Найти в Дзене
Дина Гаврилова

Одиночество (на баш. яз)

на русском языке главу ОДИНОЧЕСТВО читать здесь Ирен иҫенә төшөрмәгән көнө юҡ Әлтүктең. Викторҙың яусылап килеүе уның күңелен бөтөнләй ҡаҡшатты. Ныҡ бисә тигән исемен сығарып, ышаныслы һаҡлап торған ҡалҡаны селпәрәмә ҡойолоп төштө. Йөрәген һыҙлатҡан яңғыҙлыҡ тойғоһо көсәйҙе, түҙеп торғоһоҙға әйләнде. Ул тышҡа сыға ла, эңер күгенән уларҙың йондоҙон эҙләй. Улар икәүләп тапҡан йондоҙҙо. Тәҡәте ҡороп, әсенеп ҡысҡыра:” Микәй, һин ҡайҙа?! Миңә бик ҡыйын һинһеҙ! Ҡайт инде!” Ләкин йондоҙло күк уның саҡырыуҙарына битараф, һалҡын ғына йымылдай бирә. Любимый муж чудился ей повсюду. Она явно видела его силуэт то на фоне сарая, то у калитки. В полумраке ей казалось, что муж рядом, что он сейчас, взяв вилы, подбросит сена корове. Женщина побрела в сарай. В отчаянии прижалась к тёплому боку кормилицы. Монотонно дёргая соски, вспоминала Микки и слёзы отчаяния и бессилия бурным непрерывным потоком прорвали плотину так долго сдерживаемых чувств. Корова, будто понимая состояние хозяйки, стояла см

на русском языке главу ОДИНОЧЕСТВО читать здесь

Ирен иҫенә төшөрмәгән көнө юҡ Әлтүктең. Викторҙың яусылап килеүе уның күңелен бөтөнләй ҡаҡшатты. Ныҡ бисә тигән исемен сығарып, ышаныслы һаҡлап торған ҡалҡаны селпәрәмә ҡойолоп төштө. Йөрәген һыҙлатҡан яңғыҙлыҡ тойғоһо көсәйҙе, түҙеп торғоһоҙға әйләнде. Ул тышҡа сыға ла, эңер күгенән уларҙың йондоҙон эҙләй. Улар икәүләп тапҡан йондоҙҙо. Тәҡәте ҡороп, әсенеп ҡысҡыра:” Микәй, һин ҡайҙа?! Миңә бик ҡыйын һинһеҙ! Ҡайт инде!” Ләкин йондоҙло күк уның саҡырыуҙарына битараф, һалҡын ғына йымылдай бирә.

Юон Константин Фёдорович
Юон Константин Фёдорович

Любимый муж чудился ей повсюду. Она явно видела его силуэт то на фоне сарая, то у калитки. В полумраке ей казалось, что муж рядом, что он сейчас, взяв вилы, подбросит сена корове. Женщина побрела в сарай. В отчаянии прижалась к тёплому боку кормилицы. Монотонно дёргая соски, вспоминала Микки и слёзы отчаяния и бессилия бурным непрерывным потоком прорвали плотину так долго сдерживаемых чувств. Корова, будто понимая состояние хозяйки, стояла смирно, жуя свою нескончаемую жвачку. (на русском языке читайте по ссылке вверху)

Һөйөклө ире бөтә ерҙә лә күренә уға. Ул йә һарайға инеп киткән һымаҡ, йә ағас артынан бына-бына килеп сығыр төҫлө. Һарайҙа һыйырға бесән һалып йөрөй тип, унда кереп китә ҡатын. Һәүкәшенең йылы ҡабырғаһына һырығып тора, имсәктәренә ҡағылып, Микәйен иҫенә төшөрөп, һығылып сыҡҡан күҙ йәштәрен тыя алмай. Һыйыры хужабикәнең хәлен аңлағандай, тын ғына тора, тик көйшәүенән генә туҡтамай. Тик күҙ йәштәре еңеллек килтермәй шул. Яңғыҙлыҡ һәм өмөтһөҙлөк арта ғына төшә. Урындыҡта яңғыҙы әйләнеп-тулғанып ятып, ул ун һигеҙ йәшлек саҡтарын хәтергә төшөрә.

Зубков менән улар тәүге тапҡыр Ҡушйылғала осрашты. Ҡыҙыҡай сиркәү хорында йырлай ине. Эргәһендә бер малай ҙа йыр менән шөғөлләнә. Ҡарашы ут һымаҡ, тынғы бирмәй. Бер ҡашы күтәрелеберәк тора, ҡарашын нисектер серле итә. Ул башҡалар белмәгәнде лә белеп, уны эсендә йәшереп йөрөгән һымаҡ. Ныҡ кәүҙәле Зубков кәүҙәһе менән дә эргәләге бөтәһен дә баҫа ла ҡуя ине. Тышҡы ҡиәфәтенән бигерәк, эстән урғылған ана шул дәрт-көсө өҫтөнлөк иткәндер уның, тип уйлап ҡуя Әлтүк хәҙер.

Осрашыуҙарға ул бөтәһенән дә йәшерен йөрөнө. Мөхәббәттәре тиҙ тоҡанды – бер айҙан һуң улар бер-береһеҙ йәшәй алмаясаҡтарын аңлағайны инде. Шулай ҙа егет ҡыҙҙы әйттерергә ашыҡманы. Әлтүктең атаһы Алексей Данилов районда билдәле кеше ине, ул район буйынса уполномоченный. Ана шунда стражник ҡыҙы тәүге тапҡыр үҙенең холҡон күрһәтте лә инде. Үҙенең йәре өсөн көрәшергә тура килде. Берҙән-бер ҡыҙҙарын иркәләп, әпәүләп үҫтерҙе бай ата-әсәһе, бер ниҙә лә сикләмәнеләр. Тиҫкәрелеге лә хаттин ашҡайны, әлбиттә. Нимә теләй, шул алдына килеүгә өйрәнгәйне ҡыҙ. Туй тураһында һүҙҙе ул үҙе башларға ҡарар итте.

– Атай, беҙ Микәй менән өйләнешергә булдыҡ.

– Зубковмы? Шул шымаҡаймы? – Атаһының аҡһыл йөҙө бурҙатлана башланы.

– Ул иң яҡшыһы.

– Ул хәйерсегә бирер ҡыҙым юҡ! – Даниловтың аяғын дөпөлдәтә баҫыуынан ҙур өй яңғырап китте. – Ул сиркәү ҡомағы һымаҡ ас! Бер кеҫәһендә бөрсә бәйле, икенсеһендә – бет! Ҡайҙа йәшәргә йыйынаһың уның менән? Яландамы?

– Уның өйө бар!

– Унда кеше тулы. Бөтә бала-сағаһын елкәңә ултыртырға итәһеңме?

Ысынлап та, Микәй уңайлы кейәүҙәр иҫәбендә түгел ине шул. Уның атаһы 1915 йылда сирләп үлеп ҡалған. Әсәһе алты бала менән тол ҡала. Сыуаштарҙа ҡабул ителгәнсә, иң оло ул өйҙә атай урынына ҡала. Элекке стражник Алексей Даниловҡа ундай кейәү кәрәкмәй.

– Уға ғына сығам! Нишләтһәгеҙ ҙә! – тип тиҫкәреләнеп, үҙ шартын билдәләне Әлтүк. – Ҡыуышта йәшәргә лә риза!

– Минең ризалығым юҡ! – тип киҫә әйтте атаһы.

– Ризалыҡһыҙ сығып китәм!

– Тәс Анфиса өләсәһе инде бына! – тип ни эшләргә белмәй сәбәләнде атаһы. – Өләсәйең дә шундай тиҫкәре киҫкә ине! Ярай, һинеңсә булһын!

Көҙгә туй яһанылар. Алексей-стражник үҙһүҙле ҡыҙының һайлауы менән килешмәне тәки. Шулай ҙа туйға ныҡ әҙерләнде. Ҡыҙына Бәләбәйҙән матур күлдәк тектерҙе. Ап-аҡ күлдәктәге алһыу сәскәләр алтын сәсле сибәр кәләште тағы ла күркәмерәк итеп тора ине. Егете лә пар килгән – һомғол һәм килешле. Пар алма кеүек инеләр улар.

Туй өҫтәле артында Алексей Данилов кейәүенә яҡынланы.

– Һиңә уҡырға кәрәк!

– Мин уҡыясаҡмын.

– Мал табибына! Был бик табышлы кәсеп.

– Хәҙер һеҙ миңә атай урынына буласаҡһығыҙ, – тин кейәү хөрмәт менән. – Атай мәрхүм был көндө күрә алманы.

– Ә һин, улым, ул тиклем наян түгел икәнһең.

– Мин үҙемдең иҫәр түгеллегемде һеҙгә күрһәтермен әле.

Туйҙан һуң стражниктың ҡыҙы кейәү йортона күсте. Бирнәне уға күп бирмәнеләр, атаһы ҡыҙының үҙһүҙлелеген барыбер ғәфү итмәне. Ата йортондағы хөр тормошон хәтерләтеп, һандыҡта көрән сатин күлдәк, ҡара бәрхәт камзул, көндәлектә кейә торған ябай бишмәт, бейек үксәле, баулы, оҙон ҡуңыслы күн итек ята.

Йәштәрҙең тормошо көйлө китте. Ҡәйнәһе Екатерина Васильевна йорт хужалығын алып барыуҙы ихласлап килененә тапшырып ҡуйҙы. Рәйсә бикәсе әле лә көлөп иҫкә алып тора:” Бер тапҡыр бесән ваҡытында әсәйем беҙҙе төнгө өстә уятты. “Тағы әҙерәк йоҡлайым әле”, – тип мин ята биҙем. Ә Григорий менән Дуся хатта ҡыбырҙаманылар ҙа. Шул саҡ Әлтүктең имсәк балаһы шарылдағанға уянып киттек. Аҡыра ғына! Әсәһе янында юҡ. Имсәк кәрәк! Ихатаға сыҡһам, ат та юҡ. Фенечканы йүргәккә төрҙөк тә, сабынлыҡҡа саптыҡ. Ҡысҡырып илаған бәпесте туғыҙ саҡрым алып барҙыҡ! Дуся айран менән арттан саҡ өлгөрөп килде. Әлһерәп сабынлыҡҡа килеп етһәк, Әлтүк унда көлөп ҡаршы алды:” Шунан, йоҡо туйҙымы?”

Тиҙҙән килен өйҙә тулы хужабикәгә әйләнде. Был Микәйҙең ике туған ҡустыһына оҡшап етмәне.

– Барыһын да баҫып алды! – тип бәлә һалды ул. – Был минең олатайҙың өйө! Минеке ул!

Әлтүк уны тыныс ҡына тыңлап, иренә лә зарланманы. Шулай ҙа Микәйҙең үҙ ниәте бар ине. Яйы сыҡты. Бер тапҡыр ҡәйнеше килеп ингәйне. Микәй уны ныҡ ҡына итеп әсе бал менән һыйланы.

– Киттек, ҡустым, мунсаға! Хәҙер сабындырам мин һине!

– Оһо, олатайҙың мунсаһы шәп инде ул!

Иҫерек туған ләүкәгә һуҙылып ятҡас, Микәй уны миндектең һабы менән һыҙырырға кереште. Һуҡҡан һайын һөйләнә үҙе:

– Шунан, ҡустым, мираҫҡа ымһынаһың тиҙәр?

– Дөрөҫ түгел! Нахаҡ һөйләйҙәр!

– Мин һинең башыңдан бөтә йүнһеҙлегеңде ҡыуып сығарам хәҙер! Бына һиңә – олатай мираҫы. Бына уның байлығы! Хәҙер, пар өҫтәйем дә, тағы мираҫ бирәм!

– Ай, ауырта! Кәрәкмәй миңә мираҫ! Кәрәге юҡ!

– Мә, һыуын! – Микәй уның өҫтөнә биҙрәләп һыу һипте. – Тағы берәй хәбәр ишетһәм, осаң менән ҡыҙған ташҡа ултыртам!

“Шымаҡай” Микәй бөтә туғандары араһында абруй ҡаҙанды. Ветеринарға уҡып сыҡты. Ауылда алыштырғыһыҙ кеше булып китте. Шулай итеп барыбер ҡайныһы – стражниктың абруйын яуланы.

Перевод-Дамир Шарафутдинов

начало

продолжение

Книги ДИны Гавриловой можно скачать здесь

Бумажные книги можно заказать по почте kabelikivi@yandex.ru

ТЫ ЛУЧШЕ ВСЕХ (НАЧАЛО)

ВСЕ ПРОИЗВЕДЕНИЯ