Найти тему
"Аманат" журналы

ОШО ШИҒЫРҘЫҢ АВТОРЫ КЕМ ИКӘН?

ОШО ШИҒЫРҘЫҢ АВТОРЫ КЕМ ИКӘН?

Эх! Башлайһы ине тормош юлын
Ошо аҡыл менән яңынан.
Күп тапҡырҙар аҡыллыраҡ итеп
Үтер инем тормош юлынан.

Кисермәҫ тә инем тетрәнеүҙәр,
Ышанмаҫ та инем юҡ-барға.
Алданмаҫ та инем матур һөйләп
Яманлыҡ эшләгән “дуҫтарға”.

Үҙ ҡәҙеремде лә белер инем,
Бөгөлмәҫ тә инем елдәргә.
Иғтибар ҙа итмәҫ инем кеүек,
Ағыу сәскән яман телдәргә.

Күп йәшәһә кеше пәйғәмбәргә,
Әүерелер ине бер заман.
Ниңә аҡыл йыйып бөткәс кенә,
Китә икән фани донъянан?