Үтҡән һанда беҙ нисек итеп интернетта ябай ысулдар менән аҡса эшләргә өйрәндегеҙ. Хәҙер иһә ҡатмарлыраҡ, ләкин килемлерәк ысулдар менән таныштырмаҡсыбыҙ. Комментарийҙар. Комментраийҙар ҙа кәсеп килтерә. Эш артыҡ ауыр түгел. Эш биреүсе ғәҙәттә өс төрлө комментарий талап итә: ыңғай, насар һәм нейтраль. Бер коммент өсөн 2 һумдан 10 һумғаса аҡса түләүҙәре ихтимал. 2-4 юл йәки 150-300 знактар (пробел һаналмай). Үткән һанда атап үткән Seosprint, Seo-fast, Profitcentr, Wmmail ресурстарҙан тыш Qcomment һәм Advego махсус биржаларында аҡса эшләү тәғдимдәре күберәк. Нимә һеҙҙән талап итәсәктәр? Үҙегеҙ уйлап тапҡан фәһемле фекер. ШӘП йәки ҺӘЙБӘТ тигән комментарийҙар һаналмайасаҡ. Шулай уҡ икенсе урындан алған текст та бармай, сөнки уникальность онлайн сервис text.ru аша тиҙ генә тикшерелә. Шуға ла уйлап эшләгеҙ! Тәжрибәгеҙ менән бүлешһәгеҙ, нимә эшләгәнегәҙ, ниндәй ҡилем алғанығыҙ тураһында яҙһағыҙ шәп булыр ине. Шулай уҡ мәҡәлә буйынса кәрәкле һорау йәки кәңәш бирһәге