Аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп, тәмле емеш-еләк еҫе аңҡытып, йәшелсәләрҙең мул уңышы менән һөйөндөргән баҡсалар ялға туҡтаны. Шуға ҡарамаҫтан баҡсасылар яңы миҙгелгә әҙерләнә лә башланы. Был осорҙа беҙ нимә эшләй алабыҙ һуң? Баҡсаның мул уңышына булышлыҡ иткән ашламаларҙы әҙерләй башлау. Ә улар беҙҙең яныбыҙҙа ғына!
Һуған ҡабығы
Кипкән һуған ҡабығы боҙолмай ҙа, серемәй ҙә. Уны ҡыш дауамында сепрәк йә полиэтилен моҡсайҙарға һалып барырға була. Ҡабыҡтағы фитонцидтар зыян күрһәтеүсе бөжәктәргә, төрлө ауырыуҙарға ҡаршы ярҙам итә. Мәҫәлән, һуған ҡабығының төнәтмәһен ҡарағат ҡыуаҡтарына, ҡыяр япраҡтарына һиптереү яҡшы һөҙөмтә бирә. Ҡарағатты ул - ауланыуҙан, ҡыярҙарҙы - япраҡтары иртә һарғайыуҙан ҡотҡара.
Һуған ҡабығының төнәтмәһен йәшелсәләргә һибеү ҙә уларҙың уңышын күтәрә. Ул бигерәк тә помидорға ныҡ килешә. Кишер, сөгөлдөр, пастернак, тамырлы петрушка, сельдерей һуғандың ҡабығы араһында ҡыш буйы яҡшы һаҡлана. Шулай уҡ баҡса еләгенә һуған ҡабығын ашлама итеп индереү уның мул уңышлы булыуына булышлыҡ итә, ҡоролоҡтан һәм артыҡ һыуҙан һәм иң мөһиме - еләктәрҙең төп дошманы булған оҙонморондан (долгоносик - ҡоротҡос ҡуңыҙ) һаҡлай.
Картуф ултыртҡанда ояға, тирә-яғына һуған ҡабыҡтарын һалығыҙ. Был картуфты ҡаты ҡорттан (проволочник) һаҡлаясаҡ.
Гәзит
Һәр кемдең йортонда байтаҡ макулатура йыйылып китә. Күптәр уны сүплеккә ташлай йә яндыра. Ә бит ул мульча (мульча - сүп үләне үҫмәһен һәм дым кипмәһен өсөн тупраҡҡа йәйелә торған материал) өсөн иң яҡшы материал! Тик бының өсөн ҡаралы-аҡлы макулатура ғына бара, төҫлө гәзиттәрҙе ҡулланмағыҙ.
Ҡағыҙ мульчаһын ҡурай еләге аҫтына һалығыҙ һәм бай уңыш алып һөйөнөрһөгөҙ. Ул шулай уҡ ҡуҙаҡлы культураларға ныҡ килешә. Әгәр түтәлдәрҙәге тупраҡты тиҙерәк йылытырға теләһәгеҙ, бер нисә ҡат гәзит һалып сығығыҙ. Ҡағыҙ мульча аҫтында тупраҡ 3 – 4 градусҡа йылыраҡ була. Шуға күрә үҫентеләрҙе ҡырауҙан һаҡлау өсөн ҡағыҙ мульча ҡулланыу отошло. Бының өсөн ҡыш дауамында макулатура йыйып барырға ғына кәрәк.
Картуф ҡабығы
Картуф ҡабығы крахмалға бай. Уны ҡарағат бик ныҡ ярата. Картуф ҡабығы менән ашланған ҡарағат бик эре емештәр биреүе менән айырыла. Картуф ҡабыҡтарын киптереп, сепрәк моҡсайҙарҙа һаҡлайҙар. Яҙғыһын уларҙы ҡарағат ҡыуаҡтары аҫтына күмергә кәрәк. Шулай уҡ картуф ҡабыҡтары өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, һыуығас ҡыуаҡтарға һибергә мөмкин. Күп баҡсасылар эре ҡарағатты нәҡ ошо ысул менән ала.
Картуф ҡабығын ҡыяр һәм кәбеҫтә ултыртҡанда ҡулланыу ҙа мул уңышҡа булышлыҡ итә. Бының өсөн кипкән ҡабыҡтарҙы ебетергә, уны турап бутҡа ҡуйылығына еткерергә кәрәк. Ҡыяр һәм кәбеҫтәне ултыртыр һәр урынға ошо “бутҡа” һалына, унан тупраҡ менән күмелә, өҫтәнә инде йәшелсә үҫентеләре ултыртыла.
Йомортҡа ҡабығы
Йомортҡа ҡабығын киптереп, унан моҡсайға һалып, ваҡлап барығыҙ. Ошо рәүешле һеҙ бик шәп органик ашлама әҙерләп барасаҡһығыҙ. Ул айырыуса баклажан, борос, ҡауын, ҡарбуз, сөгөлдөргә ныҡ килешә. Шулай уҡ ваҡланған йомортҡа ҡабығын емеш ағастары төбөнә, роза ҡыуаҡтары аҫтына һалалар.
Баҡсағыҙ өсөн әҙерләп барған серетмә өйөмөнә йомортҡа ҡабығын өҫтәү, уны тағы ла байытып ебәрер, һәр ағасҡа, йәшелсә, емешкә килешкән ашлама әҙерләүгә булышлыҡ итер.
Ҡабаҡ орлоҡтары
Кеше организмында йәшәгән паразиттарҙың төрлө ауырыуҙарға килтереүе билдәле. Уларҙан ҡотолоу өсөн йышыраҡ ҡабаҡ орлоҡтарын сиртегеҙ. Ул кеше организмындағы күп паразиттарҙың дошманы. Ә бына ҡабаҡ орлоҡтарының ҡабығын ташларға ашыҡмағыҙ. Уларҙы ҡағыҙ моҡсайҙарға һалып барып, яҙға тиклем һаҡлағыҙ. Ҡабаҡ орлоҡтарының ҡабығы йәшелсә түтәлдәре өсөн бик яҡшы мульча буласаҡ. Шулай уҡ ошо уҡ маҡсатта фисташка, арахис, сәтләүек ҡабыҡтарын ҡулланырға була.
Цитрус ҡабыҡтары
Лимон, апельсин, мандарин ҡабыҡтарын күптәр киптерә. Ғәҙәттә, уларҙы сәйгә өҫтәп, хуш еҫле, кәйефтәрҙе күтәргән эсемлек әҙерләйҙәр. Баҡсала иһә цитрус ҡабыҡтары күп ҡоротҡостарҙың, айырыуса үҫемлек беттәренең (тля) дошманына әүерелә.
Цитрус ҡабыҡтарынан шәп төнәтмә эшләргә лә була: 100 г лимон ҡабыҡтарына 1 литр ҡайнар һыу ҡойорға ла, 3-4 тәүлек ҡараңғы ерҙә тоторға. Тағы бер ысул: 1 кг цитрус ҡабыҡтарын ит турағыс аша үткәреп, 3 литрлыҡ банкаға һалырға ла, өҫтөнә һыу ҡойоп 5 көнгә ҡараңғыға ҡуйырға. Артабан һөҙөп алырға ла, 10 литр һыу менән бутарға. 40 г тирәһе кер һабыны өҫтәһәң, төнәтмә тағы ла файҙалыраҡ була.
Сәй
Баҡса эшенә мөкиббән киткән баҡсасылар эселгән сәйҙе лә әрәм итмәй. Ашлама итеп ҡулланыу өсөн хатта пакетлы сәйҙәр ҙә бара. Иң мөһиме уны киптереп һаҡлау (күгәрмәһен өсөн). Уларҙы рассада ултыртҡанда ҡулланабыҙ. Сәйҙе пакетынан айырып (шулай уҡ сәй шамаһын да) тупраҡҡа һалып бутайбыҙ, унан орлоҡтарҙы сәсәбеҙ. Үҫентеләр шытып сыҡҡас та ике аҙнаға бер мәртәбә сәй ашламаһын ҡулланырға кәрәк. Бының өсөн эселгән сәйҙең шамаһына йә киптерелгән сәй пакетиктарына (2 г сәйгә 1 литр һыу) һыу ҡойоп ултыртып ҡуябыҙ ҙа, 4-5 көндән һөҙөп алып, рассадаға һибәбеҙ. Ошондай уҡ төнәтмәлә ултыртырға йөрөгән ҡарағат үҫентеләрен 3-4 сәғәт тотоп алырға була. Был ҡыуаҡтарҙың тиҙерәк үҫеп китеүенә булышлыҡ итәсәк һәм уны ҡоротҡостарҙан һаҡлаясаҡ. Сәй төнәтмәһендә тотолған ҡарағатты артабан дымлы ергә ултыртабыҙ.
Бер үк яңы бешкән сәйҙе ҡулланмағыҙ! Ул бик көслө була һәм үҫентеләргә лә, рассадаларға ла зыян килтерәсәк.
Банан
Банан ҡабыҡтарын туңдырып һаҡларға була. Яҙғыһын уны серетмәгә ҡушып йә айырым ҡулланырға мөмкин. Калийға бай банан ҡабыҡтары бар йәшелсә, емеш-еләк, емеш ағастары, гөл-сәскәгә килешәсәк.
Гүзәл Иҫәнгилдина әҙерләне.