Республикалағы билдәле эшҡыуар, “Пышка” селтәре хужаһы Рәсимә Мусина социаль селтәрҙә үҙенең вазифаһынан китеүе хаҡында белдерҙе. Хушлашыу телмәрендә үҙе менән бергә 21 йыл барған коллективын ҡалдырыуын билдәләй.
Эшҡыуар ҡатын вазифаһын ҡалдырыуын “үҙем менән генә ҡалыу, йырланмаған йырҙарым һәм уҡылмаған китаптарым менән” тип аңлата. Шул уҡ ваҡытта ул ҡайһы бер предприятиеларҙы контролдә тотоу хоҡуғын ҡалдыра.
“Ошо йылдарҙа беҙ аңлы рәүештә сифатлы аҙыҡ-түлеккә килдек, һәм бөгөн миңә кешеләрҙең күҙенә ҡарау оят түгел. Бөтә нәмә лә аҡса менән үлсәнмәй, эйе, улар һәр кемгә кәрәк. Әммә таҙа намыҫ һәм яҡты ҡараш кәрәк, иртәме йәки һуңмы бөтәһе өсөн дә яуап бирергә тура киләсәк. Иң мөһиме – эшеңде яратып башҡарыу. Яңы хужалар, инвесторҙар ошо йүнәлеш буйынса китер тип өмөт итәм”, – тип белдерҙе Рәсимә Мусина.
Автор: Рәмилә Мусина
Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте, Одноклассники, Facebook.