Яратам мин ауылымды,
Әллә шунда тыуып үҫкәнгә...
Ҡайҙа барһам, йөрөһәм дә
Ашығам мин тиҙерәк ҡайтырға.
Ауылымдың матурлығы,
Халҡымдың яғымлығы
Ҡырҙарымда сейә, еләк бешә
Теҙелеп үҫкән ҡайын ағасы.
Талдарымда һайрай һандуғастар,
шишмәләрем аға сылтырап.
Мин дә ҡушылып йырлайым,
Йәшлек ғүмеремде һағынып.
Туғандарым, бергә йәшәйек,
Бер-беребеҙҙе ҡаҡмайыҡ.
Ғүмер бит ул килә бер генә
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
Иртә тороп тышҡа сыҡһам,
Ишетелә ҡоштар тауышы.
Мәңгелеккә яңғырһын
Ауылымдың моңдары.
Мәтәл, минең ауылым!
Шунда үтә минең ғүмерем.
Ҡалған ғүмеремдең юҡ билгеһе
Үҙемдең зиратымда булһын ҡәберем!
Автор: Бадгөл Шәйхетдинова
Арғаяш диалектында