Шулай итеп, тик өйҙәргә бикләнгәс кенә беҙ барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙең башҡаларҙан артыҡ та, кәм дә түгеллегебеҙҙе, бер-беребеҙгә, айырыуса ҡарттарға мәрхәмәтле булырға, иҫән саҡта туғандарҙың, балаларыбыҙҙың ҡәҙерен белергә кәрәклеген аңланыҡ шикелле. Күҙгә күренмәҫ бөйөк Көстөң беҙҙе, үҙебеҙҙе аҡыллы һанаған кешеләрҙе, йүгәнләй алыуына ышандыҡ. Тимәк, донъяға беҙ түгел, ә бөйөк Көс хужа!
9 йыл инде мин йога менән шөғөлләнәм. Коронавирус алдынан әле ул турала ишетмәгән саҡта уҡ остазыбыҙ инглиз телендә яҙылған ниндәйҙер бер боронғо китаптан кешелектең донъялағы йәшәү фазаһының һуңғы баҫҡысы артында тороуыбыҙҙы уҡыны. Шуныһы үҙенсәлекле: ундағы бөтә билдәләр ҙә бөгөнгө тормошобоҙҙоң үҙенсәлектәрен үҙ эсенә ала.
Остазыбыҙ һәр дәрестә уҡыусыларын: "кем ниндәй дин тота, үҙ телендә донъяға именлек теләп доға ҡылһын", тип башлай, үҙе лә иҙәнгә ятып доға ҡыла. Шулай итеп барыбыҙ ҙа һәр йога дәресен, католикмы ул православие динендәме, йәһүд йәки минең кеүек мосолманмы, барыһы ла доғанан башлай, доға ҡылып тамамлай.
Иң аҙаҡтан ил-йортҡа именлек, бер-беребеҙгә, балаларыбыҙ, ғаиләләребеҙ, күршеләребеҙ, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙға һаулыҡ теләп хушлашабыҙ. Ошонан сығып ҡына ла, йәнә лә коронавирустың алланы онотоуыбыҙ, һанламауыбыҙға үпкәләгәндәй, "буш торған, йәғни айҙар буйына асылмаған мәсеттәр, костелдарығыҙҙы яптым, хәҙер өйҙәрегеҙҙә доға ҡылып ҡарағыҙ инде", тигән һынауын һиҙгәндәй булам. Минеңсә,был беҙҙең барыбыҙҙы ла уйландырырға тейештер...
Йомғаҡлау һуңында ете ят ерҙә бушлай уҡыу "ҡармағына эләгеп" сит илгә, шул иҫәптән Чехияға балаларын уҡырға ебәрергә теләүселәргә яуап итеп ошондай һүҙҙәремде еткерер инем. "Айырылығанды айыу ашар", тигән мәҡәлдә әйтелгәнсә, был аҙымдан хәҙергә тыйылһағыҙ ине. Әгәр ҙә ошондай буталсыҡ заманда балағыҙҙы бушлай уҡытам,тип сит-ят ергә ебәрһәгеҙ, ҡайғырып ултырасаҡһығыҙ, бит!
Был йәһәттән Башҡортостан мәғариф министрлығына ҡағылған теләктәрем дә бар: заман менән бергә атлап, Башҡорт дәүләт медицина университетында иммунолог, инфексионист, бактериолог, микробиолог, вирусолог һәм гигиена буйынса белгестәр әҙерләү өлгөрөп еткән мәсьәлә икәнлеген коронавирус үҙе иҫкәртте лә баһа!
Сит ил вуздарында бер факультетта ғына алтмышлап специальность иҫәпләнә икән, уларҙың барыһын да бөгөн һәм иртәгә кәрәк булған өсөн индергәндәр. Ғәфү итегеҙ: беҙҙә иһә һаман иҫкегә йәбешеп яталар, йәштәрҙе күберәк химия, биология, медицина, атом энергетикаһы, компьютерҙар программалары һәм компьютерҙар технологиялары, микробиология, дефектология, кардиология кеүек фәндәргә ылыҡтырырға кәрәк.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев яҙып ҡалдырғанса, башҡорттар "музыкаға, теүәл фәндәргә һәләтле халыҡ" икән, тимәк, йыр-моң менән йәнәш киләсәктә илдең көсөн, потенциалын үҫтереүен тәьмин итеү өсөн йәштәребеҙҙе математика, физика, бигерәк тә химия, биология фәндәре менән ҡыҙыҡһындырайыҡ, был фәндәрҙе уҡытыуҙың сифатын арттырайыҡ!
Был фән юлын һайлағандарға лайыҡлы эш хаҡы булдырайыҡ! Шул ваҡытта йәштәребеҙ ҙә "бушлау уҡыу"ға ымһынып сит илдәргә китмәҫ. Әйтерһең дә уларҙы ҡолас йәйеп көтөп торалар, шул уҡ транспортҡа, кейемгә, ашауға, телефонға, интернетҡа улар бит икеләтә-өсләтә арттырып түләйәсәк – шуларҙы ла онотмаһағыҙ ине!
Үҙ илең – алтын бишек,тигән башҡорт мәҡәле бар. Кеше тик үҙ илендә генә бәхетле һәм азат була ала. Ятҡа ҡыҙыҡмағыҙ, үҙегеҙҙекен ситкә ебәрмәгеҙ! Белемде үҙ илебеҙҙә алып уға хеҙмәт итәйек, ошондай ауыр замандар килгәндә күтәрәйек, һеҙ бит киләсәк хужалары!
Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, заман ҡуйған ауыр һынауҙарҙы еңеп сығыуҙа рухи ныҡлыҡ һәм берҙәмлек теләп ҡалам!
Милләтәшегеҙ, Милауша Годбодь, Чехия.