Найти тему
Без Башкортлар

Заятүләк менән Һыуһылыу

XIX быуат башында В. И. Даль тарафынан яҙып алына һәм «Башҡорт һыуһылыуы» («Башкирская русалка») исеме аҫтында урыҫ телендә «Москвитянин» журналында (1843, № 1) баҫылып сыға.

Эпостың варианттарын Л. В. Суходольский (1858; «Түләк тураһында башҡорт легендаһы» — «Башкирская легенда о Туляке»), Р. Г. Игнатьев (1875; «Абдрахман улы Һары Сәхип тураһында әкиәт» — «Сказка о сыне Абдрахмана Хары Сахипе»), С. Ғ. Солтанов (1902; «Заятүләк менән Һыуһылыу» — «Зая-Туляк и Су-Сулу»), Мәжит Ғафури (1910; «Заятүләк менән Һыуһылыу») һ.б. баҫтыра; шулай уҡ К. Мәргән, Ф. А. Нәҙершина, М. М. Сәғитов, Н. Д. Шоңҡаров һ.б. яҙып алған «Заятүләк», «Түләк», «Балҡантау» һ.б. варианттары билдәле.

Эпос фрагменттары һалмаҡ көй стилендә башҡарыла.

Бынан күп замандар элек, ҡырғыҙ илендә, Ун сан уймат тигән йортта, Һарымырҡыс исемле бер хан бар ине.

Ҡул аҫтына ҡараған иле-халҡы күп, шөһрәте шәп, байлығы тамам ерендә булғандың өҫтөнә, төрлө көнкүрешкә, уйын-көлкөгә һәүәҫле ине. Был Мырҡыс хандың йәш ҡатынынан бер Заятүләк исемле ир балаһы донъяға килде.

Заятүләк, шул замандағы хан балалары ни эш менән мәшғүл булһа, нимә менән шөһрәт тапһа, ул да шулар кеүек тәрбиә алып, һәр эштә һәр кемдән өҫтөн булды. Йәғни ул замандың һәнәрҙәренән булған ат сабыштырыу, ук атыу, найҙалар (һөңгө) тотоу, көрәшеү кеүек нәмаләрзең, һәр береһендә Заятүләк беренсе булып һанала ине. Сикһеҙ ҙур һәм киң далаларҙа ҡош сөйөп, ҡош типтереү, был юлда оҫталыҡ менән данлы булыу ҙур һөнәрҙәрҙән һанала ине.

Заятүләк тә үҙенең ағайҙары, хан балалары менән күп ваҡытта ат сабыштырыу, уҡ атыу, ҡош сөйөштөрөү менән йөрөй торғайны. Үҙҙәренең шул һөнәрҙәрен бер-береһенән уҙҙырыу, арттырыу өсөн былар араһында көнләшеү, намыҫланыуҙар ҙа булып китә инә. Оло ҡатындарҙан тыуған балалар бер һүҙҙә булып, Заятүләкте ситләтеп ҡыҫалар, нисек булһа ла, берәй һылтау табып, уны күҙҙән тәшөрөргә йөрөйҙәр ине. Сөнки Заятүләк теге һөнәрҙәрҙә уларҙан өҫтөн булыуы, өҫтәүенә, өләңгә (шиғыр), думбыраға оҫта, төҫкө-башҡа матур, көслөлөгө менән данлы; һәм шул сәбәптәр өсөн хан иле, үҙенең йорто, ағай-энеләре Заятүләкте, башҡаларға ҡарағанда, артыҡ ярата торғайнылар. Көндәрҙең береһендә хан үҙенең ун ике ҡанатлы тирмәһенә балаларын саҡыртты. Хан балалары һәр береһе бер төрлө кейемдә ине. Йәғни баштарына шул замандың хан балалары кейә торған матур йәйге эшләпәләр көйгәндәр, өҫтәренә ебәк сапандар кейеп, билдәрен быуғандар, көмөшлө хәнйәрҙәрен алтынланған ҡындарға һалып, билдәренә таҡҡандар.

Аталары янында данлы бейҙәре, аҡыл эйәләре ултыралар ине. Балалары, барып кергәс тә, сәләм бирҙеләр. Аталары аманлыҡ-һаулыҡтарын һорашты. Балаларын берәм-берәм күҙҙән үткәреп, ҡылған эштәрен һорашты. Хан, балаларының матурлыҡтарын күргәс, шатлығынан уларға сөйөр өсөн берәр ыласын ҡошо биреп, уның өҫтөнә һәр береһенә берәр ат бирмәксе булып, әйтте:

– Ҡараҡтарым, һәр берегеҙ йылҡылар янына барып. югәндәрегеҙҙе шылтыратығыҙ. Шул шылтыратҡан ваҡытта ниндәй ат ҡараһа, шуны үҙегеҙгә алығыҙ. Насар ғына ат ҡараһа ла, был бик насар тип, алмай ҡалмағыҙ, – тине.

Балалары шатланып, ҡоштарын алып, аталарына ҡарап баштарын эйеп, сығып киттеләр.

Һәр береһе, алтынлы югәндәрен алып, йылҡылары янына барҙылар. Заятүләктән башҡалары, югәндәрен шылтыратып тормай, йылҡы араһынан иң яҡшыларын һайлап алалар. Әммә Заятүләк, атаһының һүҙен аяҡ аҫтына ҡалдырмаҫ өсөн, уның һүҙе буйынса, югәнде шылтырата, шунда уҡ насар ғына аҡбуҙ ат уға ҡарай. Заятүләк тә, миңә яҙғаны ошолор, тип, аҡбуҙсаны тотоп алып, югән кейҙерткәс, буҙсаның төҫө-һыны (кәүҙәгә насар булһа ла) яҡшылығын, толпар булыуын белдерә ине.

Бер аҙ ваҡыттан һуң аталары быларға тағы берәр ҡош алырға ҡушты. Быларҙың бәғзеһе бөркөт, бәғзеһе шоңҡар, бәғзеләре ҡарсыға алдылар. Әммә Заятүләкте ситһендереп, уға ябалаҡ балаһы кеүек бер аҡ ҡош балаһы бирҙеләр.

Былар шул көн һәммәһе бергә ҡош сөйөргә сығып, ҡаҙ, өйрәк кеүек ҡоштарға үҙҙәренең ҡулдарындағы ҡоштарын ебәрҙеләр. Заятүләк ағаларының ҡоштары бәғзеһе торна, бәғзеһе ҡаҙ һәм бәғзеһе өйрәк алды. Әммә Заятүлөктөң ҡошо һигеҙ һуна тигән ҡошто ҡыуып тотоп һәм тырнағы араһына ҡыҫтырып, Заятүләк янына килтерҙе. Былар үҙҙәренең ҡоштарын аталары алдына алып барып бирҙеләр.

Хан һәр береһенә берәр алтын бирҙе. Заятүләк һигеҙ Һунаны атаһы алдына ҡуйғас, атаһы, быны мактап, ун алтын бирҙе. Ҡош ауларға сыҡҡан Заятүләк, ағаларына ҡарағанда күберәк ҡош ала ине. Атаһы ла бының өсөн Заятүләккә алтындыкүберәк бирә ине. Бер ваҡыт, ат сабыштырғанда, Заятүләктең буҙ тайы ел етмәҫ арғымаҡ булып, ағайҙарының аттарын уҙҙы. Был эштәрҙең һәр береһенә, айырыуса аталарының Заятүләкте артығыраҡ яратыуына, ағайҙарының эстәре боша башланы, Заятүләкте нисек тә берәй төрлө һәләк итмәксе булдылар. Үҙ-ара кәңәш итеп, Заятүләкте үлтереү маҡсаты менән, алтмыш кеше бергә ҡош сөйөргә ауға сыҡтылар.

Атлас кеүек йәм-йәшел сахраларҙы, көмөш тәңкә кеүек матур ялтырап ята торған күлдәрҙе үтә-үтә, хан ауылынан бик йыраҡҡа киттеләр. Бер күлдә ҡоштарҙы ебәргәс, башҡа ҡоштар берәр ҡош типкәндә, Заятүләктең ҡошо бер рәттән ете аҡҡош-то ҡағып, тибеп төшөрҙө. Ҡайтайыҡ тигән булып, аттарын сабыштырҙылар. Заятүләктең менгән аты ел кеүек осоп китте. Ағайҙары саҡ-саҡ күреп ҡалдылар. Был сәфәрҙә маҡсаттарына етә алмағанлыҡтары өсөн эстәренән яндылар. Заятүләк, алдан ҡайтып, атаһынан күп бүләктәр алды. Ағайҙары, быны күргәс, бигерәк ғәрләнделәр, нисек тә быны үлтереп, бынан ҡотолмай булмаҫ, тинеләр.

Үҙҙәренең ғәҙәттәре буйынса, бер ваҡыт йәнә ауға сыҡтылар. Бик йыраҡҡа, бер ҙур күл янына, барып ҡундылар. Төнөн, Заятүләк йоҡлағас, уны үлтерергә кәңәш итә башланылар. Бәғзеһе күлгә ташлайыҡ, бәғзеһе үлтерәйек тә ханға ат тибеп үлтерҙе, тип әйтербеҙ, тинеләр. Араларынан береһе:

– Юҡ, улай күҙ алдында үлтермәгеҙ. Атының дүрт аяғына ҡаҙау ҡағығыҙ, шунан һуң ул аты менән йөрөй алмаҫ, йығылыр, үлер, – тине.

Былар аттың дүрт аяғына ҡаҙауҙар ҡаҡтылар.

Ағайҙарының был эшенән Заятүләктең бер ҙә хәбәре юҡ ине. Төшөндә бер кеше: «Эй улым Заятүләк! Ғафил булып йоҡлайһың. Ағайҙарың, һәм юлдаштарың яман уй уйлап, һине үлтермәксе булдылар. Атыңдың дүрт аяғына ҡаҙауҙар ҡаҡтылар. Бына мин һиңә бер доға өйрәтәм. Ҡасан да башыңа берәй мөшкөл эш төшһә, шуны уҡырһың», – тине.

Заятүләк, урынынан тороп, атып барып ҡараны. Ысынлап та, атын ҡаҙауланған насар бер хәлдә күрҙе.

Теге кеше өйрәткән доғаны уҡын, атының аяғын өшкөрҙө. Аты шунда уҡ төҙәлде. Иртән торғас, иптәштәре Заятүләкте һынамаҡсы булып:

– Бар, фәлән күлдә ҡоштар бармы икән, ҡарап кил, - тинеләр.

Заятүләк, урынынан тороп, атына менде лә тегеләр әйткән күлгә ҡарап юнөлде. Был алтмыш кеше, быны күреп, хайранға ҡалып:

– Бының аты нисек йөрөй ала? Бында ни хикмәт бар? Инде быға һөжүм ҡылып үлтермәй булмаҫ, Атайыбыҙ ханлыҡты Заятүләккә биреп ҡуйыр, – тинеләр. Араларынан береһе:

– Өс кеше барығыҙ ҙа, атының ауыҙлығын алып, өсөгөҙ өс яҡтан ҡамсылап ҡыуалағыҙ. Аты дыулап, Заятүләкте ағасҡа йәки ташҡа бәреп үлтерер. Бына шулай итеп Заятуләктән ҡотолорһоғоҙ, – тине.

Былар, был һүҙҙе аҡылға яраҡлы күреп, өс кеше ебәрҙеләр. Был өс кеше Заятүләк янына барып, атының югәнен алып, ҡамсылап ҡыуҙылар. Буҙса тай – Заятүлөкте алып осто, Алты-ете көн бер ҙә туҡтамай китеп, һигеҙенсе көн, ҡояш сығыр ваҡытта, ҙур бер күлдең яғаһына барып туҡтаны. Бейек тауҙың башынан ҙур күл ашъяулыҡ кеүек тип-тигеҙ булып күренеп ята ине. Был оло күл был көндәге мәғлүм Асылыкүл булалыр.

Бейек тау тигәнебеҙ – күлдең төшлөк яғындағы Ҡарағас тигән ярҙың өҫтөндәге оло тауҙыр. Быны Ҡашҡатау тип әйтәләр. Ҡашҡа (йәғни үлән үҫмәгән) тауҙың өҫтө, Заятүләктең аты кимереп торғанға күрә, һаман үлән үҫмәйенсә, таҡыр, яланғас булып яталыр, тиҙәр.

Заятүләктең иптәштәре унда тороп ҡалған. Уның ҡайҙа киткәнен һис белмәгәндәр.

Бына шул Асылыкүлдә пәрейҙәрҙәнме йәки башҡа заттарҙанмы, – билдәһеҙ бер әҙәм ханлыҡ ҡыла ине. Бының исеме Сәсуар (сәсе бар) ине. Был Сәсуар хандың, сикһеҙ матур булғанлыҡтан, һәр кем күрһә, ғашиҡ булып, ғишҡынан хайран ҡалып, үҙ-үҙен белмәҫ була торған, бер ҡыҙы бар ине. Ҡыҙ, һәр көн иртә менән күлдең ситенә сығып, сәсен тарап, үреп китер ине.

Заятүләктең аты шул ҡыҙҙың сәс тарап ултыра торған ташы тураһына туҡтағайны. (Был таш был көндә лә барҙыр). Быны Түләк ташы тип әйтәләр. Өй ҙурлығында, дүрт мөйөшлө, өҫтәлгә оҡшашлы, бик тигеҙләп юнып яһалған шикелле булып тора. Был ташты әле лә башҡорттар Һыуһылыуҙың сәс тараған ташы тип тә әйтәләр.) Шул күл буйындағы һике кеүек таш өҫтөндә. ап-аҡ аяҡтарын көмөш кеүек саф һыуға һалындырып, күләгәһе һуҙылып күлгә төшкән көйөнсө, бер хан ҡыҙы, көндәге ғәҙәте буйынса, сәсен тарап, үҙен төрлө биҙәктәргә биҙәп ултыра ине.

Ҡыҙ, оҙон сәсен икегә айырып, асып ҡарайым тип торғанда ғына, Заятүләк ҡыҙға сәләм бирҙе.

Ҡыҙ, Түләктең тауышын ишетеп, һушһыҙ була яҙып, йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап алды. Ғүмерендә ундай әҙәм тауышын ишеткәне булмағандан, ни ҡылаһын белмәй, аһ ҡылып:

– Әгәр мин һине күрә торған булһам, йөҙөмдө һиңә күрһәтмәгән булыр инем, – тине.

Заятүләк бер күреү менән ҡыҙға йәне-тәне менән ғашиҡ булып, һис һүҙ әйтер хәле ҡалманы.

Ҡыҙҙың күңелендә нисек булһа ла Түләкте алдап, бер яҡҡа ҡаратып, унан ҡасып һыуға сумыу ине. Түләк, кыҙға ғашиҡ булып, шул шиғырҙы әйтте:

– Инеп килдем атымдан,
Инде һинең рузыңа,
Сәләм бирҙем мин һиңә,
Ай тик күрекле йөҙөңә;
Ғашиҡ булдым мин һиңә,
Көндәй күркәм йөҙөңә;
Хайран булып ҡалыпмын,
Бал-шәкәрҙәй һүҙеңә;
һүҙең әйтсе, Һыуһылыу,
һүҙең әйтсе, Һыуһылыу!
Сәфәр ҡылдыҡ күп кеше,
Югәнһеҙ ҡыуҙы өс кеше;
Атым килә ярышып,
Ҡулым килә ҡарышып;
Атың, юлым белмәймен,
Ерең, һыуың белмәймен,
Атың әйтсе, эй һылыу,
Ерең әйтсе, Һыуһылыу!

Ҡыҙ, Заятүләккә ҡарап:

– Атың үҙең беләһең,
Ерең, һыуың беләһең,
һәрамзалыҡ ҡылаһың,
Заятүләк атлы һин;
Атың килһә ярышып,
Ҡулың килһә ҡарышып,
Ун сан ҡырғыҙ илендә,
Һарымырҡыс уғлы һин!
Заятүләк йәш уғлы,
Заятүләк йәш уғлы,
Атың менән сығып һин,
Ҡош сөйөргә килеп һин,
Үҙ илеңдән айырылып,
Беҙҙең илгә килеп һин,
Заятүләк – бай уғлы,
Заятүләк – хан уғлы.

Заятүләк ҡыҙға:

– Бер тигәндә белә алған,
Муйыны һоноҡ һуна алған,
Муйыны оҙон торна алған,
Ҡош осҡоро – сүрәгәй,
Ҡанат ҡаҡмай, шуны алған,
Артыҡ ҡошто аҫырамаҫ
Аҡ ябалаҡ балаһы
Роңҡарымдан биҙәйем,
Һинең менән булайым,
Атың әйтсе, Һыуһылыу,
Һыуҙың ҡыҙы Һыуһылыу,
һыуҙың ҡыҙы Һыуһылыу!
Бер тигәндә белә алған,
Ауыҙы ҡанлы бүре алған,
Аяғы һылтаҡ төлкө алған,
Ниндәй көслө булһа айыу,
Бер тибрәтмәй шуны алған
Аҡ шоңҡарҙан биҙәйем,
Атыңды әйтсе, һыуһылыу,
Атыңды әйт, һыуһылыу!

Ҡыҙ, Заятүләккә ҡарап:

– Атым һоран ни тирһең,
Ерең һорап ни тирһең,
Беҙҙең ерҙәр ҡатылыр,
Түҙә алмаҫһың, Түләгем,
Беҙҙең ерҙәр ташлылыр,
Тора алмаҫһың, Түләгем!
Хәстә булып ятырһың,
Ғосса булып үлерһең.
Ҡайтып киткел, Түләгем!
Ҡайтып киткел, Түләгем!

Түләк ҡыҙға:

– Артыҡ ҡошто аҫырамаҫ
Аҡ шоңҡарҙан биҙәйем,
Айлыҡ юлға ҡараған,
Көнлөк юлға бер баҫҡан,
Дүрт аяғы майырылған
Арғымаҡтан биҙәйем,
Күккә табан осорған
Аҡбуҙсанан биҙәйем,
Һинең менән булайым,
һыуға китеп үләйем!

Ҡыҙ, Заятүләккә ҡарап:

– Эй Түләгем, Түләгем,
Юҡтыр һиңә бүләгем;
Ҡулымдағы көмөш йөҙөк
Бына һиңә бүләгем!
Ҡуш имсәкле көмөш йөҙөк
Бүләк булһын, бай уғлы,
Руны ал да ҡулыңа
Ҡайтып киткел, бай уғлы!

Заятүләк ҡыҙға:

– Көмөш йөҙөк ҡуш имсәкле
Зифа буйың биҙәгел,
Ул бүләгең кәрәкмәй,
Зифа буйың – теләгем!
һүҙем ҡабул күрмәһәң,
һыуға төшөп үләйем,
һыуға төшөп үләйем!

Ҡыҙ, Заятүләккә ҡарап:

– Ҡуш имсәкле ҡуш йөҙөк
Алманың һин, Түләгем,
Бүләк бирҙем, алманың,
Ниҙер һинең теләгең?
Көндәй үҙем төҙәнгән,
Айҙай йөҙөм биҙәнгән,
Алтын тараҡ, ай көҙгө –
Бына һиңә бүләгем,
Бына һиңә бүләгем!
Айҙай йөҙөм биҙәнгән,
Бына һиңә бүләгем,
Бына һиңә бүләгем!
һиңә булыр түгелмен,
Миңә булыр түгелһең,
Өмөт итмә, Түләгем,
Ышанмағыл, Түләгем!

Заятүләк, ҡыҙға ҡарап:

– Туғыҙ-ун ай күтәргән,
Ауырлыҡтан бөгөлгән,
Айыры имсәктән һөт биргән
Әсәйемдән дә биҙәйем!
Төн йоҡоһон өс бүлгән,
Төндә тороп имеҙгән,
Ауыҙҙан ҡаймаҡ ейҙергән
Әсәйемдән дә биҙәйем!
Һинең менән булайым,
Һыуға төшөп үләйем,
Атың әйтсе, Һыуһылыу,
Атың әйтсе, Һыуһылыу!

Ҡыҙ, Заятүләккә ҡарап:

– Ҡуш имсәкле ҡуш йөҙөк
Алманың һин, Түләгем,
Ҡулымдағы көмөш йөҙөк
Алмаймыһьң, Түләгем!
Бүләк биреп алманың,
Ниҙер һинең телегең,
Ниҙер һинең теләгең?

Заятүләк ҡыҙға:

– Айры һаҡал үҫтергән
Атайҙан да биҙәйем,
Һарымырҡыс хан иле
Барынан да биҙәйем,
Һинең менән булайым,
Һыуға төшөп үләйем.

Ҡыҙ, Заятүләккә ҡарап:

– Айры һаҡал үҫтергән
Атайыңдан биҙмәгел,
Һарымырҡыс хан иле,
Барынан да биҙмәгел,
Һүҙең әйтсе, Түләгем,
Һүҙең әйтсе, Түләгем!
Ана арғы яғыңдан
Килә ятыр биш кеше,
Белмәймеһең, бай уғлы,
Күрмәймеһең, хан уғлы? –

тип, Заятүләкте алдап, ситкә ҡаратты ла, үҙе һыуға сумып китте. Егет әйләнеп ҡараһа, ҡыҙ һыуға сумған. Ҡыҙҙың сәсе алтмыш ҡарыш ине. Шул оҙон һуҙылған йылан кеүек ҡара сәсенең бары алты ҡарышы һыу өҫтөндә ҡалған ваҡытта, Заятүләк кире боролоп ҡарап: «Аһ, харап булдым, Һыуһылыу мине алдап ҡына ситкә ҡаратҡан икән. Бында яңғыҙ ҡалғансы, Һыуһылыу менән һыу аҫтында үлгәнем артыҡ»,– тип әйтте лә Һыуһылыуҙың сәсенә барып йәбеште. Шул йәбешкән көйөнсә икәүләп Асылыкүлдең аҫтына төшөп киттеләр.

Бер аҙҙан һуң икенсе бер яҡты донъяға барып сыҡтылар. Шул ерҙә, ендәр торған ҡалала, Һыуһылыуҙың аҡ быяланан һарайы бар ине. Шул һарайҙың алдына барып туҡтанылар. Заятүләк ҡыҙҙың сәсен ҡулына бик ныҡ итеп урағайны. Ҡыҙ – Ебәрһәнә! – тип, ни саҡлы ялынһа ла, ҡулынан ысҡындырманы. Бынан һуң ҡыҙ шул шиғырҙы әйтте:

– Мин керәйем һарайға,
Урын, түшәк йәйәйем,
һине сығып алайым,
Көтөп торғол, бай уғлы!
Сәскәйемде ысҡындыр,
Мин сығырмын – көтөп тор;
Итербеҙ бергә хозур,
Көтөп торғол, бай уғлы!

Бынан һуң Түләк ҡыҙҙың сәсен ыскындырҙы. Ҡыҙ һарайға керҙе ле бикләнде. Түләк ишек төбөндә ҡалды. Ҡыҙҙан һис бер хәбәр юҡ ине. Һарайҙың диуары быяланан, баштары йәүһәрҙән, иҙәндәре мәрмәр ташынан ине. Һарайҙың янында саф көмөш кеүек ялтырап ятҡан күлдәр өҫтөндә төрлө төҫтәге өйрәктәр, аҡҡоштар йөрөйҙәр. Һарайҙың икенсе яғында төрлө төҫтәге йылғалар, шишмәләр сылтырашып матур таштар араһынан ағып яталар; һыу әсәндә һап-һары алтын, ап-аҡ көмөш кеүек матур балыҡтар уйнап йөрөйҙәр ине.

Ҡыҙ, Заятүләкте бында ҡалдырып, үҙ янына һарайға керетмәгәс, Заятүләк әлеге, төтөндәге ҡарттан өйрәнгән доғаһын уҡыны. Рунда уҡ күлдәр ҡорой, шишмәләр кибә башланы. Ҡоштар, балыҡтар үлергә яҡынлаштылар.

Был эште күргәс тә, пәрейҙәр батшаға барып:

– Эй хөрмәтле шаһыбыҙ! Ҡыҙҙың һарай ишеге төбөндә бер әҙәми зат ултыра. Шул егеттең шомлоғонан булһа кәрәк, күлдәр, йылғалар ҡорой башланылар. Ул әҙәмдең ҡайҙан килгәне, нисек итеп бында килә алғаны билгеһеҙ, – тинеләр.

Батша шунда уҡ ҡыҙына:

– «Эй, ҡыҙым, ул егет, әлбиттә, һин күл өҫтөнә сығып, сәсең тарағанда күреп ҡалған да һинең артыңдан бында килгәндер. Ул һинең яныңа керһен, уның ни эше бар, һораш. Уның һиңә зарары теймәҫ. Рунан һуң, ҡайҙан килгән – шунда китер», – тип хат яҙып биреп ебәрҙе, Һыуһылыу, атаһының хатын алып уҡығас, һарайҙың ишеген асты. Шул сәғәт Заятүләк һарайға инеп асыуынан һыуһылыуҙың сәсенән тотто.

Һыуһылыу:

– Эй, егет, инде мин һинең, һин – минең булдыҡ. Минең сәсемде ебәр, – тине.

Бынан һуң Һыуһылыу атаһына хәбәр ебәрҙе. Атаһы, был хәбәрҙе ишеткәс:

– Был эш оҡшармы икән? Ул тупраҡтан яратылған, беҙ уттан яратылдыҡ. Ул ер өҫтөндә тора, беҙ – күл аҫтында, һыуҙа торабыҙ,– тине.

Вәзирҙәре:

– Эй падишаһ! Инде был ҡыҙҙың яҙмышы әҙәм балаһынандыр, – тигәс, батша ҡыҙын Заятүләккә бирмәксе булды.

Бөтә ҡала халҡы, ҙур туй яһап, Һыуһылыуҙы Заятүләккә бирҙеләр. Былар шулай торған ваҡытта, бер көн Һыуһылыу Заятүләккә:

– Минең сахраға сығып йөрөп ҡайтаһым килә, һеҙ бында

тороғоҙ, мин тиҙ ҡайтырмын, – типсығып китте.

Заятүләк яңғыҙ ҡалғас, һарайҙың бүлмәләрен ҡарай башланы. Йөрөй торгас, бер бүлмәлә булат көҙгө тапты. Көҙгөгә ҡарап, үҙенең һарғайғанын күргәс:

– Аһ! Ата-әсәйемдән, Төркөстан иленән айырылып, бер ҡыҙға ғашиҡ булдым, бер ҡыҙ всоя йөҙөмдө һары ҡылдым!–тине.

Уйнар өсән бер думбыра яһаны. Ҡыҙ ҡайтҡас та, думбыраны күреп:

– Бик матур нәмә яһаған икәнһең, уйнап ҡараһана,–тине. Заятүләк думбыраһын алып, ошо өләңдәрҙе (йыр) әйтте:

Эй думбырам, думбырам,
Уйна, күңел асылһын,
Думбырам минең уйнайҙыр.
Ҡыл ҡумыҙым, һорнайҙыр,
Тыңлай килгән әҙәмдәр
Үҙен-үҙе белмәйҙер!

Бәғзе ваҡыттарҙа Һыуһылыу Заятүләк янынан әллә ҡайҙа китеп, юғалып тора ине. Заятүләк был эшкә ғәжәпһенеп:

– Эй, Һыуһылыу, ҡай саҡта һин әллә ҡайҙа китәһең, ҡайҙа барып йөрөйһөң? – тине.

Һыуһылыу:

– Мин әлеге, һин килеп ултырған ергә сығып, таш өҫтөнә ултырып, сәсемде таранмын, төҙәнеп, биҙәнеп ҡайтамын,– тине.

Заятүләк:

– Минең атым менән сөйә торған ҡошом шундамы?– тине.

Һыуһылыу:

– Улар һаман шунда торалар. Һинең төшкән урыныңа ҡарағандар, күҙҙәрен шул урындан алмайҙар, ябығып бөткәндәр,– тине.

Заятүләк, көрһөнөп:

– Уларҙы бында алып килә алмаҫһыңмы? – тине. Һыуһылыу:

– Мин булғас, улар ниңә кәрәк? Һин: – атымдан да биҙәйем, ҡошомдан да биҙәйем, тинең,–тип шул өләңдәрҙе әйтте:

– Атың тора әбегеп,
Һинең өсөн ябығып;
Ул хеҙмәтте итергә
Хәлем килмәй, бай улы.
Атың һинең йылмая,
Уға килер юл ҡайҙа?
Ул хеҙмәтте итергә
Хәлем килмәй, бай уғлы.

Рунан һуң Заятүләк әлеге ҡарт өйрәткән доғаны уҡығайны, аты менән ҡошо һарай ишеге төбөнә килделәр. Түләк аты менән ҡошон күргәс, ни эшләргә белмәне. Ҡошо талпыныпаты кешнәп тора. Атының ял, ҡойроғон һыпырып, аллаға шөкөр ҡылып, ҡайғыһыҙ ғүмер итә башланы.

Бер ваҡыт Сәсуар хан, Түләк менән ҡыҙы Һыуһылыуҙы үҙенең йортона саҡырып:

– Был йорт һәм илем ен йорто, ен иле. Һеҙ бында тора алмаҫһығыҙ, индә ер йөҙөнә сығығыҙ. Мин һеҙгә инсе итеп күп мал бирермен,– тине. Һыуһылыу менән Түләкте быяла арба менән күтәртеп, Асылыкүл аҫтынан яр ситенә сығарып ташлатты.

Заятүләк күл ситендә ҡайғырып, ҡайҙа барырын белмәй торғанда, аҡ һаҡаллы ҡарт килеп:

– Эй, уғлым! Бер ҙә ҡайғырма! Балҡантауға бар! Хоҙай

Балҡан тауын һинең өсөн яратҡан,– тине.

һыуһылыу, Заятүләккә ҡарап:

– Эй, йәнем, тау башына менеп етмәй тороп, бер ҙә артыңа әйләнеп ҡарама! Әгәр ҙә әйләнеп ҡараһаң, беҙгә эйәреп килә торған мал-тыуарҙы харап итерһең,– тине.

Түләк атына менеп, ҡошон ҡулына ҡундырып, Һыуһылыу әйткәнсә, артына әйләнеп ҡарамай, тауға ҡарап юнәлде.

Хан Һыуһылыуға атһыҙ арбалар әҙерләп, аҫыл заттар тулған һандыҡтар тейәтеп, ҡол ҡыҙҙары менән бергә Түләктең артынан ебәрҙе. Һыуһылыуҙың артынан һыу йылҡылары ҡыуҙырҙы. Ҡол-кәнизәктәр ҡысҡырышып, йылҡылар кешнәшеп, әллә ниндәй тауыштар сығаралар ине. Түләк, Асылыкүлдән Өйҙөрәк башы тигән ергә еткәнсе, артына әйләнеп ҡараманы. Балҡантауға етер саҡта, күңеленә ҡурҡыу төшөп, тауыш сыҡҡан яҡҡа әйләнеп ҡараһа, сысҡан һыртлы ҡола йылҡы менән Асылыкүл һәм Өйҙөрәк араһы тулған, Асылыкүлде һаман сығып бөтмәгәндәр. Береһенең Һыртына икенсеһе башын һалып һаман сығыуҙарын күрҙе. Заятүләк әйләнеп &#

Хан Һыуһылыуға атһыҙ арбалар әҙерләп, аҫыл заттар тулған һандыҡтар тейәтеп, ҡол ҡыҙҙары менән бергә Түләктең артынан ебәрҙе. Һыуһылыуҙың артынан һыу йылҡылары ҡыуҙырҙы. Ҡол-кәнизәктәр ҡысҡырышып, йылҡылар кешнәшеп, әллә ниндәй тауыштар сығаралар ине. Түләк, Асылыкүлдән Өйҙөрәк башы тигән ергә еткәнсе, артына әйләнеп ҡараманы. Балҡантауға етер саҡта, күңеленә ҡурҡыу төшөп, тауыш сыҡҡан яҡҡа әйләнеп ҡараһа, сысҡан һыртлы ҡола йылҡы менән Асылыкүл һәм Өйҙөрәк араһы тулған, Асылыкүлде һаман сығып бөтмәгәндәр. Береһенең Һыртына икенсеһе башын һалып һаман сығыуҙарын күрҙе. Заятүләк әйләнеп ҡарағас та, ҡурҡышып, Асылыкүлгә кире сумдылар. Ҡалғандары бик аҙ ҡалды. Әгәр ҙә Заятүләк артына әйләнеп ҡарамаһа, шул төҫтәге йылҡылар менән ер йөҙө тулыр ине.

Бына был ваҡытҡа саҡлы Сәрмәсән һәм Дим буйы башҡорттары сәсән, үткер малдарҙы Һыуһылыуҙың артынан сыҡҡан һыу йылҡыһы, тиҙәр.

Ҡалған малдары менән Балҡантауға барып ғүмер итә башланылар. Ул ваҡыттарҙа Балҡантауында төрлө януар, йәғни ҡыр кейектәре бар ине. Заятүләк уйынға оҫта булганга күрә, төрлө көйҙәр йырлай, уйнай, бындағы януарҙарҙы күреп, ошо өләңдәрҙе әйтә ине:

Айры ҡойроҡ, йылтан күҙ
Ҡасҡары күп Балҡан тау;
Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шәм ҡолаҡ
Ҡуяны күп Балҡантау;
Майлап һалған ҡайыштай
Йыланы күп Балҡантау;
Алпан-толпан атлаған
Айыуы куп Балҡантау;
Ҡыҙ балалай биҙәнгән
Төлкөһө күп Балҡантау;
Оя яһар ере күп,
Ҡоштары күп Балҡантау.

Бер аҙ ваҡыттар торғас, һыу ҡыҙы Һыуһылыу үҙенең ҡалаһын, ата-әсәһен һағына башлағас, Заятүләк уның күңелен табыр өсөн түбәндәге йырҙарҙы әйтә:

– Уң яғымдан терәргә
Балҡантауым бар минең;
Һул яғымдан терәргә
Һыуһылыуым бар минең;
Бары ла алла ҡөҙрәте,
Шөкөр кәрәк, Һыуһылыу,
Шөкөр кәрәк, Һыуһылыу!
Яйыҡ башы бөйөр тау,
Иҙел башы Ирәмәлтау,
Унан бейек Балҡантау,
Шөкөр кәрәк, Һыуһылыу,
Шөкөр кәрәк, Һыуһылыу!
Тәхет, бәхет яратҡан
Балҡантауым бар минең,
Шөкөр кәрәк, Һыуһылыу,
Шөкөр кәрәк, Һыуһылыу!

Бынан һуң Заятүләк шул тирәгә мәшһүр булды. Ендәр барып батшаға:

– Был көндө кейәүең мәшһүр булған, Балҡантауында шаһлыҡ итә,– тинеләр.

Батша кейәүен ҡунаҡҡа саҡырҙы. Түләкте ендәр килеп алып ҡайттылар. Унда барғас, уға уйын уйнарға ҡуштылар.

Түләк, ен батшаһына ҡарап:

– Уң яғымдан терәргә
Балҡантауым юҡ минең;
Һул яғымдан терәргә
Һыуһылыуым юҡ минең,–тине.

Батша ендәргә әмер ҡылып:

– Барығыҙ, Һыуһылыу менән Балҡантауҙы бында алып килегеҙ! – тине. Ендәр барып Һыуһылыуҙы алып килделәр. Икәнсе рәт барып, Балҡантауҙы таба алмағас, икенсе бер тауҙы Балҡантауға оҡшатып, батша һәм Түләк янына алып килделәр. Заятүләк был тауҙың Балҡантау түгел икенен аңлатып, ошо һүҙҙәрҙе әйтте:

Тауҙы тауға оҡшатып,
Тимер менән ҡоршатьш,
Алып килә ятырҙар,
Минең тауым был түгел,
Һыулап ҡаҡҡан ҡаҙыҡтан,
Һыуҙа йөҙгән балыҡтай
Кейеге күп Балҡантау,
Балҡантауым был түгел,
Балҡантауым был түгел,
Балҡантауҙың бейеге,
Башында уйнар кейеге,
Балҡантауым был түгел,
Балҡантауым был түгел.
Ҡыҙ балалай һөйләшкән
Төлкөһө күп Балҡантау,
Балҡантауым был түгел,
Балҡантауым был түгел.
Шеш аяҡлы, шеш мөгөҙлө
Боланы күп Балҡантау,
Балҡантауым был түгел,
Балҡантауым был түгел.
Алпан-толпан атлаған
Айыуы күп Балҡантау,
Балҡантауым был түгел,
Балҡантауым был түгел.
Тауҙы тауға оҡшатып,
Тимер менән ҡоршатып,
Алып бында килһәләр ҙә,
Балҡантауым был түгел!

–тип әйтте лә уйын уйнаманы.

Падишаһ, быны күргәс, Заятүләк менән Һыуһылыуҙы ер өҫтөнә сығартты. Улар кире шул Балҡантауы өҫтөнә барып, күп йылдар ғүмер иттеләр. Иң ахырында шул тауҙа вафат булдылар.

Заятүләк менән Һыуһылыуҙың ҡәберҙәре шунда. Заятүләк үҙ иле Төркөстандан киткәс, кире унда урап ҡайта алманы. Һыуһылыуға ғашиҡ булыу сәбәбенән, Асылы тирәһендә Балҡантауында йөрөп ғүмерен үткәрҙе. Иң ахырында, Балҡантауы өҫтөндә вафат булып, шунда күмелде.