Перевод-Дамир Шарафутдинов
на русском языке здесь
Тәҙрәнән аҙашып килеп ингән бал ҡорто иртәнге тынлыҡты боҙҙо. Христинка кинәнеп кирелде, ҡарашы йышылмай һалынған түбә таҡталарын байҡап үтеп, зәңгәр сәскәле ҡорғанда туҡтаны. Бүрәнә стенала ҡояш нурҙары уйнай. Тышта сусҡа мырҡылдағаны ишетелә. “Был туймаҫ тамаҡ тағы ашарға һорай”, – тип кәйефһеҙләнде Христинка. – Таня менән Еляға рәхәт, улар һәр эште бергә эшләйҙәр. Ә миңә гел бер үҙемә”.
Мария һигеҙ йәшлек ҡыҙын өйҙә хужабикә итеп ҡалдырып эшкә киткәйне.
– Мырҡылдаҡҡа үлән йолҡоп бир. Иҙәнде йыу, һыуға бар. Ҡаҙанды йылғаға алып барып, ҡом менән ышҡып йыу. Ҡулға алырлыҡ түгел юҡһа. Ашарға мейестә ултыра.
Ҡушылған эштәрҙең ҡайһыһына тотонорға белмәй, Христинка ихата буйлап тегеләй-былай йөрөнө. Ваҡыт үтмәй ҙә үтмәй. Ул әленән-әле ҡапҡанан сығып ҡарай: әхирәттәре күренмәйме унда? Еля менән Таня баҡсала булыша, уларҙың эше һәр ваҡыт бөткөһөҙ. Ә Феня менән Маня Христинканың өйөн гел урап үтә. Әсәһенән ҡурҡалар. Христинка теләр-теләмәҫ кенә көрәк алды, тутыҡ биҙрәне доңғорлатып һөйрәп, баҡсаға йүнәлде.
Әсәһе уға һәр картуфты ентекләп, ҡул менән ҡаҙып алырға ҡуша. Тамыры ҡырҡылмаһын. Ул бур һымаҡ тирә-яғына ялт-йолт ҡарана-ҡарана, картуфтарҙың эрерәктәрен һайлап алды, ә ваҡтарын кире күмеп, һабаҡтарын да ултыртып ҡуйҙы. Үҙенең сослоғона ҡыуанып, ярты биҙрә картуф йыйып алғас, ситән артынан күҙәткән ҡараҡас Феня менән аҡһыл сәсле Маняны күреп ҡалды.
– Әй, сығығыҙ унан, әсәйем күптән китте!
– Саҡ килеп сыҡты, принцесса! – тип үсекләне уны Маня. “Принцесса” тигәндәре уңып бөткән киндер күлдәктә яланаяҡ йөрөһә лә, әхирәттәре уны иң бәхетлеһе һанап, көнләшә инеләр. Бер ҡасан да бойоҡмаған ҡыҙыҡай ғаиләлә яңғыҙы, ә улар, күмәк булғас, һәр ваҡыт ярым астар. Ә Христина ҡайғы белмәй. Ризыҡты улар әсәһе менән икәүһе генә бүлешәләр, ағаһы Федор һуғышта йөрөй. Өс умартаһы Марияға ауыр саҡтарҙа ярҙам итә. Колхозда эшләп йөрөгәс, ул умарталарҙы ҡарап өлгөрмәй, ҡай саҡ ҡорттар күс айырып осоп та китә. Ләкин бал етеп тора, артып та ҡала.
Христинка “свита”һын күҙҙән үткәрҙе, йәшкелт күҙҙәрендә осҡондар ҡабынды.
– Тиҙерәк ослаһаҡ, тауға барырбыҙ, уйнап өлгөрөрбөҙ.
– Йүгерҙек улай булғас, нишләп торабыҙ! – бәләкәсерәк Маня башҡаларҙы ашыҡтырҙы. Ҡыҙыҡайҙар һыу буйына төшөп, сусҡаға үлән йолҡтолар, ике көйәнтә менән һыу ташынылар.
– Әсәйем картуфтың аҫтынан ғына һайлап алырға ҡушҡайны, – тип маҡтанды ул әхирәттәренә. – Ә мин тотош ҡаҙҙым да, һабағын кире күмдем. Әсәйем күрһә, Прасковья әбей беҙҙең картуфты урлаған тип уйлар.
– Ул ҡарсыҡ мәңге беҙгә ыҫылдап йөрөй, – тип йөпләне Феня. – Ул төндәрен убырға әйләнә лә, сусҡаға атланып йөрөй, тиҙәр.
– Мәскәйгә? – тип ҡобараһы осто Христинканың. – Ә минең өләсәйем һөйләгәйне…
– Йә, йә, – тип уға төбәлделәр ҡыҙҙар.
– Бик-бик борон, минең өләсәйем дә бәләкәй заманда, беҙҙең ауылда оло-о афәт була. – Христинка, ҡыҙҙарҙы ҡурҡытырға тырышып, тауышын үҙгәртте, сырайын йәмшәйтте. – Һыйырҙар, һарыҡтар ҡырыла. Бер ихатала ҙу-ур ҡап-ҡара эт килеп сыға ла хужаларҙың эте янына килеп ята…
Маняның күҙҙәре таҫырайҙы, ул һөйләүсегә яҡыныраҡ йылышты.
– Хужа быны яҡшы билдә тип уйлаған. Бәлки уның малына афәт ҡағылмаҫ… Ул килгән этте үҙенеке менән бергә ашатҡан. Бер тапҡыр уларға майлы күмәс ташлаған. Теге маьмай ике киҫәкте лә йотҡан да ҡуйған. Быны күреп, хужа үҙенең этенә тибеп ебәргән:
– Эшкинмәгән! Үҙеңдең өлөшөңдө лә ала белмәйһең!
Ә иртәгәһенә хужаның бөтә малы ҡырылып бөткән. Теге килмешәк эт иһә юҡҡа сыҡҡан.
– Ә ниңә юғалған һуң ул? – Феня аңламаған ҡарашын Христинағ төбәне. – Уны һәйбәт ашатҡандар бит?
– Сөнки ул эт афәттең үҙе булған! Мин һеҙгә хәҙер бал килтерәәм! – Ҡыҙыҡай әкиәтен нисек бөтөрөргә белмәгәндә, юлын тапты.
– Миңә йәл түгел, – тип һөйләнде ҡыҙыҡай, алюмин көрөшкәне килтереп ҡуйып. – Соланда ҙур күнәк тора. Әсәйем кисә генә ҡыуҙы.
– Үҫкәс, тик бал ғына ашайым, – тип хыялға бирелде Феня.
– Донъяла балдан да тәмле нәмә юҡ, – тип ҡалағын яланы бәхетле йылмайған Маня. – Рәхәт һиңә, Христина, балды туйғансы ашай алаһың!
– Ул тиклем оҡшамай миңә бал, – тине Христина. – Перәниктәр тәмлерәк.
– Гел тик шуларҙы ашар инем! – тип ахылданы һаман Феня.
– Христинка, әсәйең килә! – Маня күҙҙәрен таҫырайтты, ауыҙынан ҡалағы төшөп китте. – Мин ҡайтам, – ул баҡса арттары буйлап сығып ҡасты. Феня ҡулына ҡалаҡ тотҡан килеш ҡатып ҡалды. Сос һеңлеһе артынан һыпыртырғамы, әллә урамға сығырғамы икәнен самалап та өлгөрмәне ул. Христина бал көрөшкәһен ҡуйыр өсөн өйгә табан сигенде, ләкин өлгөрмәне.
– Әһә, бына ни менән булышалар бында! – тип ярһыны әсәһе. – Хә-әҙер!
Ул арала шайтан ҡыҙ, көрөшкәһенән ҡотолоп, урамға сығып йүгерҙе. Ул ауыҙын асып торған Феня янынан, ситән йүнәткән Степан бабай эргәһенән елеп үтте, урамда уйнап йөрөгән малайҙарҙы туҙҙырҙы. Хәүефһеҙ урынға еткәнен тойғас, туҡтап әйләнеп ҡараны. Ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙе: уның уҫал әсәһе, оҙон итәге менән эләгеп, урамда йығылып ята. Юбкаһы йәйелеп, аҡ ыштаны күренә. Туҙанда ҡойоноп алғас, ул һикереп торҙо ла, ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡыҙы артынан йүгерҙе. “Ныҡ эләгәсәк!” – тип шомланып уйланы ҡыҙыҡай һәм тағы ла шәберәк йылға буйына сапты.
Алдында балсыҡ ала торған тәрән соҡор пәйҙә булды. Ҡасҡын тау аҫтына мәтәлләне. Ҡапыл ҡыуаҡ араһынан ҙур ҡара эт килеп сыҡты. Ул өрөп ҡыҙға яҡынланы, тештәре ҡурҡыныс ыржайған. Христина, ҡурҡышынан тыны ҡыҫылып, балсыҡ ярға һөйәлде. Өргән тауышты ишетеп, әсәһе килеп тапмаһын! Тапһа кәрәкте бирәсәк. “Ул мине бөтөнләй яратмай! – тип әсенеп уйланды ҡыҙыҡай. – Бынау януар мине ашаһын да ҡуйһын ине! Йә яр ишелеп төшөп күмһен мине. Үлһәм, әсәйем бер илар ине!..”
Эт уға иғтибар итмәй китеп барҙы. Христинка шым ғына сыҡты ла, йылға буйлап ҡайтырға сыҡты. Ауылда сихырсы тигән даны сыҡҡан Мухомор бабайҙың мунсаһына етте, шунда теге эт тағы күренде. Ҡыҙыҡай эргәлә үҫкән муйылға үрмәләне. Эт китмәне. Башта әллә ниндәй ҡурҡыныс уйҙар өйрөлә. Ботаҡта йәтешләберәк ултырып алып, Христина бик оҙаҡ көттө. Хатта ойоп та киткеләне. Эңер төшә башланы. Йылғанан һыуыҡ һауа өрә. Ҡараңғыланған ҡыуаҡтарҙан аңлайышһыҙ ҡыштырҙауҙар ишетелә. Ваҡыт төшөнсәһе юғалды. Әсәһенән ҡасҡандан бирле мәңгелек үткән һымаҡ. Һалҡындан ҡалтыранып, ул ағастан төштө лә өйөнә табан китте. Баҡса артынан, аяҡтарын кесерткәнгә саҡтыра-саҡтыра шым ғына килеп, ҡолаҡ һалды. Унда Степан бабай киленен әрләй:
– Кит, ояты ни тора! Бер сынаяҡ бал өсөн балаңды ауыл буйлап баҫтырып…
– Ҡайҙа юғалды икән ул, хоҙайым! Бөтә ауылды йөрөп сыҡтым. Йылғаға ла барҙым, урманға ла. Бер ерҙә күренмәй! – Мария һыңҡылдап ҡуйҙы. – Ҡыҙған ваҡытҡа эләкте шул. Бригадир менән талашып ҡына бөткәйнем. Ҡойошҡанға ҡыҫылған тиҙәк һымаҡ булды. И-и, бахырғынам!.. – тип күтәрмәлә ултырған әсәһе иламһырай башланы.
– Мин бында, әсәй, – ҡыҙыҡай һаҡ ҡына сығып, уның ҡуйынына һырыҡты.
Читать другие произведения:
как жених невесту перед свадьбой проверял
Ведьма
Про свадьбу, похороны и покойницу
Шурка