В ответ на пост 14 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында - Фидан Ғафаровтың юбилей бенефисы. 12 октябрҙә легендар артисҡа 75 йәш тулды. Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә ҡотлауҙарға ҡушыла. Ял көндәрендә республикала тағы ла ниндәй мәҙәни саралар үтәсәге хаҡында һөйләйбеҙ. Республика менән идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуының тура эфиры тап ошо темаға арналды. 15 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ризаитдин Фәхретдиновтың «Әсмә, йәки Ғәмәл вә яза» әҫәре буйынса ҡуйылған “Әсмә” спектакле ҡуйыла. Йәкшәмбе 16 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Үәт, исмаһам, ахырызаман!” комедияһы. 15 октябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Бөтә Рәсәй музыка конкурсы концерты үтәсәк. Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Князевтың сығышы көтөлә. 16 октябрҙә Александр Бутримович етәкселегендәге “Мәскәү классик рус балеты”