Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ах, был Аида...

Фото: mediabrest.by
Фото: mediabrest.by

Беҙ интернет селтәрен ҙур бер донъя итеп ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ. Шунда танышабыҙ, ғаиләләр ҡорабыҙ... Тик бына хәүеф янауы тураһында онотабыҙ.

Сираттағы хәл Бәләбәй районында теркәлә. 30 йәшлек ир интернет-алдаҡсылар ҡорбанына әүерелә. Ул билдәле танышыу сайтында сибәр генә Аида исемле ҡыҙ менән таныша. Аралаша торғас, улар интим фото һәм видеолар менән алмаша. Тик ҡыҙҙың матурлығына башы томаланған ир экрандың теге яғында уны яҙҙырып баралар тип, уйлап та бирмәй.

“Тәүге виртуаль интим бәйләнештән һуң, Аида ирҙе шантажлай башлай. Әгәр уның картаһына хәҙер үк ете мең һум күсермәһә, был видеоны уның таныштарына һәм яҡындарына ебәрәсәк, тип ҡурҡыта. Был хәлгә иҫе киткән гражданин талаптарҙы үтәй һәм аҡса күсерә”, – тиҙәр БР буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.

Аида бының менән генә мөрхәтһенмәй, күрәһең. Йәнә биш мең һум аҡса һорай. Ир түҙмәй, полицияға мөрәжәғәт итә. Эске эштәр министрлығында енәйәт эше ҡуҙғатылған, әле Аида һәм уның әшнәләрен эҙләү менән шөғөлләнәләр.

Йәмәғәт, интернетта ла тыйнаҡ булайыҡ!

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА