Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бер ҡулда – руль, икенсеһендә – сабый...

Тәҙрә шар асыҡ, ел сәстәрҙе туҙғыта, тышты күреү мөмкинлеге насар... Ун айлыҡ балаһын ҡулда тотоп “Мерседес”та елдергән ҡатындың ҡыланышын социаль селтәрҙә ныҡ тәнҡитләйҙәр. Тиҙлеге ниндәй – сәғәтенә 140 километр!

Кемдер уны водителлек танытмаһынан, икенселәр әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итергә саҡыра.

Автомобилдә тағы ла дүрт йәшлек бала булыуы билдәле. Светлананың ире уны аҡламай, әммә бындай хәлдә үҙен нисек тоторға белмәй, тиҙәр. 

Халыҡ опека органдарының ваҡиғаны контролгә алыуын һорай. Был ниндәйҙер тайпылыш, әсәлек инстинкты ла, ҡурҡыу ҙа, намыҫ та, аҡыл да юҡ, тип әсенә мәскәүҙәр.

ЮХДДИ хеҙмәткәрҙәре был эш менән ҡыҙыҡһына башлаған.

Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА