Найти тему

Әлеге көндә заманса башҡорт шоу-бизнесы бармы?

Уның, ысын мәғәнәһендә, урыны ныҡлымы? "Шоу" тигән сағыу программа тәҡдим итә белгән артистар араһынан Заһир Зәйнетдин йәки ябай ғына Зәйнетдин исемле артист, музыканрт күптәргә таныш. Зәйнетдин тиһәләр, тимәк, күрһәтеләсәк тамаша дәртле буласаҡ, шаулы буласаҡ, күркәм һәм иҫтә ҡалырлыҡ... шоу-программа ҡороласаҡ! Тап шундай маҡсат ҡуя үҙ алдына Зәйнетдин исемле сәхнә артисы - мультииструменталист, ҡурайсы, ҡубыҙсы, бейеүсе. "Өфө уттары" тапшырыуының 26 октябрь сығарышында һеҙ тап уның үҙе менән туранан-тура, күҙгә-күҙ осрашырһығыҙ! 20 сәғәт 10 минутта башланасаҡ әңгәмәлә бөгөн – Зәйнетдин! Телефон – 246-50-33, (WhatsApp) 8-919-617-96-41