Найти тему
Уралым Медиа

Күрәһеңме ана яңы таңдар ата

Күрәһеңме ана яңы таңдар ата,
Яңы көн яңы ғүмер алда,
Ә һин ҡайғыраһың һаман да,
Үҙең үҙеңде ҡайғыртып,
Яңғыҙ йәнеңде илатҡан булаһың да.

Тик кем күрә һинең тамған күҙ йәшеңде,
Кем һинең хәлеңде аңлар икән,
Әсәй генә һине тынысландрыр,
Ҡосағына алып үҙенең.

Һиңә ҡыйын булғанда ул ғына һинең яныңда,
Йәшәргә кәрәк ти ул нимә булһа ла,
Ғүмерең һинең дауам итә ти,
Йәнеңде һин ҡайғыртып илама ти.

Йәнеңде тынысландыр иркен тыныс ҡына тын алда,
Яҡшылыҡ тураһында уйла насар уйҙарыңды юйып Ырғыт ти ул башыңдан.

Рәхмәт Әсәй әлдә һин бар ошо яҡты донъяла, һинән кәрәгрәк кеше юҡ яҡты Донъяла Баш эйәм мин һинең алдыңда.

Эх, яңғыҙлыҡта йәшәү ауыр икән,
Борсолоулы тибә йөрәк тибә,
Тын алыу ҡыйын булып китә сәвсим,
Күҙҙән күҙ йәштәре тамғанда,
Илағанда ҡыйын иркен тын алып булмай,
Күҙ йәштәре тама ла күҙҙән,
Ярҫыйым мин илауҙан туҡтап булмай.

Иркен тын алыр инем иламаһам,
Тик йән илаттыра мин илайым ҡайғынан,
Яңғыҙлыҡ мине тик уратып алған,
Бәхет менән бәйләнешмәгән минең ғүмер.

Һин улым улай тимә барыһы ла булыр,
Таммай күҙҙән бәхет күҙ йәшәре,
Тама ҡайғырыу күҙ йәштәре,
Һин үҙең үҙеңде ҡайғыртаһың ти Әсәй.

Шуңа ҡайғы күҙ йәштәре тама ти
Булыр бәхет, шатлыҡ, китер ҡайғы,
Күңелле йәшә балам һин әле йәш ҡайғырма ле!
Эх, Әсәй,Үтеп китте ярты ғүмер елдәй елеп,
Күп нимәләр эшләнмәне күп нимәләр ҡалды эшләнмәйсә.

Йәшәп өлгөрөп булмай үҙем өсөн дә,
Үтер китер йәш ғүмер ут ғүмере быҫҡып һүнер,
Ут ғүмерен яндырып маташма,
үтте инде йәш ғүмер хәҙер ут ғүмере ҡыҙыу итеп янмаҫ та.

Утты яндырырға етмәҫ хәлем,
Минең ғүмер уты минең менән бергә быҫҡып һүнер,
Тороп ҡалыр ер өҫтөндә эҙ исем,
Тик уныһы ла юйылыр онотолор.

Ильмир Кужамгулов

#творчество