Найти тему
Баймаҡ яңылыҡтары

Юғалған әйберҙе табыу өсөн уҡыла торған доға

Абдуллах ибн Үмәр әйтеп ҡалдырыуынса ниндәй ҙә булһа әйбер юғалтҡан кеше ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, ошондай доғаны уҡырға тейеш: 

"Аллахүммә рәаддәд-дәалләти вә хәдийәд-дәләәлләти әнтә тахди минәд-дәләләти, урдуд ғәләйә дәалләти би ғиззатикә вә султааникә фаиннахә мин 'этәаика вә фәдлик".

Мәғәнәһе:

"О, Аллаһ – юғалғандарҙың илаһы! Үҙеңдең көс-ҡеүәтең ярҙамында юғалтҡан әйберемде табырға ярҙам ит инде! Мин беләм һинән башҡа илаһ юҡ һәм был һинең хәлеңдән килә торған эш" (Бостанөл-Арифин).

Шулай уҡ юғалтҡай йә урланған әйберҙе табыр өсөн көн дә егерме тапҡыр киләһе доғаны уҡырға тәҡдим ителә: "Йә джәмиәннәси ли йәүмин лә райба фихи инналләхә лә йухлифүл-миәд иджма бәйни вә бәйнә ...». Был доғаны эҙләгәнеңде тапҡансы уҡыр кәрәк булыр. Күп нөктәләр урынында юғалған әйберҙе атап әйтелә. (Ибн Абидин).