9-сы дәрес Ҡайһы бер таныштарым ҡуян итен ашамай. Төрлө сәбәптәре бар инде. Бахырҡайҙы йәлләйбеҙ, шуға ашамайбыҙ, тиҙәр. Кемдер ауыҙ итеп ҡараған, әммә оҡшатмаған. Ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй был ит менән ҡыҙыҡһынмай. Ә бына беҙ уны яратып ашайбыҙ һәм башҡаларҙы ла һыйлайбыҙ. Ҡуян итен ҡурырға ла, ыҫларға ла һәм унан аш та, былау ҙа бешерергә мөмкин. Әйткәндәй, иттең составында минерал һәм микроэлементтар: кадмий, селен, фосфор, кальций, фтор, молибден күп. Шулай уҡ В витамины ла бар. Айырыуса табиптар был ризыҡты бәләкәй балаларға, аллергия менән яфаланыусыларға һәм ашҡаҙан-эсәк сирҙәре менән ауырыусыларға ашарға кәңәш итә.
Итте бешерер алдынан маринадлап алырға кәңәш итәләр. Тәүҙә беҙ ҙә шулай эшләй инек. Тик һуйғас та ризыҡ әҙерләһәң, былай мәшәҡәтләнеү кәрәкмәй. Ит йомшаҡ, сит-ят тәм юҡ. Бары тик һуйғанда биҙҙәрен алырға онотмағыҙ.
Әгәр итте маринадлайһығыҙ икән, ул саҡта лимон, май менән һарымһаҡ, майонез, ҡатыҡ, ҡаймаҡ ҡулланыу кәңәш ителә.
Беҙҙең ғаилә яратып ашаған ризыҡтар