Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Мин һине яратам" ти ҙә үлтерә...

Фото "Бәйләнештә" сайтынан.
Фото "Бәйләнештә" сайтынан.

Шаҡ ҡатырғыс хәл һаман тынғы бирмәй. Бөтә интернет, халыҡ үҙ балаһын үлтергән ҡатынды әрләй, ҡарғай. 

Республиканың Тәфтиш комитеты хәлдең нисек булғанын асыҡлау өсөн тәфтиш эксперименты үткәргән. Был видео менән шулай уҡ интернет тулды. Уны бер нисек тә битараф ҡарап булмай. Йән өшөй, күңел әрней...

Юлиәгә ҡурсаҡ бала тотторалар һәм улын нисек үлтергәнен күрһәтергә ҡушалар. Ҡатындың ҡулдары ныҡ ҡалтырай, илай. Ул юрғанға төрөлгән баланы быуа һәм тышҡа күмгән еренә алып сыға. Үҙе бер туҡтауһыҙ "Барыһы ла яҡшы буласаҡ, мин һине яратам" тип әйттем улыма тип ҡабатлай. Малайҙы ул бау менән быуған икән. 

Юлиә бындай аҙымын балам ас булмаһын өсөн эшләнем тип аңлата. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәр буйынса, ул был ваҡиғаларҙан саҡ ҡына алдараҡ Тимурҙы приютҡа тапшырырға маташҡан. Тик уны, имеш, алмағандар. Әллә инде, кемгә ышанырға.

Тормош ауыр, бер кем дә бәхәсләшмәй. Аҡса етмәгән саҡтар ҙа күп, төшөнкөлөккә лә бирелеп китәһең. Тик йөрәгең аҫтында йөрөтөп тапҡан бәләкәй генә балаңды үҙ ҡулың менән быуып үлтереү өсөн ниндәй киҫкен сәбәп кәрәк һуң ул? Был заманда әле бер кемдең дә астан үлгәне тураһында ишеткән юҡ. Йәш ҡатын ауылда ниндәй ҙә булһа юлын таба алыр ине бит. 

Ҡайһы берәүҙәр ҡатын бала тапҡандан һуңғы депрессия менән сирләгәндер тип, уның был ҡылығын аҡлап ҡарай. Юҡ шул, Юлиә, бер ни ҙә һине аҡлай алмай.

Әйткәндәй, уға 20 йылға тиклем төрмә янай.

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА