Балауыҙҙан былай иреттең. О мөхәббәт! Күпме сәсән ирҙе,
Мәжнүн яһап, телһеҙ тилмерттең,
Телдән яҙған өнһөҙ ҡатындарға
Һандуғастай һайрар тел бирҙең. О мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы
Донъя тамуғында яндырҙың.
Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып,
Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың. МОСТАЙ КӘРИМ