙеп, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, башҡорт әҙәбиәтен СССР аренаһына сығарыу өсөн ҙур тырышлыҡ күрһәтеүсе яҙыусы-ғалим Әхнәф Ибраһим улы Харисов Рәми Ғариповҡа Мәскәүгә, Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына, юллама бирә. Бында ул рус әҙәбиәтенең күренекле һүҙ сәнғәте оҫталары Сергей Смирнов, Владимир Луговской, Валентин Катаев, Самуил Маршак, Константин Паустовский, Павел Антокольскийҙар етәкселендәге ижади семинарҙарҙа белем ала. Үҙе лә ҡанатланып шиғырҙар яҙа.

Алһыуланып апрель таңы ата.
Мәскәү шауһыҙ, әле ул тып-тын;
Институтым баҡсаһына илтеп
Мин өс кескәй шыршы ултырттым.
Ҡаҙ бәпкәһе төҫлө йәшкелт-һары,
Ҡаҙ бәпкәһә кеүек наҙлылар,
Ҡайтҡас та мин тыуған Уралыма,
Һағынырҙар һымаҡ бик улар.
Мәскәүемә һағынып килгән һайын,
Булырһығыҙ һеҙ ҙә уйымда.
Күҙ алдыма бер студент килер
Тимер көрәк тотоп ҡулына...

Йәш шағир «Йүрүҙән» исемле тәүге китабын күтәреп 1955 йылда Өфөгә ҡайта. Тәүҙә «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында эшләй. Унан һуң – дәүләт китап нәшриәтендә. 1957 йыл башҡорт әҙәбиәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ «Туған тел» шиғырын яҙҙы:

Туған тел
И туған тел, и матур тел,
Атам-әсәмдең теле!.. Туҡай.
Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..
Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә – сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

«Туған тел» шиғырына баһа биреп, Рәми Ғариповтың тоғро дуҫы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаев былай тип яҙҙы: «Туған тел» – һүҙ маһирлығының да, фекер үткерлегенең дә, сәйәси һиҙгерлектең дә үрнәге ул. Шағир оҫталығының камиллашыуы, ҡараштарының киңәйеүе ошондай күренештәрҙең тыуыуына килтерҙе, һәм был әҫәр тормоштағы хәүефле тенденциялар тураһында беренселәрҙән булып иҫкәртте».

1959 йылдың 20 ғинуарында Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы ултырышы була. Унда Мостай Кәрим, Хәниф Кәрим, Ғилемдар Рамазанов, Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Муса Ғәли, Хәким Ғиләжев, Иван Сотников, Әхнәф Харисов, Нәжибәк Хафизов, Ҡадир Даян, Кирәй Мәргән, Ғәйнан Әмири, Павел Куликов, Василий Перчаткин ҡатнаша. Көн тәртибендә Рәми Ғариповты СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул итеү мәсьәләһе ҡарала. Ғәйнан Әмири, Хәк им Ғиляжев, Ғилемдар Рамазанов, Ҡадир Даян, Мостай Кәримдәр ике шиғырҙар китабы авторы Рәми Ғариповты Яҙыусылар союзына тәҡдим итәләр.

Ошо оло ваҡиғанан һуң йәш шағир ҡыуанырға, шатланырға, илһамланып яңынан-яңы әҫәрҙәр яҙырға тейеш ине лә, әммә ул ижади бушлыҡҡа ҡолай. Бының сәбәбен шағир үҙе былай тип аңлатырға тырыша: «Минең 16 йыл уҡып, 4 йыл эшләп, айына 780 һум аҡса алып ... төрлө наҙандарҙың хәреф хаталарын уҡып ултырыуыма ... үҙем ғәйепле!» Ә Рауил Бикбаев иһә: «1959 йыл Рәми Ғарипов ижади кризис кисерҙе», – ти.

Шағирҙың шул саҡтағы кисерештәрен, уйланыуҙарын көндәлектәренән уҡыйбыҙ: «Ереңә, яралған тупрағыңа, асылыңа ҡайтырға кәрәк. Шул тупраҡҡа бер-ике бөртөк булһа ла таҙа орлоҡ сәсеп, эшеңдең емешен күрергә кәрәк! Шулай итеп кенә һин кешеләрҙе лә шуға өйрәтергә – яҙырға хаҡлы буласаҡһың. Яҙ, рәхәтләнеп яҙ, көлөп, илап яҙ – рәхәтләнеп, көлөп уҡырҙар».

Шулай итеп, ул Салауат районына ҡайтып, «Йүрүҙән» колхозында, «Һарғамыш» совхозында комсомол ойошмаһы етәксеһе, район гәзите редакцияһында хәбәрсе булып эшләй. Рәми Ғарипов ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен, үҙе һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы, мәрхәмәтле булырға ынтыла. Ике йөҙлөлөктө, яһиллыҡты, йәберһетеүҙәрҙе йәне һөймәй. Шуға күрәлер, ҡайһы бар етәкселәр менән ул уртаҡ тел таба алмай һәм ошо сәбәпле эшен ташларға мәжбүр була. Һүҙебеҙҙе дәлилләп, уның 1960 йылдың, 25 мартындағы көндәлек яҙмаларына күҙ һалайыҡ:

«... Партком секретары парткомға килгән трактористы ишектән төрткөсләп сығарып ебәрҙе. Ә кеше уға бик ҙур мәсьәлә менән, үҙенең йөрәк әрнеткес мәсьәләһе менән килгән. Һәм ул эшлекһеҙ бер ялҡау ҙа, рвач та, бушбоғаҙ бер әрәмтамаҡ та түгел, ә колхоздың иң алдынғы механизаторынан булған, йылдың- йылы бер туҡтауһыҙ эшләп йөрөгән тракторист егет.
Ул үҙенең тормошо тураһында ғына әйтһә лә, бөтә колхозсыларҙың хәлен әйтеп биргән һымаҡ:
― Рәшит (Кинзин) ағай, кешене күпме алдарға мөмкин?
― Кем алданы? – тип председатель урынынан һикереп торҙо.
―Һеҙ алданығыҙ! Һеҙгә әйтеп торам бит, ― ти тракторист Камил. ― Былтыр быҙау бирҙем – былтыр алданығыҙ. Түләмәнегеҙ ― бушҡа китте.
― Ашлыҡ алдың бит?!.
― Алдым, серегән ашлыҡты.
― Алмаҫҡа ине, ниңә алдың?
― Бирмәгеҙ ине серегәнен… Бүрәнә кәрәк, тинем, бирмәнегеҙ. Өй бит емерелергә тора, терәү терәтеп кенә ҡуйғанмын, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, Рәшит ағай. Эшләмәгәндәр өй һалып керә, эшләгәнгә – юҡ. Быйыл ҡышлауҙы (башмаҡты) бирҙем, аҡтыҡ малды. Ҡайҙа түләү?
― Сабыр ит, бер – ике көндән.
― Күпме сабыр итергә мөмкин?
― Итмәһәң, быҙауыңды ал да ҡайт, һинән башҡа колхоз бөтмәгән.
― Ҡайтырмын...
― Ҡайт бар, мешать итмә!
― Юҡ, мин һөйләшергә килдем.
―Һинең менән һөйләшеп ултырырға ваҡыт артып тормай... ― колхоз председателе сығып китте, ә партком секретары ырғып тороп, трактористы төрткөсләп - төрткөсләп...

Был һөйләшеүҙән беҙҙең өсөн шул асыҡлана: колхоз рәйесе Рәшит Кинзин уңған тракторист Камилде мыҫҡыл итә, йәберләй. Кәмһетә. Трактористы ҡол итеп күрә. Ә партком секретары Сәйфуллин ябай трактористы ҡурсалау, яҡлау, ярҙам итеү урынына йәберләүсе Кинзинға ярҙам итә, ялағайлана...

Саф күңелле, изгелекле шағир Рәми Ғарипов быға түҙәме? Юҡ, Рәшит Кинзиндың күҙенә бәреп әйтә. Бәләкәй генә кеше лә иғтибарға, ихтирамға лайыҡ, ә был тракторист - милләт атаһы, милләт үҫтереүсе ул,- ти .

Ошондай конфликттар булып тора һәм егәрле егетте, ялҡынлы шағирҙы ҡыҫырыҡлап тағы эшенән сығаралар. Нисек кенә булмаһын, колхозда һәм совхозда үткәргән йылдары уның өсөн иң емешле һанала. Ике йөҙҙән артыҡ шиғыр ижад итә. Байтаҡ мәҡәләләр яҙа. Фольклор материалдар йыя. Үҙе әйтмешләй, «шайтан һымаҡ шашып» йәшәй, эшләй.

Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин,
Көнөм – эштә, эштә – төндәрем.
Йоҡо мине бик үҙһенеп етмәй,
Таштан ҡаты, ятһам мендәрем.
Ғүмер ҡыҫҡа!..Донъя шундай матур,
Артҡан һайын арта ҡәҙере.
Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк,
Алмаҫ элек мине ҡәберем.
Тоям инде: ул көн килеп етер,
Үтмәйенсә бушҡа ғүмерең:
Һөйһәң һөй һин үкенмәҫлек итеп,
Эшләһәң һин эшлә емереп!
Күр дуҫыңдың бергә ҡыуанғанын,
Дошманыңдың йәне туңғанын:
Һәр сәскәлә һинең күҙең ҡалһын,
Һәр бер ҡошсоҡ булһын туғаның.

Рәми Ғарипов тағы Өфөгә ҡайта. Эшкә, ижадҡа сума. Бер-бер артлы Әсхәл Әхмәтҡужин, Тимер Йосопов, Нур Хәбиров, Вафа Әхмәҙиев, Аҫылғужа Баһуманов, Хәсән Назар, Мәүлет Ямалетдиновтарҙың шиғырҙары тураһында мәҡәләләр баҫтырып сығара. Тәржемәгә ныҡлы тотона. Ли Бо (701-762), Абдулла Рудаки (860-941), Хафиз (1325-1389), Исәми (1414-1492), Алишер Навои (1441-1501), Исикава Такубоку ( 1885-1912), Франсуа Вион (1431-1464), Перси Шелли ( 1792- 1822), Джордж Байрон ( 1788-1824), Генрих Гейне (1797- 1856), Генри Лонгфелло (1807- 1882), Александр Пушкин ( 1799- 1837), Михаил Лермонтов (1814 -1841), Сергей Есенин (1895- 1925), Александр Твардовский ( 1910 – 1971) һәм башҡа бик күп шағирҙарҙың шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итә. Иң-иңе булып, әлбиттә, Ғүмәр Хәйәм (1040 - 1125) робағиҙары:

Тотонһаң әгәр Хәйәмгә,
Юлығырһың башҡа заманға.
Аҡыл иләгенән барыһын үткәреп,
Айыра бел яҡшы-яманға.

×

Был ғәләмдең маяҡ ташы, бейек тә – беҙ,

Аң-ғилемдең шишмә башы, бөйөк тә – беҙ!

Йыһан үҙе түңәрәк бер йөҙөк булһа,

Шул йөҙөктөң алмас ҡашы, әлбиттә тә, - беҙ!

…Бик күп йырҙарында йырланған тыуған ауылы, балалыҡ йылдарын һәм ижадының күкрәп сәскә атҡан осоронда, «шашып» йәшәгән Арҡауылдағы шағир музейына аяҡ баҫабыҙ... Музейҙың эске бүлмәһендәге һәр ҡомартҡы, һәр әйбер үткән быуаттың 30–60 –сы йылдары тураһында һөйләй. Мейес янындағы һауыт-һабалар, стеналағы фотолар һәм сәғәттәр, сигеп, нағышлап эшләнгән таҫтамалдар, япмалар, мендәр тыштары ла, өҫтәлдәге бер оло көлтә арыш башағы, асыҡ ятҡан китаптар, шағирҙың кейемдәре лә - Рәми Ғарипов бына әле яңы ғына рухи аҙыҡ эҙләп тышҡа сыҡты, тип әйтәләр кеүек…

Икенсе бүлмәлә арҙаҡлы шағирҙың ижадын һәм тормошон сағылдырған экспонаттар ҡуйылған. Унда көндәлектәренән, шиғырҙарынан өҙөктәр, Арҡауыл, Өфө мәктәптәрендә уҡыған дуҫ-иштәре, Мәскәү һәм Башҡортостан яҙыусылары менән бергә төшкән фотолар, шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында гәзит-журналдарҙа сыҡҡан материалдар бар. Иң түрҙә – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Риф Абдуллин эшләгән портрет. Оҫта рәссам Рәми Ғариповты яңы ғына оло донъя кимәлендәге шиғриәт бәйгеһендә еңеп ҡайтҡан шағир, иле, туған халҡы өсөн йөрәген бирергә әҙер ҡаһарман итеп күҙаллаған.

Бер аҙ тын торғас, яңынан өй йыһаздарына, ҡуйылған әйберҙәргә иғтибар итәбеҙ. Ябай, ярлы ғына кешенең ауыл йорто. Әммә ул башҡорттоң бай йөкмәткеле тормошон, оло маҡсатҡа ынтылып уйланыуҙарын, һыҙланыуҙарын, йәберләнеүҙәрен һыйҙырған. Бында ҡомартҡыға әйләнгән һәр нәмә, бәләкәй генә әйбер, был йортта ижад йәшәне, кешеләргә рухи көс биреүсе, хеҙмәттең, арыш икмәгенең ҡәҙерен белеүсе, илдәге, донъялағы, тәбиғәттәге һәр күренеште оло шиғриәткә күтәреүсе илаһи йән эйәһе йәшәне, тип әйтә һымаҡ… Ә Йүрүҙәнең һине һағына…