Ауыл хужалығының малсылыҡ тармағы игенселек, үҫемлекселектән башҡа йәшәй алмай. Ныҡлы аҙыҡ базаһы булдырмай тороп, малсылыҡты тергеҙеп, үҫтереп булмай. Һуңғы йылдарҙа мал аҙығы культураларына иғтибар әкренләп булһа ла арта. Сәсеү яҡынлашҡан һайын күп йыллыҡ үлән орлоҡтарына хаҡтар геомет-рик прогрессияла арта, ҡиммәт хаҡҡа ла табып булмай башлай. Бигерәк тә люцерна һәм күстерә (кострец) орлоҡтары бик ҙур һорау менән файҙаланыла.
Люцерна – юғары аҡһымлы мал аҙығы культураһы, уңдырышлы ерҙә үҫһә, тейешле тәрбиә булһа, йылына дүрт тапҡырға тиклем сабып алырға мөмкин. Люцернаны хаҡлы рәүештә үләндәр батшабикәһе тип йөрөтәләр. Таралыу ареалы бик киң, ер йөҙөндә күп йыллыҡ үләндәрҙең иң күп майҙандары люцернаныҡы. Люцернаны күстерә йәки тимофеевка менән ҡушып сәсеү ҙә бик отошло. Люцернаның яҡшы тороштағы сәсеүлектәре “ШЭ Ғафаров Р.Ғ.” КФХ-һында урынлашҡан. 2019 йылда “ШЭ Әфләтуллин Н.М.” КФХ-һында ла люцерна сәселде.
Ҡуҙаҡлыларға ингән эспарцет (йылҡы борсағы) туҡлыҡлылығы буйынса люцерн