Найти тему
Башкортостан 24

"Мираҫ" ансамбле яңы концерт программаһы менән Рәсәй ҡалаларында сығыш яһаясаҡ

Был номер тарихҡа "Төньяҡ Амурҙары" булараҡ ингән яугирҙарҙы данлай, ә "Дунай" башҡорт халыҡ йырында тыуған илде һағыныу яратҡан ҡыҙҙың образы аша бирелә. Матур тамашаның беренсе өлөшө Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығына арналған "Өфө" бейеүенең премьераһы менән ябыла. "Мираҫ" ансамбле алдында илебеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни төрлөлөгөн һәм дуҫлығын пропагандалау бурысы тора.Киң һәм күп яҡлы репертуар Рәсәй халыҡтарының ғына түгел, башҡа илдәрҙең дә мәҙәниәтен үҙ эсенә ала. Республикабыҙҙың башҡа дәүләттәр менән хеҙмәттәшлеге йыш ҡына саҡырылған ҡуйыусы хореографтар менән ныҡлы бәйләнештәр булдырыуға ла этәргес бирә, ти ансамбль директоры. "Хазина" концерт-театрлаштырылған тамашаһының маҡсаты - республикабыҙ халыҡтарының телдәрен, мәҙәниәтен һәм сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү. Яңы программа менән ансамбль Силәбе, Екатеринбург, Ҡазан һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында сығыш яһаясаҡ.