Рецептар өсөн ҙур рәхмәт. Ҡомалаҡ икмәген нисек бешергәнегеҙҙе яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ тиҙәр.
Ҡомалаҡ икмәге бешереүҙе мин ҙур эш ҙур эш итеп күрәм.Икмәк баҫҡан көндә бер ергә лә сыҡмайым, башҡа эштәр планлаштырмайым. Бөгөн тик икмәк бешерәм.Ул бер көндө ала.
Әсеткене элек ҡәртәсәйем , әсәйем мәрхүмәләр эшләне.Нишләптер , уларҙан отоп ҡалмағанмын. Үҙем ҡомалаҡ йыйырға яратам, әсетке эшләй белмәйем.Дөрөҫөн яҙам.Сөнки хәҙер әсетке эшләү серҙәрен һорап алып китәсәктәр.
Ҡомалаҡ әсеткеһен йылдар буйы инде Флюзә еңгәйемдән һәм ҡоҙағыйымдан , еңгәйемдең әсәһенән генә алам.Уларҙың әсеткеһе көслө.Инде өйрәнгәнмен,икенсе әсеткене алғым килмәй.Еңгәйем менән ҡоҙағый эшләп һаталар.Белгән кеше үҙҙәре эҙләп йөрөй Флюзә күренмәйме баҙарҙа тип.
Ғүмер буйына еңгәйем әсетке эшләп биреп ултырмаҫ ул,үҙемә өйрәнергә ваҡыттыр тигән уй башыма күптән үк килгәйне инде.Тоонорға ҡул теймәй.
Еңгәм менән ҡоҙағыйым һау ғына булһындар инде.Аяҡ ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын. Оҙаҡ йәшәһендәр.Рәхмәт яуғырҙары.
Беҙҙең яҡта ҡоро