Фото: pixabay.com
Ҡаланан ситтә йәшәгәс, юлға арыу ғына ваҡыт китә. Шуға ла берәйһе һүҙ ҡушып әңгәмә ялғанһа, аптырайһы түгел. Ҡаршымда ултырған мөләйем генә апай миңә ҡарап һүҙ башланы. Һиҙеп торам, күңеле тулған, шуға иғтибарлап тыңлайым.
"Минең ҡыҙым да һинең йәштәрҙә, - тип башланы һүҙен апай. - Уны яңғыҙым үҫтерҙем, тормошомдо уға бағышланым. Тыңлаусан, аҡыллы булды, һүҙемдән сыҡманы. Мин