Эй яратмайым шул бәрәңге баҡсаһында соҡонорға! Ултырт, ута, ҡаҙып ал, етмәһә, колорадо ҡуңыҙынан тынғы юҡ...
Ә бына Германия кешеһенә бәрәңге баҡсаһында ҡаҙыныу аҡса килтерә! Ир балаларына күстәнәскә тип бәрәңге ҡаҙып бирмәксе була. Бер заман көрәге, ҡаты нәмәгә бәрелеп, зыңҡ итеп ҡала. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, өс кило алтын килеп сыға! Ир табышын йәшереп тормай, тейешле органдарға хәбәр итә.
Тағы алтын ятмаймы икән тип был урынды тимер эҙләгес менән тикшерәләр, ти. Ә ирҙе табышы өсөн һәйбәт кенә аҡсалата бүләк көтә икән.
Минең бәрәңге баҡсамда ла килолап алтын ятһа, сыҡмай ҡаҙыр инем дә бит...
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА