Нәғимә Миңлеғолова ҡыҫҡа йырҙар ижад итә. Был шиғырҙар шәлкеме уның 17 йәшендә яҙылған, йәғни 1954 йылдың 5 декабрендә сәғәт киске алтыла ошо илһам емештәре тыуған. Был дата уның ҡулъяҙмаһына теркәлгән. Милләттәшебеҙ Сосновка районының леш ауылында йәшәй. Был дәфтәрен Башҡортостандың филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүргә Нәғимә апайҙың ағаһы Сәләх Вәлиев 1961 йылда тапшыра. Был ваҡытта Рәшит Шәкүр студенттары менән Силәбе яғына экспедицияға килгән була.
Нәғимә апайҙың дүрт бала үҫтергән. Ауылында хөрмәт ҡаҙанған.
Бейек тауҙың баштарында
Әфлисун өләшәләр.
Үҙең ҡара, һөйгәнем аҡ,
Шуңа ла көнләшәләр.
Бейек тауҙың баштарынан
Ҡайталар утаусылар.
Кемдәр икән, белһәң ине,
Араны бутаусылар.
Ҡара урманда ҡар тәрән,
Итәгеңә ҡар тейгән.
Һәр китапты уҡып киләм:
"Һөйгәнеңде ал", – тигән.
***
Эй, ал бит ул, ал бит ул,
Ал кибеттә бар бит ул.
Үҙен маҡтап, кеше хурлап
Йөрөүселәр бар бит ул.
Минең һөйөп еккән атым
Тура менән Сабраска.
Һин согласно, мин согласно,
Ник йөрөйбөҙ напрасно.
Һандуғастың балалары
Күп түгел, өсләп кенә.
«Сын күңелдән һөйәм», – тигән
Һүҙҙәрең пустяк кенә.
Их, һибәләр, һибәләр,
Һибә белмәй һибәләр.
Һикреп һыуға төшөр инем,
Һине һыуҙа, тиһәләр.
Информацию предоставила Шарифа Даутова