Килешәһегеҙҙер, был күренеш йыш ҡына осрай: бер аҙ күкрәк тәңгәле ауыртып тора, уҡшыта, эстә нимәлер яна төҫлө. Сәбәбе – ашҡаҙанда һелте кимәле (кислота) артыу. Был хәл артыҡ ашағандан һуң, ауырлы ҡатындарҙа, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары киҫкенләшкәндә, алкоголле эсемлектәр ҡулланғанда һәм башҡа осраҡтарҙа була.
Әммә һәр кухняла эстәге “ялҡын” менән көрәшә торған саралар бар.