Фото: “Бәйләнештә”.
Зәңгәр экрандар аша Максим Галкиндың "Барыһынан да яҡшыраҡ" тапшырыуын күптәр яратып ҡарайҙыр. Шоуҙа илебеҙҙең төрлө тарафтарынан килеп, телгә, йыр-бейеүгә оҫта, спорт яратҡан, тарих, география менән ҡыҙыҡһыныусы, ғөмүмән, ниндәй ҙә булһа һәләте булған ҡыҙҙар-малайҙар сығыш яһай.
Һуңғы ваҡытта республикабыҙ балалары ла унда йыш ҡунаҡ. Былтыр Учалынан дүрт кенә йәшлек Роман