Тарихсы, к.и.н. Азат ЯРМУЛЛИН: "Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда йәшәгән башҡорттарҙы ҡалған башҡорттар татар телле йәки татар, тип атау сәбәпле улар бөгөнгө көндә башҡорт мәҙәниәте, башҡорт милләтенә хеҙмәт итмәй. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары бөгөнгө көндә татар милләтен байыта. Төп проблема төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының әҙәби башҡорт телендә һөйләшмәүендә түгел, үкенескә ҡаршы. Төп проблема әҙәби телдә һөйләшкән башҡорттарҙың төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын татар, тип иҫәпләүендә. Был фекер 100 йыл эсендә беҙҙең аңға шул тиклем һеңгән, хәҙер "һаумыһығыҙ" тигән урынға "саумысыз, исәнмесез" тип өндәшкән һәр бер кешене беҙ татар милләтенән, тип уйлай башлайбыҙ. Ошо рәүешле беҙҙең милләттең бер өлөшө бөгөнгө көндә иҫәпкә бар - һанға юҡ кимәлдә. Беҙгә, әҙәби башҡорт телендә һөйләшмәгән башҡорттар үҙҙәренең ерле һөйләш телендә һөйләшкән милләттәштәребеҙ икән аңларға, ҡабул итергә ваҡыт". Рөстәм Мәғрүф улы КАМАЛОВның фекере: "Әҙәби башҡорт телен ҡабул итә алманыҡ, ҡабул итмәйәсәкбеҙ ҙә инде. У
Башҡортостанның төньяҡ-көнбатыш диалектлары язмышы турында фикерләр
1 декабря 20191 дек 2019
182
1 мин