Найти тему
Башҡортостан гәзите

Улар ни өсөн өйөндә аяҡ кейемен сисмәй?

Америка фильмдарына иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: геройҙар өйөндә аяҡ кейемен бөтөнләй тиерлек сисмәй, хатта карауаттарына менеп ята. Ә беҙҙә? Ҡайҙа инде йоҡлаған урынға менеү – тупһанан аша ла үтмәйбеҙ. 

Бының сәбәбе нимәлә икәнлеге тураһында уйланғанығыҙ бармы? Эйе, мәҙәниәттәр, менталитет төрлө. Әйткәндәй, американдар ғына түгел, ҡайһы бер Европа илдәре, Австралия, Яңы Зеландия кешеләре лә шулай итә бит. 

Ә сәбәбе бик тә ябай икән. Баҡтиһәң, Америкала юлдар бик таҙа, уны аҙнаһына ике тапҡыр махсус шампунь менән дә йыуалар. Бынан тыш, күпселек ваҡытта улар тик машинала йөрөй. Бер һүҙ менән әйткәндә, аяҡ кейеме бысранмай.

Ошо урында ауылда ямғырҙан һуң мал ҡарап, аяҡ кейеме менән өйгә инеп китеүҙе күҙ алдына килтерһәң, эй ҡыҙыҡ булып китә…

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА