Айгизәр уларҙың ауылына күсеп килгәндә Сөмбөлгә 7-8 йәштәр самаһы булғандыр. Күршелә генә яңғыҙ донъя көткән Таһир ағай көтмәгәндә, барыһын да аптырауға һалып, өйләнде лә ҡуйҙы. Улар Әнисә еңгә менән тырышып донъя көтә башланы. Еңгәнең ҙурайып килгән улы ла бар ине. Уныһын Сөмбөл бер нисә көн үткәс кенә Таһир ағаларының ҡапҡаһы янында күреп аптырағайны.
– Сәләм, мин – Сөмбөл, һин кем булаһың? – тип, илгәҙәк ҡыҙыҡай малай янына килеп тә етте. Машинаһы менән уйнап ултырған малай һикереп тороп уҡ баҫты. Сөмбөлдөң ихласлап ҡул һуҙып тороуын күргәс, битен соҡорайтып, йылмайып уҡ ебәрҙе лә, тап ололарса, ҡояшта янған ҡулдарын салбар балағына ҡат-ҡат һөртөп, ҡыҙға һондо:
– Һаумы, мин – Айгизәр!
Тәүге танышыуҙары шул булды. Ул көндө Сөмбөл, эй, ҡыуанғайны яңы дуҫ табыуына. Ә көҙгөһөн малай тап уларҙың синыфына уҡырға килгәс, шатлығы икеләтә артты. Синыфташ ҡыҙҙары менән бик аралашып бармаған ҡыҙға әхирәттәрен Айгизәр алмаштыра ине