Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һаулыҡ, матурлыҡ серҙәре

Фото: pritikinfoods.com
Фото: pritikinfoods.com

Булған һаулыҡтан яҙмау, матур, ҡараулы булыу, ҡартлыҡты бер аҙға булһа ла сигендереп тороу - кемде генә борсомай икән был һорауҙар? Ә шул уҡ ваҡытта күптәрҙең ваҡыт, унан да бигерәк аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, бының өсөн ниндәйҙер ҡатмарлы тырышлыҡ һалғыһы, талғын ғына аҡҡан тормошон үҙгәрткеһе килмәүе лә бар. Әгәр шундайҙар бар икән, түбәндәге күнегеүҙәр - тап уларға.

Был күнекмәләрҙе башҡарыу өсөн әллә ни ҙур көс тә, матди сығым да, күп ваҡыт та кәрәкмәй. Улар көндәлек ғәҙәтегеҙгә инһә, хәл-торошоғоҙҙоң күпкә яҡшырғанын, күңелегеҙҙең үҫеп киткәнен тойорһоғоҙ.

Һалҡын һыу менән ҡойоноу - ҡан әйләнешен яҡшыртыу өсөн бик яҡшы сара. Был - электән билдәле хәҡиҡәт. Йәнә һалҡын һыу күҙәнәктәрҙе тарайта, иммунитетты күтәрә, физик күнегеүҙәрҙән һуң арыуҙы һыпырып алып ташлай. Тик һыуыҡҡа яйлап өйрәнергә, тәүҙә контраст душ алырға кәрәк.

Ҡыҫҡа ваҡытлы асығыу көндәре ойоштороу ҙа организмды токсиндарҙан таҙартырға булышлыҡ итә, ябыҡтыра, хатта ҡартайыуҙы аҡрынайта. Әгәр бер тәүлек буйы ас тороу ауыр икән, тәүҙә 16:8 ысулын ҡулланып ҡарағыҙ - был киске етегә тиклем ашаһағыҙ, иртәгәһенә көндөҙгө 11-ҙә генә ауыҙ асырға кәрәк тигәнде аңлата. Шулай уҡ аш өҫтәленән туймаҫ борон төшөп китеүҙе ғәҙәтегеҙгә һеңдерегеҙ.

Туҡланған саҡта башҡа нәмәгә әүрәмәҫкә, һөйләшмәҫкә, телевизор-телефондарҙы һүндереп, ашыҡмай ғына сәйнәп ашарға кәрәк, ти диетологтар. Киреһенсә булғанда, туйғанығыҙҙы, аҙыҡтың тәмен-еҫен белмәй ҡалыуығыҙ, онотолоп, күп итеп ашап ташлауығыҙ ҙа бар.

Эс менән тәрән итеп тын алыу. Көнөнә 5-10 минут тәрән итеп эс менән тын алырға ғәҙәтләнеү (быны иҙәнгә ятып эшләү уңайлыраҡ) шулай уҡ оҙон ғүмерлелектең бер сере - был күнекмә ҡан баҫымын тигеҙләй, иғтибарҙы, йоҡоно яҡшырта.

Теште кокос майы менән таҙартыу. Йомшартыу һәм туҡландырыу үҙенсәлегенән тыш, кокос майы теш таҙартҡыс ролен дә үтәй ала. Уны үҙен генә лә, аш содаһы ҡушып та ҡулланып була. Кокос майы бактерияға ҡаршы сара булараҡ билдәле, тағы бер ыңғай яғы - составында химик матдәләр, зыянлы өҫтәмәләр юҡ кимәлдә.

Ҡара шоколад ашау файҙалы. Күп түгел, әлбиттә: көнөнә 45 грамм. Ул йөрәккә, мейегә, ғөмүмән, һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай. Тик шоколадты 70 процент какаоһы булғанын һайлайбыҙ, сөнки нәҡ какао файҙалы матдәләргә бай ҙа инде.

Көнө буйы ултырып йә булмаһа, киреһенсә, баҫып ҡына эшләгән кешеләргә кәүҙә торошон әленән-әле үҙгәртеп тороу фарыз. Быны 20 минут һайын ҡабатларға. Эш урынында төрлө күнекмә эшләү уңайһыҙ булһа, бер килке кирелеп-һуҙылып алыу ҙа етә.

Күҙҙәрҙе алыҫҡа төбәп тороу. Гел генә яҡын араға ҡарағанлыҡтан, күҙҙең цилиар мускулы ҡыҫҡара, шунлыҡтан ул тала һәм баш ауырта башлай. Алыҫҡа ҡарап торғандан һуң цилиар мускул ял итә, йәғни йомшара. Быны ла һәр 20 минут һайын ҡабатлап торғанда, күҙҙәрегеҙ оҙаҡ борсоуға һалмаҫ тип ышанғы килә.

"Технологияларһыҙ" ҡағиҙәһе. Көндөң ҡайһылыр мәлендә бер нисә сәғәткә бөтә электрон ҡоролмаларҙы ситкә ҡуйып, уны икенсе төрлө ғәмәл менән алмаштырығыҙ: китап уҡыу, бешеренеү, паркта йөрөү, ниндәйҙер уйын уйнаү, ҡул эштәре менән булыу һ.б. Һөҙөмтәһе - күңел күтәренкелеген күреп, үҙегеҙ ҙә хайран ҡалырһығыҙ.

Диңгеҙ тоҙо менән тәнде ышҡыу. Диңгеҙ тоҙонда беҙҙең организмдағы кеүек минералдар һәм туҡлыҡлы матдәләр бар. Ул - организмды аяҡҡа баҫтырыу, һаҡлау өсөн тәбиғи файҙалы матдә.

Яңы һөнәргә өйрәнеү. Олоғайған һайын күҙәнәктәрҙе физик ҡына түгел, рухи яҡтан да туҡландырып тороу уларҙы көслөрәк итеүҙең бер ысулы. Яңы тел өйрәнеүме, программалауҙы үҙләштереүме - хәҙер уның тураһында интернетта туп-тулы - мейене һәр ваҡыт эшләтеү яйын күрергә кәрәк.

Саф һауаға мөмкинлек булған һайын сығырға тырышығыҙ. Табиптар кәңәшенсә, 52 минут һөҙөмтәле эштән һуң, 17 минут ял мотлаҡ булырға тейеш. Ошо мәлде йәйәүләп тышта йөрөп килеүгә файҙаланһағыҙ, икеләтә яҡшы, шунан инде яңы көс менән эшкә тотонорһоғоҙ.

Бейек үксәле аяҡ кейемен сисеп ташлағыҙ. Бейек үксә, һис һүҙһеҙ, ҡатын-ҡыҙҙы матур, ылыҡтырғыс күрһәтә, шулай ҙа көн һайын көноҙоно бындай аяҡ кейеме һаулыҡ өсөн етди зыян килтереүе бар. Шуның өсөн аяҡ кейеме тигеҙ табанлы, уңайлы булырға тейеш.

Артығын ашамаҫҡа! Күп ашауҙан кеше һимерә, аҙыҡ эшкәртеү системаһы боҙола. Өҫтәл артынан торғанда үҙегеҙҙе еңел тойғоғоҙ килһә, тәрилкәләге аҙыҡты бөткәнсе түгел, бер өлөшөн генә ашап өйрәнегеҙ һәм "Мин туҡ!" тип әйтеүҙе ғәҙәтегеҙгә һеңдерегеҙ.

Ферментланған аҙыҡ-түлек ашау йәки эсеү. Хәҙерге заманда организмға пробиотиктарҙың тәбиғи сығанағы етешмәй. Пробиотик - ул аш һеңдереүҙе яйға һалған тере файҙалы бактериялар. Ферментланған аҙыҡтарға тәбиғи йогурттар, тоҙланған кәбеҫтә, соя соусы һәм башҡа тоҙло ризыҡтар инә.

Ун минутлыҡ интенсив күнекмә. Талсыҡҡан тәнде төрлө хәрәкәттәр ярҙамында яҙыу мөһим. Көнө буйы компьютер йәки руль артында ултырыусыларҙың көсөргәнешлектән тәндәре һыҙлай, баштары ауырта башлай. Шул ваҡытта үҙ-үҙегеҙгә массаж яһағыҙ. Ҡан әйләнеше яҡшырһа, ҡыҫылған мускулдар яҙылып, тән турайып китер.

Лимонлы һыу. Ярты лимон һуты менән ҡушылған һыу организмды иң шәп уятыусы сара булараҡ билдәле. Лимон витаминдарға, антиоксиданттарға, туҡлыҡлы матдәләргә бик бай булғанлыҡтан, көс бирә, иммун системаһын яҡшырта, тән тиреһен сафландыра, аш һеңдереүгә булышлыҡ итә.Теш эмаленә зыян килтермәһен өсөн уны һыуға ҡушып эсергә кәрәк.