Найти в Дзене
Лилия Нуретдинова

Йорт ҡуяндарының тиреһен ни эшләтергә?

6-сы дәрес

Ҡуяндарҙы, тәү сиратта, ит өсөн тотабыҙ. Баштараҡ һуйғандан һуң беҙ тиреләрен ташлай торғайныҡ. Миңә улар гел йәл ине. Бала саҡтан ҡуян тиреһенән жилеттар тегергә хыялландым.

Интернет селтәрендәге белдереүҙәр аша тире эшкәртеү менән шөғөлләнгән бер ағайҙы таптым. Унан кәңәштәр ала башланым. Был ағай тиреләрҙе йомшаҡ, матур итеп эшкәртеп бирә. Был эш ҡатмарлы ғына һымаҡ. Тирене алдан сей килеш һәйбәт итеп тоҙларға кәрәк. Уның берәүһен эшкәртеүгә генә лә яҡынса ярты ҡап тоҙ китә. Яҡшы итеп тоҙлан­ған тире һыуытҡыста ярты йыл самаһы һаҡлана ала. Бер ҡуян тиреһен эшкәртеү 250 һумға төшә. Мәҫәлән, махсуслаштырылған тире жилеты 15 мең һум тора. Үҙең тектергәнеңде һанап ҡарайыҡ: бер жилетҡа яҡынса 13 ҡуян тиреһе китә. Уны эшкәртеүгә 3 мең 250 һум аҡса кәрәк. Ә тектереүгә иһә 4 мең һум түләнем. Жилеттың эсенә йылы туҡыма, башҡа кәрәк-яраҡҡа тағы ла яҡынса 1 мең ярым һум аҡса китте. Тимәк, бер жилетҡа 7 мең 750 һум аҡса сарыф ителә. Кибеттән алынған­ға ҡарағанда ике тапҡыр осһоҙораҡ та, үҙең тектергәнде кейеүе лә күңелле. Йыл һайын бер жилет тектерәм. Беренсеһен ҡыҙым Дилә өсөн булһа, икенсеһен – әсәйемә. Улар бик яратып кейә. «Авдонда минән башҡа бер кемдең дә ундай жилеты юҡ», – тип һөйөнә Дилә. «Тәүге осорҙа урамға кейеп сыҡһам, хатта таныш булмаған кешеләр ҙә эргәмә килеп, маҡтап китәләр ине! Бындай матур жилетты күргән юҡ ине, тиҙәр», – тип шатлығы менән бүлешә әсәйем.
Ҡуян тиреһе бер йылға түҙә, ти халыҡ әйтеме. Ә бына Диләнең жилетына өс йыл булды. Әсәйемдекенә – ике йыл. Тиреһе һаман матур. Үҙе йылы һәм йомшаҡ ҡына.
Тире эшкәртеүҙән ҡурҡмағыҙ. Бына һеҙгә файҙалы кәңәштәр:
1. Ҡуян 8 айҙан өлкәнерәк булһын. Ә йәш ҡуяндың тиреһе йоҡа, йөнө матур тү­гел.
2. Уларҙы төләү (линька) ваҡытында һуймағыҙ.
3. Ҡуяндарҙы тире өсөн ҡар ятҡас, һыуыҡтар башланғас, һуйырға кәрәк.
Үткән дәрестә йөнлө ҡуяндар тураһында һөйләшкәйнек. Мин уларҙы быйыл ғына алдым. Тоҡомло йөнлө ҡуяндарҙың хаҡы: бер башы – ике мең самаһы. Мәшәҡәте лә байтаҡ. Әлбиттә, уларҙы үрсетеүе ауыр. Инә ҡуянды икенсе ышаныслы инә менән бер көндө аталандырып, балаларын шул инәгә һалырға була.
Был ҡуяндарҙың йөнөн айына бер тапҡыр ҡырҡып торорға кәрәк. Бер алғанда 300 – 500 грамм йөн сыға. Ул йомшаҡ, йылы. Бейәләй, ойоҡбаш өсөн хәтәр шәп. Йөндөң 100 граммын 400 һумға һатырға була. Йөнлө ҡуянды беренсе тапҡыр йөнөн ҡырҡҡанда, сапсыр, матур итеп ҡырҡып булмаҫ, тип борсолғайным. Шатлығыма, ҡул тейҙереү менән ҡуян тыныс ҡына ятты, рәхәтләнеп йөнөн ҡырҡтым. Оҙон йөн үҙҙәренә лә ҡамасаулайҙыр, күрәһең. Тауыш-тын да сығарманы. Хәҙер мин дә оҫтарҙым. Шарт-шорт ҡыр­ҡам. Йөнө оҙон, эшкәртеүгә лә уңайлы. Йөнлө ҡуяндарҙың төҫө лә матур. Әгәр йөн өсөн генә тәрбиәләргә уйлаһағыҙ, инә ҡуянды нәҫел килтертмәйенсә биш йыл тоторға мөмкин.
Быйылға беҙҙең пландар ҙур булмаҡсы. Үҙемә һәм ҡыҙыма ҡуян туны тектерергә уйлайым. Бының өсөн миңә – 25, ҡыҙыма 20 тире кәрәк. Уның төҫө лә бер иш булыуы мөһим. Ошо матур хыялым тормошҡа ашһа, был хаҡта хәбәр итермен әле.
Интернет селтәрендәге белдереүҙәр аша тире эшкәртеү менән шөғөлләнгән бер ағайҙы таптым. Унан кәңәштәр ала башланым. Был ағай тиреләрҙе йомшаҡ, матур итеп эшкәртеп бирә. Был эш ҡатмарлы ғына һымаҡ. Тирене алдан сей килеш һәйбәт итеп тоҙларға кәрәк. Уның берәүһен эшкәртеүгә генә лә яҡынса ярты ҡап тоҙ китә. Яҡшы итеп тоҙлан­ған тире һыуытҡыста ярты йыл самаһы һаҡлана ала. Бер ҡуян тиреһен эшкәртеү 250 һумға төшә. Мәҫәлән, махсуслаштырылған тире жилеты 15 мең һум тора. Үҙең тектергәнеңде һанап ҡарайыҡ: бер жилетҡа яҡынса 13 ҡуян тиреһе китә. Уны эшкәртеүгә 3 мең 250 һум аҡса кәрәк. Ә тектереүгә иһә 4 мең һум түләнем. Жилеттың эсенә йылы туҡыма, башҡа кәрәк-яраҡҡа тағы ла яҡынса 1 мең ярым һум аҡса китте. Тимәк, бер жилетҡа 7 мең 750 һум аҡса сарыф ителә. Кибеттән алынған­ға ҡарағанда ике тапҡыр осһоҙораҡ та, үҙең тектергәнде кейеүе лә күңелле. Йыл һайын бер жилет тектерәм. Беренсеһен ҡыҙым Дилә өсөн булһа, икенсеһен – әсәйемә. Улар бик яратып кейә. «Авдонда минән башҡа бер кемдең дә ундай жилеты юҡ», – тип һөйөнә Дилә. «Тәүге осорҙа урамға кейеп сыҡһам, хатта таныш булмаған кешеләр ҙә эргәмә килеп, маҡтап китәләр ине! Бындай матур жилетты күргән юҡ ине, тиҙәр», – тип шатлығы менән бүлешә әсәйем. Ҡуян тиреһе бер йылға түҙә, ти халыҡ әйтеме. Ә бына Диләнең жилетына өс йыл булды. Әсәйемдекенә – ике йыл. Тиреһе һаман матур. Үҙе йылы һәм йомшаҡ ҡына. Тире эшкәртеүҙән ҡурҡмағыҙ. Бына һеҙгә файҙалы кәңәштәр: 1. Ҡуян 8 айҙан өлкәнерәк булһын. Ә йәш ҡуяндың тиреһе йоҡа, йөнө матур тү­гел. 2. Уларҙы төләү (линька) ваҡытында һуймағыҙ. 3. Ҡуяндарҙы тире өсөн ҡар ятҡас, һыуыҡтар башланғас, һуйырға кәрәк. Үткән дәрестә йөнлө ҡуяндар тураһында һөйләшкәйнек. Мин уларҙы быйыл ғына алдым. Тоҡомло йөнлө ҡуяндарҙың хаҡы: бер башы – ике мең самаһы. Мәшәҡәте лә байтаҡ. Әлбиттә, уларҙы үрсетеүе ауыр. Инә ҡуянды икенсе ышаныслы инә менән бер көндө аталандырып, балаларын шул инәгә һалырға була. Был ҡуяндарҙың йөнөн айына бер тапҡыр ҡырҡып торорға кәрәк. Бер алғанда 300 – 500 грамм йөн сыға. Ул йомшаҡ, йылы. Бейәләй, ойоҡбаш өсөн хәтәр шәп. Йөндөң 100 граммын 400 һумға һатырға була. Йөнлө ҡуянды беренсе тапҡыр йөнөн ҡырҡҡанда, сапсыр, матур итеп ҡырҡып булмаҫ, тип борсолғайным. Шатлығыма, ҡул тейҙереү менән ҡуян тыныс ҡына ятты, рәхәтләнеп йөнөн ҡырҡтым. Оҙон йөн үҙҙәренә лә ҡамасаулайҙыр, күрәһең. Тауыш-тын да сығарманы. Хәҙер мин дә оҫтарҙым. Шарт-шорт ҡыр­ҡам. Йөнө оҙон, эшкәртеүгә лә уңайлы. Йөнлө ҡуяндарҙың төҫө лә матур. Әгәр йөн өсөн генә тәрбиәләргә уйлаһағыҙ, инә ҡуянды нәҫел килтертмәйенсә биш йыл тоторға мөмкин. Быйылға беҙҙең пландар ҙур булмаҡсы. Үҙемә һәм ҡыҙыма ҡуян туны тектерергә уйлайым. Бының өсөн миңә – 25, ҡыҙыма 20 тире кәрәк. Уның төҫө лә бер иш булыуы мөһим. Ошо матур хыялым тормошҡа ашһа, был хаҡта хәбәр итермен әле.

 Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор: Лилиә Нуретдинова