Найти тему
Уралым Медиа

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған шиғырҙар

Олатай 

Орден, миҙалдар тағып, 

Киң майҙан буйлап атлай. 

Шундай мөһабәт, олпат, – 

Ул бит минең олатай. 

 

Батыр һалдат булған ул, 

Дошманды ҡырған яман. 

Һыҙғаныулы еңдәре, 

Көслө лә, ғорур һаман. 

 

Баҙыҡ булып үҫергә 

Мине лә сыныҡтыра. 

Ныҡ бул, ебеп төшмә, тип 

Киҫәтеп кенә тора. 

Олатайым кәңәштәрен 

Күңелемдә һаҡлармын, 

Мин бит һалдат ейәне, 

Ышанысын аҡлармын. 

 

Ф.Рәхимғолова 

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

#новости uralym