“Аяғымдың табанынан сыҙай алмайым – өҙөлөп яна. Әгәр көндөҙ мәшәҡәттәр күберәк булып, артығыраҡ йөрөп ташлаһам, бигерәк ҡыйын, йоҡо тураһында уйлап та булмай, төн буйы ыҙалап сығам. Нимә эшләп ҡарарға икән?”
Ошондай зарҙы төрлө йәштәге кешеләрҙән ишетергә мөмкин. Ысынлап та, аяҡ табаны яныу – йыш күренеш, кемдер уны түҙеп үткәрә, кемдер дауалау юлдарын эҙләй. Беҙҙең гәзит уҡыусыбыҙ Әлфиә Сабирйәнова иһә түбәндәге кәңәште яҙып ебәргән. Ҡолаҡ һалығыҙ, бәлки, файҙаһы тейер.
“Бер нисә йыл инде поликлиника ишеген асып ингәнем юҡ, һаулығымды төрлө халыҡ ысулдары менән һаҡларға, сәләмәт тормош рәүеше алып барыға тырышам. Аяҡ табандары янып йонсоған кешеләргә лә кәңәшем бар. Был – бик ябай һәм һөҙөмтәле рецепт. Һәр хәлдә, миңә ныҡ ярҙам итте.
Шулай итеп, сей йомортҡа алып, уны йә фарфор, йә быяла һауытта күбекләнгәнсе туҡығыҙ. Уға бер аш ҡалағы көнбағыш майы, шул уҡ миҡдарҙа 70 процентлы уксус өҫтәгеҙ. Яҡшылап болғатығыҙ. Һарғылт төҫтәге май килеп сығасаҡ. Уны һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
Ошо майҙы төнгөлөккә аяҡ табандарына һөртөгөҙ. Әгәр ҙә бер ни тиклем ваҡыттан яныу, әсетеү тойолһа, тағы ла өҫтәгеҙ. Дауалауҙы дүрт-биш көн, аяҡта яныу бөткәнгә тиклем дауам итергә кәрәк.
Ошондай курс үткәндән һуң аяҡ табаным биш йылдан һуң ғына тағы яна башланы. Әлеге майҙы эшләп ҡулланғас, шөкөр, тағы бөттө.
Һалҡын тейгәндә имбир сәйе эсәм, дарыуҙар ҡулланмаҫҡа тырышам. Ғөмүмән, һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ, сәләмәтлек теләйем!” - тип яҙҙы беҙгә уҡыусыбыҙ.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева