Никита Непряхиндың "Манипуляцияға ҡаршы тороу өсө йөҙ ҙә бер кәңәш" китапсығының беренсе бүлеге - "Дөйөм кәңәштәр".
1. Манипуляторҙың тәүге теләге - һеҙҙе тыныс хәлдән сығарып ошо дисбаланс хәлегеҙҙе үҙ маҡсаттарында тотонорға.
2. "Манипуляцияға дусар итәләр" тигән аңлайыш килде ме - тимәк иң кәменән манипуляторҙың эше аураясаҡ.
3. Йыш ҡына манипулятор беҙҙең тәрбиәле булыуыбыҙҙы тотона: "уңайһыҙға ҡалам бит", "кешеләр ни тиер", "оят булыр" - һымаҡтар манипуляция ҡармаҡтары.
4. Шуға күрә үҙегеҙгә баҫым яһағандарын тойғанығыҙҙа бөтөн тойғоларҙы "туңдырығыҙ", һалҡын ҡанлы булығыҙ.
5. Манипулятор үҙенең бер эшләгән аҙымына һеҙҙең дә реакцияғыҙҙы иҫәкә алып тора. Һәм бер ҡылығына КӨТӨЛГӘН реакция иҫәпләй. "Былай тиһәм ул шулай тип яуап бирер/ҡаршы килер/ризалашыр/шымыр... һ.б."
6. Аралашыу барышында тойола башланған нәфрәт хистәре, кәмһетелеү тойғоһо, берәй дискофморт - былар манипуляция билдәләре. Манипуляторҙың уңышлы булыуы - һеҙҙе нисек булһа ла ҡаушатырға, эмоция-хистәргә ҡаптырырға.
7. Әңгәмәсегеҙгә иғтибар итегеҙ: ҡылыҡ-ҡиәфәте, үҙен тотоуы, тауыш-интонацияһы һәм әйткән һүҙҙәре бер береһенә тап килмәй икән - . иғтибарлы булығыҙ.
8. "Көҙгөләштереү" - манипуляцияның бер этабы. Әгәр әңгәмәсе һеҙҙе ҡабатлай икән: һеҙ булған позаға ултыра, һеҙҙең тотонған жесттарҙы һәм мимиканы, интонацияны тотона икән - бик иғтибарлы булығыҙ.
9. Эмоцияға бирелеү - кешегә хас бик шәп сифат. Тик был һеҙҙе манипулятор ҡосағына ташламаһын. Хисле-тулы хәлдәге мәғлүмәтте тағы бер тапҡыр тыныс хәлдә күҙҙән үткәрегеҙ.
10. Әңгәмәсенең ниндәй һүҙҙәре һеҙҙе хис-тойғоларға этәрә - иғтибар итеп алығыҙ. Был һүҙҙәр әңгмәлә килеп сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ.