Кисә баш ҡаланың Киров районы судында төркөм менән көсләүҙә ғәйепләнгән элекке өс полиция хеҙмәткәренең енәйәт эше буйынса сираттағы ултырыш булған.
Гүзәл Г. тәүге тапҡыр ғәйепләнеүселәрҙең адвокаттары менән һөйләшкән. Ул элекке начальниктарҙың уны күпме ваҡыт көсләүен һөйләгән, һәр һорауға аныҡ һәм ҡоро итеп яуап биргән. Шулай ҙа адвокаттарҙы был яуаптар ҡәнәғәтләндермәгән, улар “аныҡлыҡ” юҡ тип бара. Әйтеүҙәренсә, шуның өсөн һаман енәйәттең ваҡытын теүәл билдәләп булмай.
Бынан алда шуныһы ла билдәле булғайны: әгәр өс ирҙе ғәйепле тип тапһалар, Г. уларҙан 100 миллион һум компенсация талап итәсәк.
Мәғлүм булыуынса, өс ир, ошо ваҡиғаға тиклем юғары вазифалар биләгән полиция хеҙмәткәрҙәре Эдуард Матвеев, Салауат Ғәлиев, Павел Яромчук, былтыр 29-нан 30 октябргә ҡараған төндә 23 йәшлек коллегаларын көсләүҙә ғәйепләнә. Тикшереүҙәрҙән һуң, уларҙы эске эштәр органдарынан ҡыуғайнылар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, тәүтикшереүсе ҡыҙ ҙа эштән ҡыуылды.